Ахун (вазифа)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ахун
фарс. آخوند
Рәсем

Ахунд, ахун (әзерб. Axund; фарс. آخوند)[1] — Әзербайжанда, Иранда һәм Рәсәй империяһында юғары разрядлы мосолман ғалимы вазифаһы, ғәрәп ҡаҙыйының аналогы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ахунд Аға Ализадә Әзербайжан Демократик Республикаһының беренсе шәйхулисламы

1788 йылға тиклем ахундар даруғалар (өлкәләр) һәм ҡала общиналары башлыҡтары булып, тап улар аша батша властары имамдар менән хеҙмәттәшлек итә. Ырымбур мосолман Диниә назаратының тәүге өс мөфтөйө лә элек ахун булған. Ахундар вазифаһы йыш ҡына аныҡ нәҫел һәм (йәки) төбәк менән бәйле була. Мәҫәлән, Өфөнөң беренсе йәмәғәте һәм ҡала ахуны вазифаһы, ғәҙәттә,Түбәнге Новгород өлкәһендә тыуып үҫкәндәр менән бәйле булған.

Башҡа төбәктәрҙә ҡулланылышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шул уҡ «ахун» (ҡыт. 阿訇 ҡайһы берҙә 阿衡; пиньинь: āhōng) исеме менән уйғырҙар менән ҡытай мосолмандары ла (хуэйцзу, дунгандар) үҙҙәренең имамдарын атай.

«Ахун» (үзб. охун) тип шулай уҡ үзбәктәр фирғәнә уйғырҙарын атай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ахунд // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)