Эстәлеккә күсергә

Ашхана (бүлмә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ашхана
Рәсем
 Ашхана Викимилектә
Германияла аш бүлмәһе

Ашхана — бүлмә, фатирҙағы аш бүлмәһе. Ул башлыса , ғаилә өсөн ашау, тамаҡ ялғау өсөн тәғәйенләнгән. Әлеге көндәрҙә аш бүлмәһе аш кухняһы менән бергә. Әммә урта быуаттарҙа аш бүлмәһе һәм кухня айырым булған. Ул айырым ҡатта урынлаштырылған. Тарихи ашханалар башлыса бер ҙур өҫтәлдән һәм бер нисә ултырғыстан торған. Иң киң таралған вариант — тура мөйөшлө өҫтәлдең ике башында ике ултырғыс һәм ян-яҡтарында бер нисәшәр ултырғыс (өҫтәлдең оҙонлоғона ҡарап).

Урта быуаттарҙа яҡшы шарттарҙа йәшәгән британлылар, шулай уҡ замоктарҙа йәшәүсе европа байҙары, ҡағиҙә булараҡ, ҙур залдарҙа ашаған.

Был зал күп функциялы бүлмә булған. Унда ғаиләнең бар ағзалары һәм шулай уҡ йортта йәшәгән кешеләр ҙә һыйған. Ғаилә бүлмәнең бейегәйтелгән өлөшөндә ултырған. Башҡа өйҙәштәргә урындар, статустарына ҡарап, тәртип буйынса билдәләнгән.

Өҫтәлдәр ҡағиҙә буйынса оҙонлоғона ҡарап ҡуйылған. Тирәһенә эскәмйәләр ултыртылған. Кешенең күп булыуы ашханаға йәнлелек индергән.
Күҙаллауҙар буйынса, ашханаларҙа эҫе, тынсыу, төтөнлө булғандыр һәм, моғайын, хаталар арҡаһында ҙур мөрйәләр ҡуйылғандыр. Ә һауа алмашыныу өсөн бик күп күләмдә булған ҙур ишектәр, тәҙрәләр ҡуйылғандыр.

Билдәле ваҡыттан һуң имениелар тотоусы хәлле кешеләрҙә ашау урынын йыйнаҡ, бәләкәй, ыҡсым бүлмәләрҙә үткәреү теләге тыуа. Был заман талабы — сәйәси, социаль үҙгәрештәр башлана. Иң беренсеһе бар Европаны солғап алған Ҡара үлем, ул европалағы эшсе ҡатламдың кәмеүенә килтерә, феодализм системаһы тарҡала башлай. XIV быуатта был һәләкәт Европаны бөлгөнлөккә төшөрә.

Тағы ла монастырҙар барлыҡҡа килеүе (Генрих VIII тарафынан) руханиҙарҙың күп халыҡ менән аралашыуҙары һөҙөмтәһендә күпселек халыҡты аҡылһыҙлыҡҡа алып килә.
Һөҙөмтәлә аңлы халыҡ ҡунаҡтар бүлмәһендә ашауға ғәҙәтләнә. Шулай итеп Ашхана ике айырым бүлмәгә айырыла. Ул бүлмәләр Оло бүлмәнән алыҫыраҡ урынлаштырыла. Уларҙы болдор баҫҡыстары айырып тора. Шулай итеп, яйлап ҙур залда ашау һирәгәйә. Тик айырым осраҡтара ғына ғына ойошторола.
XVIII быуат башында ҡатын ҡыҙҙар менән ирҙар ашауы айырыла башлай. Ҡатын-ҡыҙҙар ҡунаҡтар бүлмәһендә, ирҙәр аш бүлмәһендә туҡтала. Ирҙәр унда ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырмалы булараҡ, эсемлектәр эсә, ирҙәр йыйындары уҙғарыу урынына әүерелә.

Америка Ҡушма Штаттары, хәҙерге заман ашханаһы өлгөһө

Ябай төнъяҡ америка ашханаларында ян-яғына ултырғыстар ҡуйылған өҫтәл тора. Шулай уҡ төрлө стилдәге предметтар булырға мөмкин. Хәҙерге ашханаларҙа йыйылма өҫтәлдәр ҡуйыла. Кәрәк саҡта улар киңәйтелә. Башлыса өҫтәлдәр ағастан эшләнелә. Ҡайһы берәүҙәр, ашхана бөхтә һәм камфорт булһын өсөн, кушеткалар, йәки йомшаҡ ҡәнәфиҙәр (креслолар) ҡуя.
Англияла ашханала йәкшәмбе көндәрендә генә ашайҙар, башҡа ваҡытта — аш бешереү бүлмәһендә (кухняла). Австралияла традицион ашханалар күп кенә ғаиләләр ҡуллана. Тик ашау күбеһенсә ҡапҡылап алыу өсөн тәғәйен ерҙә йәки телевизор янында башҡарыла.

Башҡорт ашханалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]