Аҡбаш (Свердловск өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Аҡбаш
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Свердловск өлкәһе

Муниципаль район

Түбәнге Серге районы

Координаталар

56°18′ с. ш. 59°04′ в. д.HGЯO

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

66, 96

ОКАТО коды

65 228 803 001

ОКТМО коды

65 628 104 141

Аҡбаш (Рәсәй)
Аҡбаш
Аҡбаш
Аҡбаш (Свердловск өлкәһе) (Свердловск өлкәһе)
Аҡбаш

Аҡбаш (рус. Акбаш) — Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районында урынлашҡан тарихи башҡорт ауылы, Михайловск муниципаль берәмегенә керә.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 698 кеше йәшәй, шул иҫәптән 341 ир-ат һәм 357 ҡатын-ҡыҙ[1].

2002 йылда уҙғарылған Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса ауылда 679 кеше теркәлгән[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда кантон идаралығы осоронда (1798—1865 йылдар) Аҡбаш ауылы 2-се башҡорт кантонының 5-се йортона кергән[3].

1834 йылда үткәрелгән ревизия мәғлүмәттәре буйынса ауылдың 20 йортонда 106 башҡорт йәшәгән[3]. 1850 йылғы ревизия 19 йортта 157, ә 1859 йылда 27 йортта 238 башҡортто теркәгән[3].

Ауылда йәшәүселәр бөтәһе лә үҙ ерҙәренә эйә булыусы аҫабалар булған[3].

Архив сығанаҡтарҙа шулай уҡ ауылда йәшәүселәрҙең хужалығы тураһында ла мәғлүмәт һаҡланған. Мәҫәлән, 1842 йылда ауылда йәшәүселәр 584 бот ярма икмәк сәскән[3]. Аҡбашта йәшәүселәр йәйгеһен йәйләүгә сыҡмайынса йыл әйләнәһенә ауылда йәшәгәндәр[3].

Профессор Ә.З.Әсфәндиәров 1850 йылда үткәрелгән IX ревизия мәғлүмәттәренә таянып ауылда йәшәүсе башҡорттарҙың исемлеген баҫтырған:

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]