Аҡай (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Аҡай — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла киң ҡулланыла

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡай б, - ағай һүҙенең диалект формаһы; хөрмәтле, абруйлы мәғәнәһендә.Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре 2021 йыл 5 октябрь архивланған.. — Өфө, 2006.

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡай Күсемов (? — 1738 йыл һуң, артабанғы яҙмышы билдәһеҙ) — 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе.

Аҡай Нусупбек улы Нусепбеков (9 декабрь 1909 — 28 июль 1983) — тарих фәндәр докторы (1961), профессор (1963), Ҡазаҡ ССР-ы Фәндәр академияһы академигы (1967), Ҡазаҡ ССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1971), Ҡазаҡ ССР-ының Дәүләт премияһы лауреаты (1982)[1]

Акай Курбан улы Мортазаев (1961 й. тыуған) — магнетизм, хисаплау физикаһы, фаза һәм киҫкен күренештәр физикаһы өлкәһендәге белгес, РФА-ның мөхбир ағзаһы (2008), физика-математика фәндәре докторы, профессор.[2]

Онғарбаев Аҡай Онғарбай улы 1909 — 1974 — совет партия һәм сәйәси эшмәкәр. 1943 — 1955 йылдарҙа Ҡаҙаҡ ССР-ының Дәүләт контроле наркомы (1946 йылдан министры). РКП (б) ағзаһы.[3]

Аҡай Боляев (шулай уҡ Мырҙаҡай) (? - 1670 йылдың декабрендә язалап үлтерелә - эрзя мырҙаһы, 1670 - 1671 йылдарҙа үткән Степан Разин етәкселегендәге крәҫтиән ихтилалы юлбашсыларының береһе.[4]


Фамилия[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡаев Асҡар Аҡаевич (Ҡырғыҙ ССР-ы, Фрунзе (Чүй) өлкәһе, Ҡыҙыл-Байраҡ ауылы) — совет һәм ҡырғыҙ дәүләт, сәйәси һәм фәнни эшмәкәре.

Аҡаев Әбүсуфьян Акай-Ҡадир улы (1872 — 1931 йылдарҙа йәшәгән). Түбәнге Казанище ауылында тыуған (Дағстан өлкәһе Буйнак районы) — ғалим, дин әһеле, шағир, нәшерсе һәм Буйнаҡтағы беренсе ислам типографияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе.[5]


Аҡаева Майрам Дөйшән ҡыҙы — Ҡырғыҙ Республикаһы тәүге Президенты Асҡар Аҡаевтың ҡатыны. Ҡырғыҙстанда 1990 йылдан алып 2005 йылға тиклем беренсе ҡатын-ҡыҙ.[6]

Сезги ́Сена Аҡай (31 октябрь, 1995 йыл, Истанбул, Төркиә) — төрөк актрисаһы һәм моделе, «2012 йылғы иң яҡшы модель» титулын йөрөтә.[7]

Ауылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Акаево — Рәсәйҙең Түбәнге Новгород өлкәһе Починкин районындағы ауыл. Пеля-Хованский ауыл Советы составына инә.[8]


Аҡай - Рәсәй, Рязань өлкәһе һәм Мордовия сигендәге ташландыҡ хәлендәге ауылӨҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы өсөн </ref> ябыу тамғаһы юҡhttps://62info.ru/history/node/10735 2021 йыл 9 октябрь архивланған.</ref>

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]