Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ағишев Сәғит Ишмөхәмәт улы битенән йүнәлтелде)
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Сәғит Агиш
Agish.jpg
Исеме:

Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы

Тыуған көнө:

25 декабрь 1904(1904-12-25)

Тыуған урыны:

Ырымбур өлкәһенең Александровка районы Иҫәнгилде ауылы

Вафат көнө:

21 май 1973(1973-05-21) (68 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы

Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы, Сәғит Агиш (25.12.1904 — 21.05.1973) — күренекле башҡорт яҙыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, 1934 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы.

Тормош юлы[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

1905 йылдың 19 ғинуарында хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Александровка районының Иҫәнгилде ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.

  • 1917—1919] Ырымбур ҡалаһында «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә уҡый, 1919 йылда ауырып, үҙ ауылына ҡайта һәм күрше Юлдаш ауылындағы II баҫҡыс мәктәпкә керә.
  • 1921 йылда Ырымбурға барып, Башҡорт педагогия техникумына уҡырға инә.
  • 1925 йылда комсомолдың өлкә комитеты органы «Башҡортостан йәштәре» газетаһына секретарь итеп алына.
  • «Белем» журналында «Ауыл дауылда» тигән тәүге шиғыры баҫыла.
  • 1932 йылдан башлап ул үҙенең бөтә ижади көсөн проза жанрында эшләүгә бирә.
  • 1932 йылда С. Агиш Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетының киске бүлегенә уҡырға инә.
  • 1934 йылда, институттың II курсын тамамлап, уҡытыусы булып китә. Сермән, Дәүләкән педучилищеларында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡыта.
  • 1939 йылда Өфөгә килеп, Башҡортостан уҡытыусылар белемен камиллаштырыу институтында башҡорт әҙәбиәте методикаһы буйынса ғилми эшмәкәр булып эшләй.
  • Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, ул Ғафури районында ике йыл Сәйетбаба урта мәктәбендә уҡытыусы, завуч булып эшләй.
  • 1943 йылда Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһына һайлана. Өфөгә ҡайта, Яҙыусылар союзында әҙәби консультант булып эшләй.
  • 1949—1951 йылдарҙа С. Агиш «Әҙәби Башҡортостан» журналында мөхәррир була.
  • 1973 йылдың 21 майында вафат була.

Үлгәндән һуң 1975 йылда Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Башҡорт, рус, татар, мари телдәрендә яҙыусының иллегә яҡын китабы баҫылып сыҡҡан. Оҙаҡ йылдар Сәғит Агиш Өфө ҡала Советы депутаты була. Өфө ҡала Советы башҡарма комитетының 1974 йылдың 23 ғинуарындағы ҡарары менән Совет районындағы Полярная урамы уның исеме менән атала. Сәғит Агиш йәшәгән Карл Маркс урамындағы 57-се йортҡа таҡтаташ ҡуйылған. Ғафури районы Сәйетбаба ауылындағы ул эшләгән мәктәп бинаһында таҡтаташ бар. Башҡорт яҙыусыһы Сәғит Ишмөхәмәт улы Агишевтың ҡәбере Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында.

Китаптары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • «Беҙҙең көлөү» (1928)
  • «Шартына килһен» китабындағы әҫәрҙәре (1933):
  • «Шартына килһен»
  • «Ялағай»,
  • «Ғәләмшә бурылы»
  • «Сафиулла илай»
  • «Тәпән»
  • «Микрофон»
  • «Һуңғы мәйеттәр»
  • «Атлы Илмырҙа» (1942)
  • «Әхмәдулла» (1944)
  • «Фронтҡа» (1944)
  • «Минең өс айым» (1944)
  • «Ерәнсәй»

Хикәйәләре[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • «Фәтхи һалдат» (1957)
  • «Дан»
  • «Ҡунаҡ һәм намыҫ»

Повестары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Романдары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

  • «Нигеҙ» (1951)

Ордендары[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | Cығанаҡ кодты үҙгәртергә]