Ауыл халҡы (гәзит)
Уҡыу көйләүҙәре
«Ауыл халҡы» — ижтимағи-сәйәси гәзит. Өфө губерна крәҫтиән депутаттары советы органы. 1917 йылдың июне-сентябре. Өфөлә төрки телендә сыға. «Шәреҡ» һәм «Тормош гәзиттәре» типографияларында баҫыла. «Ер һәм ирек өсөн көрәшкәндә генә үҙ хоҡуғыбыҙҙы алырбыҙ!» лозунгыһы менән нәшер ителә. Ауыл хужалығы, хәрби һәм халыҡ-ара темаларға мәҡәләләр баҫыла. Сентябрҙә «Ирек» һәм «Һалдат теләге» гәзиттәре менән берләшә һәм «Беҙҙең юл» исеме менән сыға башлай.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия Башкортостана (рус.)