Аскания-Нова ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ф. Э. Фальц-Фейн исемендәге Аскания-Нова биосфера ҡурсаулығы
укр. Біосферний заповідник Асканія-Нова ім. Ф. Е. Фальц-Фейна
Przewalski's Horse Askania Nova.jpg
МСОП буйынса категория — Ia (Строгий природный резерват)
46°27′07″ с. ш. 33°52′51″ в. д.HGЯO
Урынлашҡан урыныХерсон өлкәһе
ИлУкраина Украина
Яҡындағы ҡалаАрмянск һәм Каховка
Майҙаны33 307,6 га
Ойошторолған1874 йыл
Идара итеүсе ойошмаУкраина аграр фәндәре Милли академияһы
Аскания-Нова ҡурсаулығы (Украина)
Green pog.svg
Ф. Э. Фальц-Фейн исемендәге Аскания-Нова биосфера ҡурсаулығы
Аскания-Нова ҡурсаулығы (Херсон өлкәһе)
Green pog.svg
Ф. Э. Фальц-Фейн исемендәге Аскания-Нова биосфера ҡурсаулығы
Commons-logo.svg Ф. Э. Фальц-Фейн исемендәге Аскания-Нова биосфера ҡурсаулығы Викимилектә

Аска́ния-Но́ва (укр. Асканія-Нова) — Ф. Э. Фальц-Фейн исемендәге «Аскания-Нова» биосфера ҡурсаулығы(НААНУ). Украинаның Херсон өлкәһендә, Аскания-Нова тигән ҡала тибындағы ҡасаба эргәһендә урынлашҡан. Каховканан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 60 км алыҫлыҡта. Аскания-Нова (һүҙмә-һүҙ «Яңы Аскания») 1828 йылда герцог Фердинанд Фридрих Ангальт-Кётенский тарафынан нигеҙләнә (немецтәрҙең Асканийҙар династияһы вәкиле). Уны Ангальт-Кётен герцоглығының һарыҡ үрсетеү колонияһы булараҡ төҙөй.

Һүрәтләү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡурсаулыҡтың майҙаны 33 307,6 га. Шуның 11 054 га — «бөтөнләй ҡурсауҙа булған» дала зона.

Был бөтөнләй һабан тейелмәгән биләмә. Аскания далаһы типчак-ҡылған тибына ҡарай. Европала берҙән-бер кеше аяғы баҫмаған ер булып тора.

Ҡылған — Аскания-Новала иң киң таралған үҫемлек. Ул бөтә үҫемлектәрҙең 75 % -ын тәшкил итә. Ҡуйы үләндәр араһында 1155 төрҙән күберәк быуынтыҡ аяҡлылар, 7 төр ер-һыу хайуаны һәм һөйрәлеүселәр, 18 төр имеҙе-селәр тереклек итә.

Төрлө йылдарҙа 270 төр ҡош булып тора. Шуларҙың 107 төрө оя ҡорорға ҡала. Бынан тыш 478 төр юғары төҙөлөшлө үҫемлек үҫә. «Украинаның Ҡыҙыл китабына» 13 юғары төҙөлөшлө үҫемлек, 3 төр бәшмәк һәм 4 төр лишайник инә.

Аскании-Нова биләмәһендә Ҙур Чапель поды урынлашҡан. Ул — 4-кә 6 км ҙурлығындағы рельефы депрессияланған майҙан. Ваҡыты-ваҡыты менән шәре һыуҙары туплана торған ер. Хәҙерге көндә Рамсар конвенцияһының һаҙлыҡтарҙы һаҡлау буйынса халыҡ-ара исемлегенә индерелгән.

Подтың иң тәрән өлөшөндә гидрофиттар үҫә. Шуларҙан Украинала бик һирәк осраусы төр — Damasonium alisma Mill. (1768)Звёздоплодник частуховидный осрай. Бында сәскәле үҫемлектәрҙең иң күп төрлөлөгө күҙәтелә.

Ҡурсаулыҡта — 368 төр, шулар эсенән 53 төр эндемик булып тора. 8 төрө Украинаның Ҡыҙыл китабына ингән.

Ҙур Чапель поды биләмәһендә, тәбиғи шарттарҙа төрлө континенттарҙан килтерелгән тояҡлылар йәшәй. Йыл әйләнәһендә бизон, сайгак, европа ланы, Пржевальский аты, төрөкмән куланы, ишәк, аҫыл болан, ала болан, муфлон, ике үркәсле дөйәләр тереклек итә.

Йәйгелеккә ватуси, антилопа канна, кафр буйволдары, гну, нильгау, зебр һәм гаялдар сығарыла.

Көҙгөһөн подтың үҙәгендә күсеп китеп барыусы ҡоштарҙың ҙур-ҙур туптары туҡтала. Бында өйрәктәрҙең бик күп төрҙәре, торналарҙың һоро ҡаҙҙарҙың, көйәлдәләрҙең туптары йыйыла.[1]

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1828 йылда Николай I был ерҙе әҙ генә хаҡҡа (1 гектар ерҙе 8 тиндән) продал немец герцогы Фердинанд Фридрих Ангальт-Кетгенскийға, немецтарҙың Аскания династияһы вәкиленә һатып ебәрә.

Маҡсат-Ангальт-Кётен герцоглығында һарыҡ үрсетеү колонияһы булдырыу 1828 йылдың 1 мартындағы батша указында былай тип йтелә:

«Бында урынлашыуҙың маҡсаты — фабрика сәнәғәте менән бәйләнгән өлгөлө, алға киткән ауыл хужалығы булдырыу» [2]

1841 йылда ер биләүсе был урынды үҙенең ырыу биләмәһе атамаһы буйынса «Аскания-Нова» тип исемләй.[3]

Ангальт-Кётендың герцогы мәрхүм булғандан һуң Аскания-Нова 1856 йылда Фальц-Фейндарҙың ғәиләһенә һатыла. Фридрих Фальц-Фейн был биләмәне ҡурсаулыҡҡа әйләндерә.[2]

Уның урынбаҫары Климент Евдокимович Сиянко була. Ул аҙаҡ Хеҙмәт батыры исеменә лайыҡ була.

1910 йылда бында зоостанция булдырыла. 1916 йылда Петров ауыл хужалығы академияһының һарыҡсылыҡ буйынса бүлеге асыла. Шунда уҡ музей һәм фәнни китапхана булдырыла.

Аскания зоопаркы донъяла беренселәрҙән булып таҙа ҡанлы Пржевальский аттарына эйә була (1889—1904 йылдарҙа бында 12 йәш йылҡы килтерелә) .

Беренсе булып был аттарҙы биктә үрсетеүҙе башлайҙар. Эш шундай уңышлы бара, хатта 1970-се йылдарҙа монгол хөкүмәте үтенесе буйынса зоопарктан бер төркөм аттар тыуған ерҙәренә ҡайтарыла. Тәбиғәттә был төрҙө тергеҙеү өсөн ҙур булмаған көтөү Гоби сүллеге аша Монголияға оҙатыла.

2008 йылда «Аскания-Нова» «Украинаның ете тәбиғәт мөғжизәһе» акцияһында еңеүсе була.

2009 йылда был биосфера курсаулығы «Тәбиғәттең ете мөғжизәһе» тигән Бөтә донъя конкурсында Украинана исеменән ҡатнаша (New 7 Wonders of Nature).[4]

Ҡурсаулыҡта эшләгән күренекле ғалимдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Завадовский Борис Михайлович
  • Иванов Илья Иванович (биолог)
  • Коварский Анатолий Ефимович
  • Коврижных Ираида Дмитриевна (зоотехник)
  • Медведев Сергей Иванович (XX быуаттың 30 йылдарында), күренекле әйҙәүсе совет колеоптерологы, пластинка мыйыҡлы ҡуңыҙҙар систематикаһы буйынса белгес, Харьковта энтомология мәктәбен нигеҙләүсе;
  • Милованов Виктор Константинович
  • Нечаева Нина Трофимовна (XX быуаттың 30 йылдарында), совет геоботанигы, сүллек буйынса белгес, көтөүлектәр буйынса эколог, Төркмән ССР-ы Фәндәр академияһында академик ;
  • Станчинский Владимир Владимирович (XX быуаттың 30 йылдарында), совет экологияһына нигеҙ һалыусыларҙан;
  • Фортунатов Борис Константинович.

Мәҙәниәттә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Асканию-Новаға бала сағында Фридриха Фальц-Фейндың туғаны— Николай Набоков килә торған булған. Ул буласаҡ композитор һәм мәҙәниәт эшмәкәре , урыҫ һәм америка яҙыусыһы Владимира Набоковтың атаһы яғынан ике туған ағаһы. Николай Набоков Рәсәйҙә йәшәгән осорон мемуарында һүрәтләй «Багаж. Урыҫ космополиты мемуары» Нью-Йорк, 1975. — Русское издание: СПб.: «Звезда», 2003. — ISBN 5-94214-059-6.
  • Әкиәткә оҡшаған ғәжәп тарих фильмен Аскания-Нова ҡурсаулығында төшөргәндәр.
  • Кира Муратованың «Увлеченья» фильме буйынса Аскании-Новала кентаврҙар һәм эльфалар популяцияһы һаҡланған.
  • Аскании-Нова ҡасабаһында 1969 - 2011 йылдарҙа Украина художнигы Белоусов Виктор Тимофеевич йәшәй һәм ижад итә. Уның ижады ҡурсаулыҡ менән тығыҙ бәйләнгән.
  • Олесь Гончарҙың «Таврия» романындағы ваҡиғалар эсенә Аскания-Нова ҡурсаулығы ла инеп китә.
  • Ҡурсаулыҡта ғүмеренең һуңғы йылдарында латыш сығышлы күренекле совет шағирәһе Мара Гриезане эшләй(1950—1985).

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 7 чудес Украины — Аскания-Нова
  2. 2,0 2,1 В.БОРЕЙКО Память о Фальц-Фейне и его деле
  3. М. Т. Янко. Топонімічний словник-довідник української РСР, К., «Радянська школа», 1973, стор. 16
  4. Информация на сайте «7 чудес Украины»

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Атлас почв Украинской ССР (под ред. Н. К. Крупского и Н. И. Полупана). — К.: Урожай, 1979. — 160 с.
  • Актуальні питання збереження і відновлення степових екосистем (Матеріали міжнародної наукової конференції, присвяченої 100-річчю заповідання асканійського степу, Асканія-Нова, 21-23 травня 1998 р.). — Асканія-Нова. — 364 с.
  • Бабич А. Д. Степной оазис Аскания-Нова.- Харьков, Изд. ХГУ. — 1960. — 204 с.
  • Банников А. Г., По заповедникам Советского Союза, М., 1966;
  • Веденьков Е. П. Флора заповедника «Аскания-Нова» (аннотированный список цветковых растений заповедной степи). — М., 1989. — 51 с.
  • Веденьков Е. П. О восстановлении естественной растительности на юге степной Украины. — Аскания-Нова, 1997. — 39 с.
  • Веденьков Е. П., Дрогобыч Н. Е. О восстановительной сукцессии залежной растительности в Аскании-Нова // Заповідна справа в Україні. — Канів, 1998, т.3, вип.2. — С.81-85.
  • Веденьков Е. П., Полищук И. К. Из опыта переселения степного сурка в Аскании-Нова // Возрождение степного сурка. — М.: Изд. ABF, 1997. — С. 6-7.
  • Веденьков Е. П., Ющенко А. К. Заповедник «Аскания-Нова» // Заповедники Украины и Молдавии. — М.: Мысль, 1987. — С. 114—138.
  • Вестник зоологии. Лошадь Пржевальского (Equus Przewalskii Pol., 1881) проблемы сохранения и возвращения в природу. — К., 1999, № 11. — 240 с.
  • Вісті Біосферного заповідника «Асканія-Нова» ім. Ф. Е. Фальц-Фейна: Проблеми екомоніторингу та збереження біорізноманіття. — Асканія-Нова, 1998. — 148 с.
  • Вісті Біосферного заповідника «Асканія-Нова» ім. Ф. Е. Фальц-Фейна: Охорона та збереження рідкісних видів. — Асканія-Нова, 2000. — 190 с.
  • Гавриленко В. С. Біосферний заповідник «Асканія-Нова» ім. Ф.Є. Фальц-Фейна // В кн.: Заповідники і національні парки України. — К., 1999 — С. 14-20.
  • Гавриленко В. С., Дрогобыч Н. Е., Полищук И. К. Биота Биосферного заповедника «Аскания-Нова» им. Ф. Э. Фальц-Фейна // Reservatia naturela «Codrii», Simpozioului jubilar. — Lozova, 1996. — P. 129—132.
  • Дрогобыч Н. Е. Асканийская хроника (1917—1996) // В кн.: В. Фальц-Фейна «Аскания-Нова». — К.: Аграрна наука. — 1997. — С. 340—347.
  • Дрогобыч Н. Е. Фридрих Эдуардович Фальц-Фейн как общественный деятель Таврии // Фальцфейнівські читання ‘ 99. — Херсон, 1999. — С. 54-58.
  • Думенко В. П., Поліщук І.К. Краніометричні параметри ласки (Mustela nivalis L.) з Біосферного заповідника «Асканія-Нова» // Зб.: Заповідна справа: стан, проблеми, перспективи. III наукові читання пам’яті Й. К. Пачоського.- Херсон, 1999. — С.78-81.
  • Емельянов И. Г., Полищук И. К. Динамика численности общественной полевки в Биосферном заповеднике «Аскания-Нова» // Сб.: Экология мелких млекопитающих в заповедниках Украины. — К., 1990. — С. 3-30.(Препр. / АН УССР, Ин-т зоологии; 90.21).
  • Полищук И. К. Редкие виды пресмыкающихся и млекопитающих заповедника «Аскания-Нова». К 100-летию заповедной степи. — Аскания-Нова., 1998. — 15 с.
  • Полищук И. К., Веденьков Е. П. Акклиматизация степного сурка в заповеднике «Аскания-Нова» // Сурки Голарктики как фактор биоразнообразия. Тез.докладов III Межддународной конф. по суркам (Россия, Чебоксары, 25-30 августа 1997 г.). — М.: Изд-во ABF, 1997. — С. 79-80.
  • Семенов Н. Н., Реут Ю. А. Фауна птиц и млекопитающих Биосферного заповедника «Аскания-Нова» // Научн.-техн.бюлл. УНИИЖ «Аскания-Нова». — Херсон, 1989, вып.1. — С. 43-47.
  • Степи Евразии: сохранение природного разнообразия и мониторинг состояния экосистем. — Оренбург, 1997. — 168 с.
  • Степи Северной Евразии: стратегия сохранения природного разнообразия и степного природопользования в XXI веке.-Оренбург, 2000.- 422 с.
  • Труды научно-исследовательского института гибридизации и акклиматизации животных Аскания-Нова имени акад. М. Ф. Иванова, т. 1-3, М., 1935-49.