Эстәлеккә күсергә

Аҫылғужа Бакиров

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Асылгужа Бакиров битенән йүнәлтелде)
Аҫылғужа Бакиров
Тыуған ваҡыты

1785({{padleft:1785|4|0}})

Тыуған урыны

Ҡаракөсөк ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы)

Үлгән ваҡыты

1848({{padleft:1848|4|0}})

Вафат урыны

Ҡаракөсөк ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы)

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 18121814

Хәрби звание

подпоручик

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены

Аҫылғужа Бакиров (Аҫылғужа Әбүбәкиров; 17851848) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында 4-се Башҡорт атлы полкының полк командиры поход старшинаһы, подпоручик (1813).

Аҫылғужа Бакиров (Әбүбәкиров) 1785 йылда Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Дыуанай улусы Ҡаракөсөк ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Саҡмағош районы Үрнәк ауылы) тыуған[1].

1812 йылда Ватан һуғышы башланғас, 12-се, 8-се, 5-се һәм 4-се кантон башҡорттарынан 4-се Башҡорт атлы полкы ойошторола, был полк составында Аҫылғужа Бакиров поход старшинаһы булып хеҙмәт итә. 1812 йылдың 25 июлендә полк Түбәнге Новгородҡа йүнәлә, артабан Полоцк яғына юл тота һәм унда 16 октябрҙә барып етә. 14-16 ноябрендә Березина буйындағы алышта һуғыша[2][3].

1813 йылда 4-се Башҡорт атлы полкы Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнаша. 1813 йылдың 10 авгусында подпоручик званиеһын ала[4].

1813 йылдың октябрендә был полк шулай уҡ Лейпцигтағы «Халыҡтар һуғышы»нда ҡатнашҡан 1-се, 5-се һәм 14-се Башҡорт полктары менән бергә Дрезден гарнизонына ҡаршы һуғышҡан 2-се, 15-се һәм 18-се Башҡорт полктарына ярҙамға ебәрелә. 30 һәм 31 октябрҙәге Дрезден өсөн хәл иткес алыштарҙа бигерәк тә 4-се һәм 14-се Башҡорт полктары ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәтә[5]. Бында күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1813 йылдың 27 декабрендә Аҫылғужа Бакиров III дәрәжәләге Изге Анна ордены менән бүләкләнә.

1813 йылдың декабрендә 4-се Башҡорт атлы полкы Богемия армияһының Төп фатиры ҡарамағында хеҙмәт итә һәм уның составында Аҫылғужа Бакиров Парижға ҡәҙәр барып етә. 1814 йылдың февраленән 4-се Башҡорт атлы полкының штабы Минск ҡалаһында була, шул уҡ йылдың ноябрендә полк туған яғына юл тота[3].

Туған яғына ҡайтҡас, 12-се башҡорт кантонының 14-се йортоноң[6] старшинаһы булып хеҙмәт итә.

1823 йылдың 28 ғинуарында улдары Мөхәмәтгәрәй һәм Шаһингәрәй менән бергә дворянлыҡ хоҡуғына лайыҡ була[7][8].

  • III дәрәжәләге Изге Анна ордены кавалеры (27 декабрь 1813 йыл).
  1. История башкирских родов. Дуван. Том 16 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Уфимский полиграфкомбинат, 2016. — С. 44-45. — 688 с. — ISBN 978-5-85051-000-0.
  2. Гатиятуллин З. Башкиры 12-го кантона в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 12. — ISSN 1683-3554.
  3. 3,0 3,1 Рахимов Р. Н. 3-й, 4-й и 5-й башкирские полки в Отечественной войне 1812 года // Ватандаш. — 2013. — № 3. — ISSN 1683-3554.
  4. История башкирского дворянства, 2015, с. 125
  5. Асфатуллин С. Г. Северные амуры в Отечественной войне 1812 года. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2000. — С. 140-141. — 160 с. — ISBN 5-85051-181-4.
  6. По ведомости о состоянии юртов на 1843 год, 14-й юрт 12-й Башкирский кантона состоял из деревень Каракучуково, Старо-Калмашево, Иксаново, Аблаево, Абзаново, Старо-Биккинино, Калмашбашево, Пучкак-Куяново, Чекмагушево, Ново-Калмашево, Рапатово.
  7. История башкирского дворянства, 2015, с. 118
  8. Уның ейәндәре — зауряд-хорунжий Мөхәмәтгәрәйҙең улдары Солтангәрәй, Абдулфазыл һәм Әхмәтхан дворян ҡатламына 1865 йылда күсерелә.
  9. Бакиров Асылгужа Бакирович // Жизнь во славу Отечества : тематический информационно-методический сборник. — 2016. — С. 478.
  10. Аралбаева Л. Силәбелә башҡорт «төньяҡ амурҙары»ның береһенә мемориаль таҡтаташ астылар. Башинформ (14 октябрь 2014). Дата обращения: 6 апрель 2017.
  • Ильясова А. Я. История башкирского дворянства. — Уфа: Китап, 2015. — 232 с. — ISBN 978-5-295-06335-0.