Ағас кеше

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ағас кеше

Ағас кеше (әзерб. ağac adam, «мәшә әҙәм», «урман кешеһе») — балҡар һәм әзербайжан мифологияһы персонажы[1].

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Балҡар һәм әзербайжан мифологияһында тау урмандарында йәшәгән мифик зат. Уны ир ҙә, ҡатын да була тип һанайҙар, кеше менән маймыл араһындағы ҡиәфәтле, бик һаҫыҡ еҫле итеп күҙаллағандар. Ағас кеше ашарға эҙләп, төндәрен кешеләр ташлаған иҫке кейемдәрҙе кейеп, емеш-йәшелсә баҡсаларына килә тип һанала. Ҡайһы бер белгестәр фаразы буйынса, ул урыҫтарҙың «ҡар кешеһе» персонажына яҡын[2].

Башҡорт һәм татар халыҡтары ижадында уға оҡшаған персонаж — шүрәле бар. Шүрәле кешеләрҙе ҡытыҡлап үлтерә тигәндәр. Ғабдулла Туҡайҙың «Шүрәле» тигән атаҡлы әҫәре нәҡ шул ерлектә яҙылған[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азербайжан