Ағиҙел ҡалаһы флагы
| Ағиҙел ҡалаһы флагы | |
| Нигеҙләү датаһы | 13 июль 2006 |
|---|---|
| Дәүләт |
|
| Юрисдикция таралышы | Ағиҙел |
Ағиҙел ҡалаһы флагы — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡалаһы ҡала округы символы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһының Межгорье ҡалаһы ЯАББ ҡала округы Советы ҡарары менән 2006 йылдың 19 июлендә 122-се номер аҫтында раҫланған.
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт символика регистрына 065 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.
Рәсәй Федерацияһының геральдик регистрына 2947 регистрацион номеры аҫтында индерелгән.
Авторы — Салауат Ғиләжетдинов[1].
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Оҙонлоғо киңлегенә 2:3 нисбәтендә булған зәңгәр төҫтәге тура мөйөшлө яҫылыҡ, уның үҙәгендә — аҡ төҫтәге өс цикломор менән уратылған (береһе билдән, икеһе — ҡыялаш) ҡыҙыл шар. Цикломорҙар менән шарҙы өҫ яҡтан һәм аҫтан һары төҫтәге ике бер-береһе менән тоташтырылмаған зәйтүн ботаҡтары уратҡан.
Символиканы нигеҙләү
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Флаг ҡала округының иҡтисади үҙенсәлектәрен сағылдырған ҡала гербы нигеҙендә эшләнгән.
Ағиҙел ҡалаһы Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымының уң ярында урынлашҡан. Башҡортостан АЭС-ының спутнигы булараҡ төҙөлгән ҡала атом энергикаһынан айырылғыһыҙ. Киләсәктә ҡала иҡтисады атом энергетикаһында нигеҙләнәсәк, шуға күрә гербтың төп фигураһы итеп атом билдәһе һайланған[1].
Атомды айырылған таж менән уратыу уның хәүефһеҙ (тыныс) булыуын күрһәтә.
Шулай уҡ гербтағы алтын зәйтүн тажы ҡаланың cәскә атыуын, данын һәм байлығын билдәләй.
Гербтағы көмөш төҫ — иман, рухлылыҡ, таҙалыҡ һәм ихласлыҡ символы.
Атом билдәһенең ҡыҙыл төҫө — йылылыҡ, шулай уҡ тыуған ҡалаға һөйөү, халҡының ҡаһарманлығы, батырлығы һәм киң күңеллеге символдары[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ағиҙел ҡалаһы сайтында герб geraldika.ru
- Символика городов и районов Республики Башкортостан. Город Уфа, стр. 39-40.