Аҙнағолов Венир Ғәлимйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҙнағолов Венир Ғәлимйән улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 8 февраль 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йәмәғәт эшмәкәре
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Аҙнағолов Венир Ғәлимйән улы (8 февраль 1947 йыл) — партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим. Сәйәсәт фәндәре кандидаты. Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһы 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты, Башҡортостан Республикаһының 1-се һәм 2-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Венир Ғәлимйән улы Аҙнағолов 1947 йылдың 8 февралендә Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районы Хоҙайбирҙе ауылында тыуған. 1966 йылда урта мәктәпте тамамлағас, колхозда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

1966—1968 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

1968—1969 йылдарҙа Күмертауҙа ДОСААФ-тың район комитеты рәйесе булып эшләй.

Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған.

1974 йылдан алып 1978 йылға тиклем Хоҙайбирҙин исемендәге колхозда баш агроном, партком секретары була.

1978 йылда КПСС-тың Әбйәлил район комитетының — икенсе, 1987 йылда беренсе секретары итеп һайлана.

1991 йылдан 2000 йылға тиклем — Күгәрсен район Советы рәйесе, Күгәрсен районы хакимиәте башлығы.

2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе.

Артабан «Газ-сервис» ЯСЙ-ның профсоюз комитеты рәйесе[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының ун икенсе саҡырылыш халыҡ депутаты итеп һайлана, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Вәкилдәр Палатаһы депутаты.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре
  • Күгәрсен районының почетлы гражданы
  • Салауат Юлаев ордены
  • I дәрәжә Бөйөк Петр ордены
  • II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» миҙалы
  • «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы[3] .

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Азнагулов Венир Галимьянович // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 1. — Уфа, 2005

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]