Ашҡаҙарский (Ҡудашев) Ильясбәк Батыргәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ашҡаҙарский
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Тыуған көнө 3 март 1884({{padleft:1884|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Ырымбур
Вафат булған көнө 31 декабрь 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (58 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Ҡазан ҡалаһы
Уҡыу йорто Хөсәйениә мәҙрәсәһе
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Изображение печати/эмблемы

Ашҡаҙарский (Ҡудашев) Ильясбәк Батыргәрәй улы (3 март 1884 йыл — 31 декабрь1942 йыл) — театр эшмәкәре, режиссёр, актёр. Хеҙмәт Геройы (1926)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ильясбәк Батыргәрәй улы Ҡудашев 1884 йылдың 3 мартында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Шөңгәккүл станцияһы ҡасабаһында (хәҙерге Башҡортостандың Шишмә районы) тыуған[1].

Мин Һамар-Ырымбур тимер юлының Ново-Сергиевка тимер юлы станцияһында, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Боғаҙы улусы Шланлыкүл ауылы, хәҙер Башҡорт Автономиялы Республикаһы, дәүләт крәҫтиәндәренән булған машинист Батыргәрәй Ғәбделсәләм улы һәм уның ҡатыны Мәрйәм Ниғмәтулла ҡыҙы Ҡудашевтар ғаиләһендә тыуғанмын (Ашҡаҙарскийҙың автобиографияһынан)[2].

1899 йылда — «Хөсәйениә» мәҙрәсәһен, 1904 йылда Ҡазанда Татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлаған.

1905 йылда уҡ Ҡудашев-Ашҡаҙарский Ырымбурҙа театр труппаһын булдырыу ниәте менән йәшәй башлай һәм «Мосолман драмаһы һәм мелодрамаһы» («Фаҗига вә мөссәкин исламия») һәүәҫкәр театр коллективын ойоштора. 1906 йылда Өфө ҡалаһында тәү башлап А. Н. Островскийҙың «Белем — яҡтылыҡ, белемһеҙлек — ҡараңғылыҡ, йәки Ҡара эт бәләһе —аҡ эткә» («Ученье — свет, а неученье — тьма, или В чужом пиру похмелье») комедияһы буйынса спектакль күрһәтелә. Ҡудашев-Ашҡаҙарский пьесаны үҙе тәржемәләй һәм бер аҙ үҙгәртеүҙәр индерә.

Шулай итеп, И. Б. Ҡудашев-Ашҡаҙарский етәкселегендә Рәсәйҙә беренсе «мосолман драма артистары труппаһы» барлыҡҡа килә. Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында ла үҙешмәкәр театр коллективтарын ойоштора. Труппаның тәүге артистары Нурулла Ғәйнуллин, Әхмәт Ишморатов-Ҡулалаев, Нуретдин Хәйретдинов-Ахундов, Вәлиулла Мортазин-Иманский булалар. 1907 йылдың майында труппа тәүге тапҡыр Волга буйы тарафтарына гастролдәргә сыға. Август айында Түбәнге Новгородта труппаға С. Ғиззәтуллина-Волжская һәм Г. Кәриев ҡушылалар.

1907 йылдың ноябрендә Ашҡаҙарскийҙың труппаһы Мәскәүҙә сығыштар яһай[3]. Әммә труппала барлыҡҡа килгән ҡаршылыҡтар арҡаһында 1907 йылдың декабрь айында Ҡудашев-Ашҡаҙарский труппаны ташлап сыға. Артабан труппа сығыштарын Сәйяр исеме аҫтында дауам итә. 1908 йылда Ҡудашев-Ашҡаҙарский ҡабаттан «Фаҗига вә мәсәкин исламия» исемле һәүәҫкәр труппа туплай, һуңғараҡ әлеге труппа «Мосолман драмаһы», «Сәйәх» исемдәрен йөрөтә. Башлыса музыкаль спектакль — водевилдәр, шулай уҡ концерттар ҡуялар. Ашҡаҙарский үҙе йырлай, пианинола, скрипкала, гармунда, мандолинала уйнай, шиғырҙар уҡый. Ашҡаҙарский үҙ төркөмдәре репертуарында төп ролдәр башҡара: Чацкий («Аҡыллылыҡ бәләһе», А. С. Грибоедов), Хлестаков («Ревизор», Н. В. Гоголь), Йөҙкәй («Ялсы», Т.Ғиззәт)[1].

Режиссёр постановкалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күбеһенсә урыҫ һәм татар драматургияһы әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр ҡуя, улар араһында — Островскийҙың «Ярлылыҡ ғәйеп түгел» («Бедность не порок»), А. П. Чехов водевилдәре һәм сәхнәләштерелгән хикәйәләре (үҙ тәржемәһе һәм редакцияһында), Н. Кемалдең «Ҡыҙғаныс бала» («Жалкое дитя»; Ғ.Камал тәржемәһе һәм редакцияһы), Ф.Хәлидиҙең «Мәхрүсә ханым» һәм «Морат Сәлимов», Я.Вәлиҙең «Оят йәки Күҙ йәше» һәм «Аслыҡ ҡушты» (бөтәһе лә — татар телендә) б‑са спектаклдәр ҡуя[1].

Октябрь революцияһынан һуң 1-се Революцион Армия подразделениеларында ҡыҙылармеецтарҙың концерт төркөмдәре менән етәкселек итә, һуңғараҡ Татар АССР-ының мәҙәниәт һәм сәнғәт учреждениеларында эшләй. 1928 −1929 йылдарҙа Татар академия театрында хеҙмәт итә. Артабан эстрадаға күсә, шул уҡ ваҡытта әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.

Совет власы йылдарында Ҡудашев-Ашҡаҙарский художестволы концерт программаллары менән, шулай уҡ скрипкасы булараҡ, сығыштар яһай. Уның башҡарыуында урыҫ һәм татар яҙыусыларының, татар композиторҙарының һәм халыҡ музыкаль ижады әҫәрҙәре грампластинкаларға яҙҙырыла[1].

Ашкаҙарский (Ҡудашев) Ильясбәк Батыргәрәй улыҠазанда 1942 йылдың 31 декабрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 АШҠАҘАРСКИЙ (Ҡудашев) Ильясбәк Батыргәрәй улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Татарский государственный академический театр имени Галиасгара Камала. Сто лет. В двух томах. Второй том стр.92
  3. Ноябрь 1907 — Газетные «старости» (Архив)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]