Эстәлеккә күсергә

Абдразаҡов Асҡар Әмир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Аскар Амирович Абдразаков битенән йүнәлтелде)
Абдразаҡов Асҡар Әмир улы
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 11 июль 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР
Атаһы Абдразаҡов Әмир Ғәбделмән улы
Бер туғандары Абдразаҡов Илдар Әмир улы
Һөнәр төрө опера йырсыһы
Уҡыу йорто Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты
Йырсы тауышы бас[d]
Музыка ҡоралы вокал[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Башҡортостандың халыҡ артисы Салауат Юлаев ордены
 Абдразаҡов Асҡар Әмир улы Викимилектә

Абдразаҡов Асҡар Әмир улы (11 июль 1969 йыл) — опера йырсыһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2021), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (1994) артисы, Глинка исемендәге Бөтә Союз конкурсы (IV премия һәм «Өмөт призы»), Ф. Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара конкурстың Беренсе премияһы (1993), Преторияла булып үткән Халыҡ-ара Unisa Trensnet конкурсының Беренсе премияһы һәм Алтын миҙалы (1994) лауреаты, Афиналағы Халыҡ-ара Maria Gallas Grand Prix конкурсында Гран-при лауреаты. «Салауат Юлаев» ордены кавалеры (2019)[1].

Асҡар Әмир улы Абдразаҡов 1969 йылдың 11 июлендә Өфө ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт сәнғәт институтын профессор Миләүшә Мортазина класын тамамлай, 1991 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы һәм СССР-ҙың халыҡ артисы, профессор Ирина Архипова класы буйынса Мәскәү консерваторияһы аспиранты.

2021 йылдың майында йырсыға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде[2].

Йырсының репертуарында опера партиялары байтаҡ. Улар араһында В. Моцарттың «Реквием»ы, Дон Базилио (Дж. Россини, «Севилья цирюльнигы»), Спарафучилле (Дж. Верди, «Риголетто»), Бөйөк инквизитор (Дж. Верди, «Дон Карлос»), бас партия (Дж. Пуччини, «Месса Глория»), Гремин (П. И. Чайковский, «Евгений Онегин»), Кончак (Бородин, «Кенәз Игорь»), Варяг ҡунағы (Римский-Корсаков, «Садко»), Пимен (Мусоргский, «Борис Годунов») һәм башҡалар.

  • 1994 — сольный концерт, партия фортепиано Наталья Богелава (Финляндия)
  • 1995 — «Сказание о Невидимом граде Китеже» - Николай Андреевич Римский-Корсаков, (гусляр), дирижёр Федосеев Владимир (Брегенц, Австрия)
  • 1997 — «Реквием» Джузеппе Верди памяти Марии Каллас (Афина)
  • 2000 — «Реквием» Джузеппе Верди, дирижёр Марк Эрмлер
  • 2008 — «Набукко» Джузеппе Верди (Захария), дирижёр Леви (Париж, Stade de France)
  • 2009 — Симфония № 8 Густав Малер (Pater Ecstaticus), дирижёр Д. Цинман (Цюрих).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (05.2021)
  • Башҡортостандың халыҡ артисы (1994)
  • Глинка исемендәге Бөтә Союз конкурсы (IV премия һәм Өмөт призы)
  • Ф. Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара конкурстың Беренсе премияһы (1993)
  • Преторияла булып үткән Халыҡ-ара Unisa Trensnet конкурсының Беренсе премияһы һәм Алтын миҙалы (1994)
  • Афиналағы Халыҡ-ара Maria Gallas Grand Prix конкурсында Гран-при
  • «Салауат Юлаев» ордены (2019)[1]