Ауыл хужалығы үҫемлектәре ҡоротҡостары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Ауыл хужалығы үҫемлектәре ҡоротҡостары — культуралы үҫемлектәрҙе зарарлай йәки уларҙы һәләк итә торған ҡоротҡостар. Ауыл хужалығы культураларына иң ҙур зыянды бөжәктәр килтерә, был уларҙың биологик үҙенсәлектәре, төрҙәренең күплеге, тиҙ үрсеүе, күп ашауы, күп төр личинкаларҙың тәүлеккә уҙ ауырлыҡтрынан да күберәк үҫемлек ашарға һәләтле булыуы менән аңлатыла.

Бөжәртәрҙән төп ҡортҡостарға тура ҡанатлылар, тигеҙ ҡанатлылар, ярым ҡаты ҡанатлылар, суҡлы ҡанатлылар, ҡаты ҡанатлылар, тәңкә ҡанатлылар, елпәҙә ҡанатлылар һәм ике ҡанатлылар отрядтары керә. Үҫемлек ашаусы бөжәктәр һәм талпандар полифагларга, йә иһә төрлө үҫемлектәр менән туҡлыныусыларға; олигофагларга − бер ғаиләләге үҫемлектәр менән туҡлыныусыларға (мәҫәлән, әүернә сәскәлеләр менән) бүленә. Типик олигофагҡа колорадо ҡуңыҙы миҫал булып тора. Ауыл хужалығы культураларына полифагтарҙан иң ҙур зыян килтереүселәр: ҡара сиңерткәләр, Сиңерткәләр, күбәләктәр.

Бөртөклө ашлыҡ культураларына олигофагтарҙан швед себене, йәшел күҙ, гессен себене, икмәк ҡуңыҙы иң ҙур зыян килтерә. Ҡуҙаҡлы үҫемлектәрҙе - бүлбе оҙонмороно, емеш ҡорттары, борсаҡ ҡорто; кәбеҫтәнекәбеҫтә күбәләге, кәбеҫтә көйәһе, әүернә сәскәлеләр босалары күберәк зарарлай. Күп төрлө ҡортоҡостарҙан бигерәк тә емеш һәм еләк үҫемлектәре ныҡ зыян күрә. Былар - емеш йомшағын ашап керә торған алма, груша, слива емеш ҡорттары, сейә себене, лайлалы һәм сейә киҫмәнднәре, алмағастың сәскә бөрөләрен зарарлаусы алмағас сәскәашары һәм сейә оҙонмороно. Вегетатив бөрө һәм япраҡтарҙы зарарлаусы ҡоротҡостар - алмағас, сейә, слива япрағы, крыжовник бәбәге бете, дүрт аяҡлы беттәр һәм күп һандағы япраҡ кәмереүсе ҡоротҡостар – бухарка-ҡуңыҙ, энәлек күбәләге, тулҡынсалар, алмағас ҡорто, слива ҡорто. Улар араһында иң ҡурҡыныслыһы - ағастың бөтә япрағын юҡ итеүсе алмағас ҡорто Еләк культуралары өсөн ҡурҡыныс ҡоротҡостар - ҡарағат күбәләге, мыйыҡлы ҡуңыҙ, ҡарағат япраҡ һәм һабаҡ осо себендәре, ҡарағат бөрөләре талпаны, үрмәкес талпаны, крыжовник көйә күбәләге, крыжовник ҡарышлауығы, ҡурай һәм ер еләге ҡорто, япраҡ ҡуңыҙы, ер еләге талпаны, ҡурай еләге ҡуңыҙы, ҡурай еләге бөрөһө көйәһе, ҡурай еләге һабағы себене һ.б.

Баҫыу, йәшелсә һәм баҡса культураларының бөжәк ҡортокостарына ҡаршы химик (пестицидтлар), биологик һәм механик (участоктарҙы сүп үләндәренән таҙартыу, тупраҡты уҙ ваҡытында эшкәртеп тороу) көрәш саралары ҡулланыла. Имеҙеүсе хайуандарҙан баҡса үҫемлектәренә иң ҙур зыян килтереүселәр – кимереүселәр: сысҡандар, ҡыр сысҡандары һәм ҡуяндар, улар бер сезон эсендә баҡсасыларҙың күп йыллыҡ хеҙметен юҡҡа сығарырға һәләтле. Сысҡан һәм һуҡыр сысҡандарға ҡаршы химмк көрәш саралары (ағыуланған алдағыс ем), биопрепараттар (бактериаль) ҡулланыла. Ағас олондарын һәм ботаҡтарын ҡуяндарҙан һаҡлау өсөн уларҙы төрлө материалдар менән урап бәйләйҙәр йә иһә ҡурҡытҡыс матдәләр һылайҙар.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Вредители и болезни полевых культур. М., 1970;
  • Мамаев К.А., Ленский Г.К., Соболева В.П. Борьба с вредителями и болезнями плодовых, ягодных и овощных культур. М., 1970;

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]