Аҙау хәрби флотилияһы моряктарына һәйкәл

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Һәйкәл
Аҙау хәрби флотилияһы моряктарына һәйкәл
280px
Ил Рәсәй
Ҡала Ростов өлкәһе, Аҙау ҡалаһы
Архитектор А. Иванов, Г. Стульцев
Төҙөлөшө  ???—1975 йылдар

1975

Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100230000объект № 6100230000

Аҙау хәрби флотилияһы моряктарына һәйкәл — Ростов өлкәһенең Аҙау ҡалаһындағы һәйкәл. 1975 йылдың май айында йылға вокзалы янында ҡуйылған. Регион әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҙау хәрби флотилияһы моряктарына һәйкәл Аҙау ҡалаһының тарихи Үҙәк районында диңгеҙ вокзалы янында ҡуйылған. Һәйкәл постаментҡа ҡуйылған торпедалы катерҙан ғибәрәт. Был монумент халыҡ депутаттары ҡала Советының башҡарма комитеты ҡарары буйынса ҡуйылған.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Таганрог ҡалаһы 680 көн немец баҫҡынсылары ҡулында булды. 1941 йылдың октябренән алып 1942 йылдың июль айына тиклем Азов ҡалаһында Аҙау хәрби флотилияһының айырым Дон отряды урынлашҡан була. Отряд Дон тамағын һәм Таганрог ҡултығының яр буйын һаҡлай. Дон отряды составында 10-сы һанлы «Тыуған ил өсөн» бронепоезды, йылға тупсы кәмәләре, ҡарауылсы катерҙар дивизионы, 661-се яр буйы батареяһы, 40-сы айырым артиллерия дивизионы була. Айырым Дон отряды моряктары араһында Советтәр Союзы Геройы Цезарь Куников була.
Аҙау хәрби флотилияһы хәрбиҙәре 1943 йылдың 30 авгусында Таганрог районында хәрби диңгеҙ десанты төшөрәләр. Моряктар, Дон дельтаһы ҡылымыҡтары буйлап оккупацияланған территориялар эргәһендә еңел караптарҙа хәрәкәт итеп, үҙҙәренең һуғыш хәрәкәттәре менән ҡаланы азат итеүгә ярҙам итәләр. Аҙау һәм Аҙау районын немецтәр оккупациялағандан һуң, Аҙау хәрби флотилияһын Ҡара диңгеҙ яр буйына Новороссийск ҡалаһы янына күсерәләр. Бында Станички районында (Мысхако мороно) «Кесе ер» плацдармы өсөн һуғыштар барған була.

Һуғыш йылдарында Аҙау хәрби флотилияһының 1500-кә яҡын морягы ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Улар араһында Советтар Союзы Геройҙары була. Һуғыштан һуң 3-сө Аҙау мәктәбенең ихатаһында Советтар Союзы Геройы Куников Цезарь Львовичтың бюсы ҡуйыла.

Аҙау хәрби флотилияһының айырым Дон отряды маряктары батырлығы хөрмәтенә монумент 1975 йылдың 7 майында асыла.

Һүрәтләмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәйкәл бейек бетон постаментҡа ҡуйылған ысын торпедалы катерҙан ғибәрәт. Бындай катерҙарҙа Аҙау хәрби флотилияһының Дон отряды моряктары һуғыша. Һәйкәлдең авторҙары — архитекторҙар А. Иванов һәм Г. Стульцев. Һәйкәлдең постаментында яҙыу яһалған: «Тымыҡ Дон яр буйына мәңгелек якорға һин Аҙау хәрби флотилияһының 1941—1942 йылдарҙағы дәһшәтле, ҡаты һуғыштары иҫтәлегенә ҡуйылғанһың».

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Михайлушкин П. Морякам Азовской военной флотилии/П. Михайлушкин //Красное Приазовье. — 1984. — 1 августа
  • Чумак, Т. Героическим морякам. Газ. Читай-Азов. 2008. — 5 августа.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]