Эстәлеккә күсергә

Аҙнабаев Рауил Әхмәтйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рауил Әхмәтйән улы Аҙнабаев
Тыуған көнө

29 март 1959({{padleft:1959|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (65 йәш)

Тыуған урыны

Силәбе, СССР

Ил

СССР СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

офтальмология

Эшләгән урыны

Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ

Альма-матер

БДМИ

Ғилми дәрәжәһе

медицина фәндәре докторы

Ғилми исеме

профессор

Тышҡы һүрәттәр
Рауил Аҙнабаев

Аҙнабаев Рауил Әхмәтйән улы (29 март 1959 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең күҙ табибы. Медицина фәндәре докторы (2000), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001).

Рауил Әхмәтйән улы Аҙнабаев 1959 йылдың 29 мартында Силәбе ҡалаһында тыуа.

1982 йылда Өфөләге Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай.

Юғары уҡыу йортон тамалағас, Рауил Аҙнабаев Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ‑нда эшләй, ә 2003 йылдан алып төп ғилми хеҙмәткәр вазифаһын биләй. Дауаланыусыларҙы Өфөнөң «Риа-Медоптик» клиникаларында ҡабул итә[1].

1987 йылда Башҡортостан комсомолы премияһына лайыҡ була.

2000 йылдар «медицина фәндәре докторы» дәрәжәһенә диссертация яҡлай. 2001 йылда — «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы» исеменә лайыҡ була, 2011 йылдан — профессор.

Рауил Әхмәтйән улының ғилми тикшеренеүҙәре балаларҙа катаракта һәм шуның өҙлөгөүҙәрен иҫкәртеү һәм хирургик ысулы менән дауалау мәсьәләләренә арналған. Аҙнабаев күҙ яҫмығы һәм күҙ мөгөҙсәһенең тыумыштан һәм тормошта килеп сыҡҡан ауырыуҙарын дауалауҙың өр яңы ысулдарын уйлап таба, илдә беренсе тапҡыр кесе йәштәге балалар күҙенең быяла һымаҡ есемен хирургик юлы менән дауалау юлдарын ҡуллана башлай.

Аҙнабаев 200 тирәһе ғилми тикшеренеүҙәр һәм 36 уйлап табыу авторы кеүек билдәле.

Рәсәй күҙ табиптары ойошмаһында тора, Өфө күҙ ауырыуҙары ҒТИ-ның ғилми кәңәшмәһенең ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1987)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2001)
  • Вторичная имплантация заднекамерных интраокулярных линз у детей. Өфө, 2009 (авторҙ.).