Атйетәр ауыл советы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Атйетәр ауыл советыРәсәйҙәге Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы составындағы ауыл биләмәһе статусына эйә муниципаль берәмек.

Административ үҙәге — Атйетәр ауылы[1].

Риүәйәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бынан 400—500 йыл элек Башҡортостанда йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән бай Биктимеров Хажитар хан ғаиләһе менән атаһынан айырылып сығырға ҡарар итә. Атаһы уға мал бүлеп бирә һәм йылҡы өйөрө ҡайһы көтөүлектә туҡтай, шунда нигеҙ ҡор, тип кәңәш бирә. Улы йәй башында юллана. Йылҡы яйлап көтөлә һәм Силәбе яғына йүнәлеш ала. Йәй уртаһында йылҡы өйөрө Копейск янындағы Ҡурлауҙы күлендә туҡтай. Бер айҙан төндә өйөр ҡапыл ҡуҙғала. Бер аҙҙан Фиҙәркүлгә (?) килә. Август аҙағына өйөр тағы юлға сыға һәм әлеге Атйетәр ауылы янындағы күл эргәһендә туҡтай. Ҡыш етә. Беҙҙең күлдәр араһында ҡарағайлыҡ була. Шуға тәүҙә Хажитар хан икенсе күлде шәйләмәгән була. Элек нигеҙ ҡорған урынын «Иҫке ҡышлау» тип атай ҙа яңы урынға күсә — икенсе күл ярында яңы ауыл барлыҡҡа килә. Биктимеров Хажитар хан нәҫеленән ауылда хәҙер Мирсәлиховтар, Рәүилевтәр, Әмировтар йәшәй. Информатор — Ниғмәтйән Шәймәрҙәнов[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атйетәр ауылы тәүге тапҡыр 1697 йылда телгә алына һәм башта урындағы сауҙагәр Азамат исеме менән атала. Батша армияһы полковнигы дәрәжәһендәге хеҙмәтле кеше, ҡазанлы Фәйзулла Яҡупов улына Азаматтың ҡыҙын йәрәшә. Уныһы бында килеп нигеҙләнә һәм ауылды Атйетәр — Силәбенән килеү мөмкинлеген күҙ уңында тотоп, «ат менән барып етерлек» — тип атай.

Бынан тыш ауылды Кантонауыл тип тә атағандар, сөнки 1798 йылдан алып 1865 йылға тиклем бында административ биләмә — кантон үҙәге булған.

Революцияға тиклем ауыл ҙур ғына була: 315 йортта 1240 йән йәшәй.

3 мәсет һәм 3 мәҙрәсә, магазин, баҙар, ел тирмәне була.

Ауыл Атйетәр, Асылыкүл, Иҫкеҡышлау тигән өс күл араһында урынлашҡан.

Борон ауыл халҡы үҙҙәрен мишәргә беркеткән башҡорт ырыуы әйленән тип һанаған.

Атйетәрҙәрҙең һөйләш теле Сафакүл һөйләшенә ҡарай. Башҡортостан Республикаһының Үҙәк Дәүләт архивы мәғлүмәттәре буйынса, 1797 йылда, Атйетәр халҡы «был урында 100 йылдан ашыу» йәшәй, тип билдәләнгән.

Халыҡ яйлап көнсығышҡа күскән. Яңы тораҡ пункттар элекке ауылдар исемен йөрөткән. Атйетәр халҡы оҙаҡ ҡына ваҡыт Көньяҡ Урал алдында, Сыбаркүл станцияһына яҡын йәшәгән. Ошо алыҫ осорҙар иҫтәлегенә кескәй тимер юл станцияларының береһе Атйетәр станцияһы тип атала.

Халыҡ башлыса малсылыҡ иҫәбенә йәшәгән. Йылҡы иң хөрмәтлеһе һаналған. Киң һәм иркен көтөүлектәрҙә һыйыр, һарыҡ, кәзәләр көтөлгән. Арыш, бойҙай, һоло, арпа үҫтергәндәр[3].

Революцияға тиклем Атйетәр Ырымбур губернаһы Ҡараһыу улусы Силәбе өйәҙенә ингән. Революциянан һуң Башҡорт АССР-ына ҡараған[4].

Ҡурған өлкәһенең 2004 йылдың 6 июлендәге 419-сы законына ярашлы,[5] ауыл советына ауыл биләмәһе статусы бирелгән.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
20042010[6]2012[7]2013[8]2014[9]2015[10]
464258247216192171

Ауыл биләмәһе составында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тораҡ пунктТораҡ пункт тибыХалҡы
1 Атйетәр (Ҡурған өлкәһе) ауыл, административ үҙәк 171[10]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. В поиощь туристам
  2. Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Атйетәр ауылы
  3. Курганская область Сафакулевский район село Аджитарово [https://yandex.ru/video/preview/?
  4. Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы Атйетәр ауылы
  5. ЗАКОН КУРГАНСКОЙ ОБЛАСТИ от 06 июля 2004 года N 419 «О наделении муниципальных образований статусом городского округа, муниципального района, сельского поселения, городского поселения, о месте нахождения представительных органов муниципальных районов, сельских поселений, об установлении наименований представительных органов муниципальных образований, глав муниципальных образований, местных администраций (исполнительно-распорядительных органов муниципальных образований)»
  6. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  8. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  9. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  10. 10,0 10,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.

Ҡалып:Муниципальные образования Сафакулевского района