Асҡар (Әбйәлил районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Аскарово
башҡ. Асҡар
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әбйәлил

Ауыл биләмәһе

Асҡар

Координаталар

53°20′ с. ш. 58°31′ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Агзамов Талгат Наил улы

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1755

Халҡы

9208 человек (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34772

Почта индексы

453620

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 201 810 001

Код ОКТМО

80 601 410 101

Номер в ГКГН

0013366

Аскарово (Рәсәй)
Аскарово
Аскарово
Асҡар (Әбйәлил районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Аскарово

Асҡар (рус. Аскарово) — Башҡортостандың Әбйәлил районындағы ауыл, район үҙәге, Асҡар ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 8378 кеше[1]. Почта индексы — 453620, ОКАТО коды — 80201810001.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Асҡар ауылы Таңғатар йылғаһы буйында, Өфө ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 350 километр һәм Магнитогорск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 47 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таңғатар йылғаһы буйлап Асҡар (Әбйәлил ауылы) барлыҡҡа килгән. Хәҙерге Бөрйән районындағы шул уҡ исемле ауылдан айырыу өсөн уны 1-се Асҡар тип атағандар. Нигеҙ һалыусыһы Асҡар Бейешев булған, 1834 йылда уға 73 йәш тулған. Уның балалары Мөхәмәткәрим, Мөхәмәтхәким, Килдейәр, 1787 йылда Мөхәмәтйәр (уның балалары Ишйәр, Аллаяр, Алламорат) тыуған. Асҡарҙың өлкән ағаһы Хужа Бейешев (балалары Ишмөхәмәт, Ишәле) билдәле[3]. Ауылдың икенсе исеме Түңгәүер улусы старшинаһы, Пугачёв етәкселегендәге 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашҡан Әбйәлил Яҡшыбаев исеменән килеп сыҡҡан. Уның улдары Әбделмәннән (улдары — Ишҡужа, Мөхәмәтфәйез (уның балалары Абдулла, Уйылдан, Ғитиәтулла) һәм йорт есаулы булып хеҙмәт иткән Абдулмоталлап (1786—1820). Абдулмоталлаптың улдары — Мөхәмәтвәли, Мөхәмәтйосоп, Сәйфелмөлөк. Асҡар Бейешев менән Әбделмәннән Әбйәлилевтең йәшен сағыштырһаҡ, уларҙың бер йәштә булыуын күрербеҙ — икеһе лә 1761 йылда тыуғандар. Әбйәлил атамаһы Асҡарҙан алдараҡ булғаны асыҡлана. Шулай уҡ ауылдың барлыҡҡа килгән ваҡыты XVIII быуаттың 30—40-сы йылдарына тап килә.

V рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, Асҡарҙа 23 ихата булған, унда 96 ир-ат һәм 59 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. X йәниҫәп мәғлүмәттәре 81 йортта 237 ир-егет һәм 230 ҡатын-ҡыҙ йәшәгәнен күрһәтә.

1812 йылғы Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән Исхаҡ Сәфәрғәлин һәм Сәғәҙәтдин Мөхәмәтрәхимов көмөш миҙалдар менән бүләкләнгән.

Урал йылғаһы буйында сик буйы хеҙмәтен алып барған башҡорттар һәм мишәрҙәр төрлө сәбәптәр арҡаһында христиан динен ҡабул иткәндәр. Мәҫәлән, Әбйәлил ауылы кешеһе Һобайсолтан Яҡшымбәтов Магнит ҡәлғәһе руханийы йортонда суҡындырылған. Әммә ауылдаштары уны тупаҫ ҡаршы ала, шуға ла ул йәшәү урынын алмаштырырға мәжбүр була.

1865 йылда улустың үҙәген Әхмәт ауылынан Әбйәлил ауылына (1-се Асҡар) күсерелә, унда улус хөкүмәте ойошторола, аҙна һайын баҙар үткәрелә, мәсет эшләй.

Инйәр-ҡатайҙар, ҡыпсаҡтар, ҡарағай-ҡыпсаҡтар һәм тамъян-түңгәүерҙәр урынлашҡан Көньяҡ Уралдың үҙәк өлөшөн этнографтар көнсығыш (Урал аръяғы) өлкәһе менән бик күп уртаҡ һыҙатлы тау өлкәһенә индерә.

Ыласын менән дә, йәнлек баҫтырып та һунар итмәгәндәр. Башлыса эре мөгөҙлө мал үрсетеү менән шөғөлләнгәндәр, әммә ҡышҡы яуым-төшөмдөң көслө булыуы сәбәпле, уларҙың малдары тибендә туҡлана алмаған. Ҡымыҙ һәм ҡорот эшләү киң таралыу ала. Күн һауыт-һаба бында ағастан эшләнгәндәре менән алмаштырыла. Ер өҫтөнә иҙән түшәлгән, ҡабыҡ ҡыйыҡлы һәм йылытыу өсөн сыуалы булған ағас өйҙәр ҡышҡы торлаҡ булып хеҙмәт итә. Ситән йорттар булмаған. Ғәҙәти йәйге торлаҡтары — бүрәнә бурама. Шулай уҡ ҡабыҡ аласыҡ һәм конус формаһындағы ҡыуыштар ҙа булған.

Асҡарҙар — малсылар. 75 йорттоң 55-кә яҡыны ылауға тейәлеп йәйләүгә сыҡҡан. 25 майҙан 1 июнгә тиклем — Маяғашлы, июнь-июль айҙарында — Көрәк, август аҙағына тиклем Наяғаҙы, Ирғәйле йылғалары буйлап күсеп йөрөгәндәр.

XIX быуаттың 40-сы йылдары башында 451 кеше йәшәгән 75 йортҡа 530 ат, 300 һыйыр, 200 һарыҡ һәм 40 кәзә тура килә. Игенселек яйлап халыҡтың көнкүрешенә үтеп ингән. 1842 йылда 450 кешенең һәр береһенә 7,3 бот яҙғы иген сәселгән. Ужым игене әлегә билдәле булмаған, 16 бот ҡына сәскәндәр.

Был өлкәлә умартасылыҡ та, солоҡсолоҡ та улустың көнсығышына ҡарағанда сағыштырмаса күберәк таралыу алған[4].

1919—1930 йылдарҙа Асҡар (Әбйәлил) ауылында Тамъян-Түңгәүер улусының үҙәге булған. 1920 йылда Асҡар ауылындағы 284 ихатала 1193 кеше йәшәгән[5].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[6]2009[7]2010[8]
706774307634


Милли составы

2002 йылғы иҫәп алыуға ярашлы, халыҡтың күпселеге — башҡорттар (90,5 %)[9].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1796 917 879
1959 йыл 15 ғинуар 2269 1082 1187
1970 йыл 15 ғинуар 3095 1535 1560
1979 йыл 17 ғинуар 4027 2010 2017
1989 йыл 12 ғинуар 5189 2415 2774
2002 йыл 9 октябрь 7067 3310 3757
2010 йыл 14 октябрь 7634 3583 4051

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Асҡар ауылында күп профилле колледж, 1-се һанлы Асҡар урта мәктәбе, гимназия, балалар баҡсалары, сәнғәт мәктәбе, балалар ижад йорто, йәш техниктар станцияһы, балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе, «Юрға» ат спорты мәктәбе, «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы, үҙәк район дауаханаһы, табип амбулаторияһы, район китапханаһы, Әбйәлил музейы бар. «Әбйәлил» һәм «Осҡон» гәзиттәре нәшер ителә[10].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ваҡиғалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «2014 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәйҙең иң төҙөк ауылы» Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса Асҡар 5 меңдән күберәк кеше йәшәгән ауылдар араһында ил буйынса 1-се урынды алды[13].

Фоторәсемдәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алмастауҙан Асҡар күренеше
Алмастауҙан Асҡар күренеше
Алмастауҙан Асҡар күренеше


Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асҡар (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. ЦГИА РБ. Ф. 2. Оп. 1. Д. 4672
  4. Крестьянская война 1773—1775 гг. на территории Башки­ рии. С. 412. Государственный архив Оренбургской области (далее — ГА ОО). Ф. 6. Оп. 6. Д. 14045/2.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 32. — ISBN 978-5-295-04683-4. 32 б.
  6. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  8. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  9. Итоги Всероссийской переписи населения 2002 года: В 14 т. / Рос. Федерация. Федер.служба гос.статистики. — Офиц.изд. — М.: Статистика России, 2004. — Т.4: Национальный состав и владение языками, гражданство. — 1 электрон.опт.диск (CD-ROM). — (Всероссийская перепись населения 2002 года; Т.4).
  10. Асҡар (Әбйәлил районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  11. Башҡорт энциклопедияһы — Мәһәҙиева Бибикамал Мәһәҙи ҡыҙы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 27 февраль 2019)
  12. Улицы
  13. Определены победители конкурса на звание самых благоустроенных поселений России — Официальный сайт Минстроя России, 13 ноября 2015 года 2019 йыл 21 март архивланған. (рус.)