Асанғазы Оразҡул Асанғазы ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Асанғазы Оразҡул Асанғазы ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Тыуған көнө 22 февраль 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Бирлик[d], Шуский район[d], Жамбыл өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Уҡыу йорто Казахский национальный женский педагогический университет[d]
Международная академия бизнеса[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы беспартийный[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден «Курмет» медаль «10 лет независимости Республики Казахстан» медаль «20 лет независимости Республики Казахстан» медаль «20 лет Конституции Республики Казахстан»

Асанғазы Оразҡул Асанғазы ҡыҙы (22 февраль 1952 йыл) — Ҡаҙағстандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оразҡул Асанғазы ҡыҙы Асанғазы 1952 йылдың 22 февралендә Ҡаҙаҡ ССР-ы Жамбыл өлкәһе Чуй районы «Актүбә» колхозына ҡараған Бирлик ауылында тыуған.

1969 йылда Жамбыл өлкәһенең Чуй районы Толеби ауылы ҡаҙаҡ урта мәктәп-интернатты тамамлай.

Был 1973 йылда Ҡаҙаҡ дәүләт ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институтын отличие менән тамамлай. Уҡығанда Ленин стипендияһын ала, факультеттың комсомол комитеты секретары була, шул ваҡытта уҡ партия сафына инә.

1991 йылда Алма-Ата политология һәм идара итеү институтында «Физика уҡытыусыһы» һөнәре буйынса белем ала.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1973 йылда Шымкент өлкәһе Һарыағаш районы Жамбыл исемендәге урта мәктәптә уҡытыусы булып башлай.

1979—1982 йылдарҙа — К. Маркс исемендәге урта мәктәп директоры.

1982—1985 йыл — Һарығаш ҡалаһының К. Сатбаев исемендәге 10-сы мәктәп-интернаттың директоры.

1985 йылдан — партияның Алғабаҫ районы комитеты секретары.

1987 йылдан — партия район комитетының икенсе секретары.

1988 йылдан — халыҡ депутаттарының Алғабаҫ район Советы башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлана.

1990—1992 йылдарҙа — халыҡ депутаттары өлкә Советының деология бүлеге мөдире, тел, мәҙәниәте һәм милләт-ара бүлеге начальнигы.

1992—1993 йылдарҙа — Һарыағас районы әкимиәтенең әкиме.

1993—1995 йылдарҙа — Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе әкиме урынбаҫары.

1995 йылдан алып 1996 йылға тиклем — Әл-Фарабий районы Шымкент ҡалаһы әкиме.

1997 йылда Шымкент ҡалаһы әкиме урынбаҫары.

1998 йылдан 2006 йылға тиклем — Астана ҡалаһы Һарыарҡа районы әкиме урынбаҫары.

2006 йылдан алып 2012 йылға тиклем — Астана ҡалаһының телдәр үҫтереү буйынса Идаралығы начальнигы.

Һайланған вазифалары, депутатлыҡ эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1994—1995 йылдарҙа — Ҡаҙағстан Юғары Советы XIII саҡырылыш депутаты.

2012 йылдың 18 ғинуарынан 2016 йылдың 20 ғинуарына тиклем — Мәжилис депутатыҠаҙағстан Республикаһы Парламенты V саҡырылышы .

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1978 — «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (СССР)
  • 1983 — «Ҡаҙаҡ ССР-ы халыҡ мәғарифы алдынғыһы»
  • 1999 — Астана ҡалаһы әкименең Рәхмәт хаты
  • 2001 — Байдибек һәм Һарыагас районының почетлы гражданы
  • 2001 — «Ҡаҙағстан Республикаһы бойондороҡһоҙлоғонона 10 йыл» миҙалы
  • 2008 — Курмет ордены[1]
  • 2010 — «Ҡаҙағстан мәҙәниәте эшмәкәре»
  • 2011 — «Ҡаҙағстан республикаһының бойондороҡһоҙлоғона 20 йыл» миҙалы
  • 2015 — «Ҡаҙағстан Республикаһы Конституцияһына 20 йыл» миҙалы
  • МДП миҙал «Нур Отан» «үшін қызыметі Белсенді»
  • 2017 — Көньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһенең почетлы гражданы[2]
  • 2019 — Парасат ордены, Акордта (2019 йылдың 12 декабре)[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]