Эстәлеккә күсергә

Аҙнаев Вельмир Хәйбрахман улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҙнаев Вельмир Хәйбрахман улы
Флаг
Флаг
Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Төбәктәр һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы етәксеһе урынбаҫары
(1997-2006)
 
Тыуған: 3 февраль 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (76 йәш)
Башҡорт АССР-ы Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылы
Партия: Единая Россия
Белеме: юғары
Профессияһы: ғалим-агроном
 
Наградалары:

«Почёт Билдәһе» ордены

Аҙнаев Вельмир Хәйбрахман улы (3 февраль 1948 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1997—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Төбәктәр һәм кадрҙар менән эшләү идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2008).

Вельмир Хәйбрахман улы Аҙнаев 1948 йылдың 3 февралендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Айыусы ауылында тыуған. Айыусы, Мырҙаш ауылдары — 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт халҡының милли батыры Ҡаһым Түрә (Ҡасим) Мырҙашевтың тыуған яғы.

Башланғыс белемде тыуған ауылында ала. 1965 йылда Ишембай ҡалаһының 2-се һанлы интернат-мәктәбен (хәҙер Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатын)тамамлай. Мәктәп йылдарында йәмәғәт эштәре, спорт менән етди шөғөлләнә. 19671972 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтының агрономия факультетында уҡый. 1986 йылда Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлай.

19661967 йылдар- Салауат ҡалаһында 18-се нефтехимкомбинатта машинист ярҙамсыһы булып эшләй.

19721982 йылдар — Стәрлетамаҡ районы «Ашҡаҙар» колхозында агроном, колхоз рәйесе;

19821985 йылдар — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы;

19851990 йылдар- КПСС-тың Мишкә район комитетының икенсе секретары, район Советы башҡарма комитеты рәйесе;

19901991 йылдар — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында инструктор, консультант;

19911993 йылдар — «Башкирскагропромхимия» берләшмәһе рәйесе урынбаҫары;

19931994 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советының агросәнәғәт бүлеге мөдире ;

19941997 йылдар — «Башкортостанхлебопродукт» дәүләт акционерҙар йәғиәтенең генераль директоры;

19972006 йылдар — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең Төбәктәр һәм кадрҙар менән эшләү бүлеге етәксеһе урынбаҫары;

20062008 йылдар — «Строительная компания трест № 21» асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының дөйөм эштәр буйынса урынбаҫары;

20092014 йылдар — Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто директоры.

2014 йылдан — Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты аппараты идаралығы етәксеһе.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Стәрлетамаҡ район Советы депутаты (1976—1982).
  • Мишкә район Советы депутаты (1985—1990).
  • Башҡортостан Республикаһының беренсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
  • 2016 йылдың 21 мартынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары.
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының беренсе, икенсе, өсөнсө, дүртенсе йыйыны делегаты.
  • Башҡортостан Республикаһы Көрәш һәм билбау менән көрәш федерацияһы рәйесе урынбаҫары;

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1981)
  • «За заслуги в проведении Всероссийской переписи населения» миҙалы (2003)
  • «За самоотверженный труд в Республике Башкортостан» билдәһе (2013)
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыма» миҙалы (2013)

2006 йылда тыуған ауылында башҡорт халҡының легендар улы- 1812 йылдағы Ватан һуғышы батыры Ҡаһым түрә Мырҙашевҡа һәйкәл төҙөүҙе башлап йөрөүселәрҙең береһе. Шулай уҡ ошо ерҙә, Ашҡаҙар йылғаһы буйында, тыуған мәшһүр башҡорт халыҡ йыры «Ашҡаҙар»ға иҫтәлекле таш ҡуйыуҙы ойоштороусы. «Берҙәм Рәсәй» фирҡәһе ағзаһы.