Аҡбейек (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Аҡбейек
53°46′38″ с. ш. 58°06′57″ в. д.HGЯO
Ил Рәсәй Рәсәй
Регион Башҡортостан
Тау системаһы Урал тауҙары
Оҙонлоғо 6 км
Киңлеге 5 км
Иң юғары нөктәһе 969
Аҡбейек (һырт) (Рәсәй)
Montanya.svg
Аҡбейек
Аҡбейек (һырт) (Башҡортостан Республикаһы)
Montanya.svg
Аҡбейек

АҡбейекБашҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт.

Белорет районы буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа табан субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо 6 км, киңлеге 5 км тиклем, абсолют бейеклеге 969 м. Яйла һымаҡ бер нисә түбәнән тора. Төньяҡта яйлап Оло Ҡыраҡа һыртына, көньяҡта Суртанды һыртына күсә.

Тәрәнлеге 350‑нән алып 400 м еткән күп һанлы тау араһы уйпатлыҡтары һәм уйһыулыҡтары менән йырғыланған. Палеозойҙың ультраһелтеле тоҡомдарынан, тау араһы уйпатлыҡтары ҡомташтарҙан, һәүерташтарҙан, эзбизташтан һәм ордовиктың, силурҙың һәм девондың төп эффузивтарынан тора. Һырттың көнбайыш битләүҙәрендә Оло Һарғая йылғаһы (Ағиҙел йылғаһы ҡушылдығы) башлана.

Ландшафтары һоро тау тупрағындағы асыҡ ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы ҡайын-уҫаҡ урмандарынан тора. Төньяҡ өлөшөндә ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: 500—550 м бейеклеккә тиклем битләүҙәрҙә ҡайынҡарағай урмандары үҫә, өҫтәрәк өлгөрөп етмәгән ҡараға оҡшаш тау тупрағында ҡайын-ҡарағай-ҡарағас урмандары урынлашҡан; һырттың үрге өлөшөн лишайниктарҙан, петрофиттарҙан (ҡамғаҡ, ҡанүлән, ҡуян кәбеҫтәһе, ҡоторма һ.б.) торған ҡая үҫемлектәре биләй.

Топонимика[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Атамаһы алыҫтан бейек һәм аҡ төҫтә күренгән өсөн алынған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]