Аҡбирҙин Сибәғәт Ғәйнетдин улы
| Аҡбирҙин Сибәғәт Ғәйнетдин улы | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Гражданлыҡ |
|
| Тыуған көнө | 1904 |
| Тыуған урыны | Шишмә районы |
| Вафат булған көнө | 24 ноябрь 1942 |
| Вафат булған урыны | Обливская[d], Ростов өлкәһе, РСФСР, СССР |
| Һөнәр төрө | яугир |
| Хәрби звание | лейтенант |
| Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
| Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
| Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы | яуҙа һәләк була[d] |
Аҡбирҙин Сибәғәт Ғәйнетдин улы (рус. Акбердин Сибагат Гайнутдинович; 1904 — 24ноябрь 1942) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкының пулемёт взводы командиры. Лейтенант[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сибәғәт Ғәйнетдин улы Аҡбирҙин 1904 йылда Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы) Яңы Сафар ауылында тыуған.
Шишмә районы хәрби комиссариаты Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡыра.
1942 йылда фронтҡа киткәндә, Сибәғәт Ғәйнетдин улы кескәй улын һәм ҡыҙын балалар йортонда ҡалдыра. Балаларына әйткән һуңғы һүҙҙәре: «Һәр саҡ бергә булығыҙ, беҙ башҡа күрешә алмаҫбыҙ»[2].
Лейтенант Аҡбирҙин Сибәғәт Ғәйнетдин улы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкының пулемёт взводы командиры була[1].
1942 йылдың 24 ноябрендә һуғышта батырҙарса һәләк була. Ростов өлкәһе Обливская станицаһы янында ерләнә[2][3].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡбирҙин Сибәғәт Ғәйнетдин улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[4] һәм БР-ҙың Шишмә районы Яңы Сафар ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. Акбердин Сибагат Гайнутдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Память народа. Акбердин Сибагат Гайнутдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 июль 2021)
- Дорога памяти. Акбердин Сибагат Гайнутдинович 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Шаймуратовцы. Акбердин Сибагат Гайнутдинович
- 1 2 Дорога памяти. Акбердин Сибагат Гайнутдинович 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ Память народа. Акбердин Сибагат Гайнутдинович
- ↑ РГБ: Память : Республика Башкортостан : Списки погибших в Велик. Отеч. войне 1941—1945 гг. / Редкол.: Аюпов М. А. (гл. ред.) и др. — Уфа : Китап, 1994 ISBN 5-295-00958-0