Арыҫлан (ҡасаба, Силәбе өлкәһе)
Арыҫлан | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Шемахинское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны |
634 кеше (2002)[2], 481 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 456980 |
Арыҫлан Викимилектә |
Арыҫлан — Рәсәйҙең Силәбе өлкәһе Наҙы-Петровск районындағы ҡасаба. Шәмәхә ауыл биләмәһенә инә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арыҫлан ҡасабаһы район үҙәгенән, Наҙы-Петровск ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа ҡарай 23 км алыҫлыҡта, Өфө йылғаһынан көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта, диңгеҙ кимәленән 335 метр бейеклектә, Зүрән тауының көнбайыш итәгендә — Барҙы һыртының юғары нөктәһендә урынлашҡан[4].
Ҡасабаның тирә-яғында өлкәлә һирәк осрай торған һәм Ҡыҙыл китапҡа индерелгән сапсан (лат. Falco peregrinus), баҡыр йылан (лат. Coronella austriaca), бөгөлгән елмәрҙәк (лат. Anemonoides reflexa), Кузнецов лапчаткаһы (лат. Potentilla kuznetzowii), Азия решетнигы (лат. Boletinus asiaticus), суҡышлы гомофус (лат. Gomphus clavatus), фин рамарияһы (лат. Ramaria fennica), клавариадельфус (лат. Clavariadelphus truncatus), ҡыҙғылт-һары ригидопорус (лат. Rigidoporus crocatus)[5] тереклек итә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасабаның барлыҡҡа килеүе 1912 йылдан алып 1916 йылдарға тиклем барған Көнбайыш-Урал тимер юлы төҙөлөшө менән бәйле. Арыҫлан ҡасабаһы тирәләй шул уҡ исемле тимер юл станцияһына нигеҙ һалына, ул көнбайышҡа табан 5 км урынлашҡан Арыҫлан ауылы хөрмәтенә аталған[6].
1918 йылдың 18 июлендә ҡасабала тимер юл станцияһы районында бронепоезда килгән латыш уҡсылары подразделениелары (Ҡыҙыл Армия составында) һәм Красноуфимск ҡалаһына Силәбе станцияһынан килгән аҡ чехтар (Чехословакия корпусы) араһында көслө алыш була[7]. Был ваҡиғалар иҫтәлегенә тимер юлы вокзалы бинаһы янында обелиск ҡуйыла.
Артабан ҡасаба үҫешенә урман сәнәғәте хужалығын ойоштороу булышлыҡ итә (XX быуат уртаһында Наҙы-Петровск леспромхоз составына инә), ул үҙәкләштерелгән тәртиптә утын, төҙөлөшкә яраҡлы ағас, ағас күмерен эшләү һәм һатыу менән шөғөлләнә. Быға тимер юлдың һәм Өфө йылғаһының яҡынлығы булышлыҡ итә[8][9].
Совет осоро ваҡытында ҡасабала Шемаха совхозы янындағы ауыл хужалыҡтарында үҫтерелгән ашлыҡты ваҡытлыса һаҡлау һәм тимер юлы менән ташыу өсөн элеватор төҙөлә һәм эшләй. Урта (тулы булмаған) мәктәп (төп дөйөм белем биреү) асыла[10][11].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[12] | 2010[13] |
634 | ↘481 |
Демографик күрһәткестәр[14] | |||||
Халыҡ һаны | 2010 йылға халыҡ составы | ||||
1970 | 2002 | 2010 | ир-егет | ҡатын-ҡыҙ | |
1329[10] | 631 | 481 | 229 | 252 |
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, 2002 йылға халыҡтың милли составы: урыҫтар (88 %), татарҙар (9 %)[15]
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡасаба территорияһында Көньяҡ Урал тимер юлының «Арыҫлан» тимер юл станцияһы урынлашҡан (хәҙерге ваҡытта, билдәһеҙ ваҡытҡа тиклем бикләнгән)[16][17]. Станция коды — 2040461[18]. Ҡасабаны Наҙы-Петровск-Әртә, Шемаха һәм Арыҫлан ауылдарын автомобиль юлдары менән ваҡ ташлы-грунт юлдары бәйләй. Район үҙәгенә аҙнаһына 3 тапҡыр автобус йөрөй.
Автомобиль юлдары буйлап арауыҡтар[19]:
— яҡындағы тимер юл станцияһына тиклем: 0 км (Үрге Өпәле — 77 км)
— ауыл советына тиклем (Шемаха ауылы): 7 км
— район үҙәгенә (Наҙы-Петровск): 31 км
— өлкә үҙәгенә (Силәбе): Наҙы-Петровск- Үрге Өпәле- Ҡыштым-Арғаяш ауылы аша 225 км; Наҙы-Петровск- Үрге Өпәле- Кәҫле - Төбөк ауылы аша — 261 км
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Арыҫлан ҡасабаһы 11 урамдан тора[20]:
|
|
Галереяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Арыҫлан ҡасабаһы. Ҡасабаның барлыҡҡа килеүенең 100-йыллыҡ юбилейын байрам итеү. 2015 й.[21]
-
Ҡасабаның элекке леспромхоз территорияһы урынында хәҙер ҙә ағас әҙерләү менән шөғөлләнәләр
-
Ҡасабаға күренеш. Алғы планда — «Арыҫлан» станцияһы юлдары һәм элекке Арыҫлан ашлыҡ элеваторы емереклектәре
Топографик картаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Карта бите O-40-XXXVI Нязепетровск. Масштаб: 1 : 200 000. Состояние местности на 1986-1991 год. Издание 1993 г.
- Лист карты O-40-143 Шокурово. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1991 год. Издание 1992 г.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ Araslanovo (ингл.). GeoNames. Дата обращения: 15 февраль 2014.
- ↑ Красная книга Челябинской области: животные, растения, грибы 2020 йыл 30 август архивланған. / Под общ. ред. В. Н. Большакова. Министерство экологии Челябинской области, ОГУ «ООПТ Челябинской области» // М.: Реарт, 2017. — 504 с. ISBN 978-5-906930-92-7. С. 51, 80, 310, 326, 450, 456, 458, 465, 468.
- ↑ История района (недоступная ссылка).Официальный сайт Нязепетровского муниципального район.Дата обращения: 12 апреля 2014.Архивировано 13 апреля 2014 года.
- ↑ Был страшный бой . Архивировано 5 сентябрь 2017 года. 2017 йыл 5 сентябрь архивланған., Статья в газете «Нязепетровские вести», № 61 (214), 07.08.2015 г., с. 4.
- ↑ Деятельность Нязепетровского леспромхоза навсегда вписана в историю района (недоступная ссылка). Газета "Нязепетровские вести".Дата обращения: 12 апреля 2014. Архивировано 13 апреля 2014 года.
- ↑ [chel-portal.ru/encyclopedia/nyazepetrovskiy-lespromhoz/t/11857 Нязепетровский леспромхоз].Энциклопедия chel-portal.ru
- ↑ 10,0 10,1 Станция-труженица . Архивировано 5 сентябрь 2017 года. 2017 йыл 5 сентябрь архивланған., Статья в газете «Нязепетровские вести», № 61 (214), 07.08.2015 г., с. 4.
- ↑ Муниципальное казённое общеобразовательное учреждение «Араслановская основная общеобразовательная школа», Страница о школе на сайте Управления образования администрации Нязепетровского муниципального района Челябинской области.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Челябинской области. Таблица 11 2019 йыл 2 апрель архивланған..
- ↑ Результаты переписи населения 2002 года. Архивировано 15 июнь 2018 года. 2018 йыл 15 июнь архивланған.
- ↑ Железнодорожная станция Арасланово
- ↑ Телеграмма ОАО "РЖД" от 20 августа 2008 г. № 13311 .
- ↑ Коды станции ЮУЖД . 2014 йыл 13 апрель архивланған.
- ↑ Измерение расстояний между городами.Точка на карте.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Нязепетровский р-н → Арасланово п.
- ↑ Посёлок Арасланово готовится к юбилею 2016 йыл 8 март архивланған., Статья на официальном сайте Нязепетровского муниципального района Челябинской области.