Ашока (фонд)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ашока
Тип

коммерциялы булмаған фонд

Нигеҙләү йылы

1980

Нигеҙләүселәр

Билл Дрейтон

Урыны

Арлингтон Виргиния, АҠШ

Төп фигуралар

Билл Дрейтон

Эшмәкәрлек өлкәһе

социаль эшҡыуарлыҡ

Ағзалар һаны

3000

Милек

85 миллион АҠШ долларҙары (2011[1])

Веб-сайт

ashoka.org

Ашока, Ашока: Йәмәғәт өсөн инновациялар (ингл. Ashoka, ингл. Ashoka: Innovators for the Public) — Америка Ҡушма Штаттарының Колумбия округының закондар йыйылмаһы буйынса эшләгән халыҡ-ара коммерциялы булмаған фонд[2][3] — эшмәкәрлеге социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә эшләгән ойошмаларҙы һәм кешеләрҙе эҙләү, уларға ярҙам күрһәтеү булған глобаль ассоциация[4][5].

«Ашока» — система буйынса социаль эшҡыуарлыҡта инициативаларҙы, феноменды һәм «социаль эшҡыуарлыҡ» һүҙбәйләнешен популяризацияһы менән шөғөлләнгән тәүге ойошма[4][6].

Ойошма[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Билл Дрейтон

1980 йыдың 3 июнендә Билл Дрейтон, McKinsey & Company компанияһының бизнес менән идара итеүҙә элекке консультанты, «Ашока» фондын барлыҡҡа килтерә[4][7][3].

Дрейтонды ойошманың исеменә Ашока исемле һинд дәүләтенең батшаһы һоҡландыра — беҙҙең дәүергә тиклем 273—232 йылдарҙа Маурьйә империяһының хакимы күп ҡан түгелгән һуғышта Көньяҡ Азияның күп өлөшөн, әлеге Афғанстандан башлап Бенгалияға тиклем, һәм артабан көньяҡҡа табан Бенгал ерҙәрен үҙенә буйһондора, шунан һуң ул үҙ принциптарын үҙгәртә. Мәҙәниәтте һәм белем биреүҙе үҫтереү менән тотош ғүмер кимәлен яҡшыртыу — үҙенең хаким булған ваҡытындағы төп маҡсаттары[8]. Әлеге тикшеренеүселәр уйҙары буйынса, Буддизмды донъя диненә үҙгәртеү өсөн был хаким бөтәһенәндә күберәк эш эшләгән[9].

«Ашока» фондының штаб-квартираһы Америка Ҡушма Штаттарында Виргиния штатында Арлингтон округында урынлашҡан[6]. 2014 йылға ҡарата бөтә донъя буйлап ойошманың 37 региональ офисы асылған[10].

Эшмәкәрлегенең күрһәткесе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Финанслау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1981 йылға ҡарата «Ашока» фондының бюджеты 50 000 АҠШ долларҙарына тиң булһа, 2008 йылдың ғинуарына ҡарата 30 млн АҠШ долларҙарына тиклем күбәйә[11].

2010—2011 йылдарҙағы мәғлүмәттәр буйынса, «Ашока» фондының үҙ активтары 85 млн АҠШ долларҙарына тиң, шул уҡ ваҡытта 5 млн долларҙы инвестиция кеүек ойошмаларға бирә[1].

Ағзалыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2007 йылға ҡарата ойошмала 60 илдән 1 800 күберәк стипендиат-ағза эшләй[5]. 2011 йылда уларҙың һаны 2 меңде уҙа[4]. Ойошманың үҙ әйтеүе буйынса, 2014 йылда 70 илдән булған 3 меңгә тиклем ағзалар һаны күбәйә[7][12].

Ярҙам итеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ашока» фонды күп социаль инициативаларға, уларҙың уйлап табыусыларына һәм етәкселәренә ярҙам итә, улар араһында Dialogue Social Enterprise, D.light, Endeavor Global, Medic Mobile, Root Capital, TMSS, UnLtd, VisionSpring, Waste Concern, Гәмәл Әлбинсәид, Альбина Руис, Ацумаса Тотисако, Сүп-сар банкы, Грегори Диз, Реза Дегати, Джеру Биллимория проектары һәм башҡалар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Allen Grossman, Sarah Allpeby, Caitlin Reimers. Venture P hilanthropy: Its Evolution and Its Future (ингл.). Harvard Business School (13 июнь 2013). Дата обращения: 25 май 2015. 2015 йыл 25 май архивланған.
  2. non-profit, publicly supported foundation
  3. 3,0 3,1 Ashoka: Innovators for the Public (audited) (ингл.). Дата обращения: 21 апрель 2015.(недоступная ссылка)
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Changing the World on a Shoestring
  5. 5,0 5,1 М. Баталина, А. Московская, Л. Тарадина Обзор опыта и концепций социального предпринимательства с учетом возможностей его применения в современной России (рус.) // Государственный университет — Высшая школа экономики Институт управления социальными процессами. — Москва, 2007.
  6. 6,0 6,1 Ashoka: Innovators for the Public (contacts) (ингл.). Дата обращения: 21 апрель 2015.
  7. 7,0 7,1 Ashoka: Innovators for the Public (about) (ингл.). Дата обращения: 21 апрель 2015.
  8. Ирина Урнова Вклад в будущее Почему инвесторы идут в образование и культуру? (рус.). — Частный корреспондент, 2014-01-30.
  9. https://books.google.com/books?id=4o_URem5WMcC&pg=PA46
  10. Ashoka: Innovators for the Public (regional-offices) (ингл.). Дата обращения: 21 апрель 2015. 2015 йыл 29 март архивланған.
  11. Мария Черток , Инга Пагава. Билл Дрейтон: «Я съем этот стол, если в России нет социальных предпринимателей». Новый Бизнес (10 ғинуар 2008). Дата обращения: 27 апрель 2015.
  12. Ashoka: Innovators for the Public (annual report 2013) (ингл.). Дата обращения: 21 апрель 2015. 2014 йыл 1 декабрь архивланған.