Атйетәр (Башҡортостан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Атйетәр (Ҡырмыҫҡалы районы) битенән йүнәлтелде)
Атйетәр
Нигеҙләү датаһы 1735
Дәүләт  Рәсәй
Административ үҙәге Атйетәр ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы)[1]
Административ-территориаль берәмек Атйетәр ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы)
Халыҡ һаны 499 кеше (2010)[2]
Почта индексы 453004
Карта

Атйетәр (рус. Адзитарово) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 499 кеше[3].

Почта индексы — , ОКАТО коды — 80235805001.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
2002[4]2009[4]2010[5]
693492499

1834 йылда ауылда 54 типтәр һәм 256 мишәр ир-ат була. 1920 йылда ауылда 999 ир-ат һәм 1055 ҡатын-ҡыҙ йәшәй.

Төп халҡы — татарҙар (79 %). Татар теленең көнбайыш диалекты (мишәр) киң таралған[6].

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Атйетәр ауылы атамаһы антропонимдан килеп сыҡҡан. Сығанаҡтарҙа Атйетәр исемле кешеләрҙе күп осратырға мөмкин. Уларҙың береһенә генә иғтибар итәйек. Дүрт юл башҡорттарының 1728 йылда воеводаларҙың ҡыҫырыҡлауы тураһындағы үтенесендә Мең улусы Мең ауылында йәшәүсе Атйетәр Илкәевтең тамғаһы ла бар. Был мәхәллә биләмәһендә Атйетәр урынлашҡан. Әммә был үрҙә телгә алынған аҫабаның шул уҡ исемле ауыл исеменә ҡағылышын иҫбатлау өсөн етерлек түгел. Улай булмаһа, ауыл исеме менән кем туранан-тура туғандаш? Ни өсөн Атйетәр ауылы беренсе күскенсе Юлдаш Исмәғилев исеме менән билдәле түгел?

Ауырғазы районында урынлашҡан 1-се Атйетәр (Кшанны) һәм Яңы Атйетәр ауылдары менән генетик бәйләнеш бармы? Һорауҙар байтаҡ, әммә уларға яуап юҡ әле.

Типтәр ауылы этник составы буйынса мишәргә әүерелә. 1834 йылда бында типтәрҙәр — 54 ир-ат иҫәпләнә, мишәрҙәр — 256 йән. 1920 йылда ауылда 999 ир-ат һәм 1055 ҡатын-ҡыҙ була. Мишәрҙәр күпселекте тәшкил иткән. 393 йорто булған[7].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица))
  • Коммунистик урам (рус. Коммунистическая (улица))
  • Ленин урамы (рус. Ленина (улица))
  • Совет урамы (рус. Советская (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[8]

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
  3. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  4. 4,0 4,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  5. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  6. Атлас татарских народных говоров. Дата обращения: 10 сентябрь 2014. Архивировано из оригинала 10 сентябрь 2014 года. 2014 йыл 10 сентябрь архивланған.
  7. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 181. 2022 йыл 2 май архивланған.
  8. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 30 по Республике Башкортостан
  9. http://adzitarovo.ru/pride/item/16(недоступная ссылка). Адзитаровский сельсовет Кармаскалинский район. Официальный сайт
  10. Башҡорт энциклопедияһы — Ураҙбахтин Илдар Миҙхәт улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 7 май 2019)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]