Аҡбута

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡбута
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәләүез районы
Урын Башҡортостан Республикаhы
Тамамланыу датаһы 2006
Карта

АҡбутаБашҡортостандың Мәләүез районы Иштуған ауыл Советындағы юҡҡа сыҡҡан ауыл.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡбута ауылы Түбәнге Таш утары урынында барлыҡҡа килгән. Түбәнге Таш утарында халыҡ ат, эре мөгөҙлө мал, һарыҡ-кәзә көткән, умарта тотҡан була. Утар 1747 йылда тыуған йорт старшинаһы Аҡбута Булгаковҡа ҡараған (1816 йылда уға 69 йәш була). Яңы барлыҡҡа килгән ауыл Аҡбута Булгаковтың исеме менән атала. Уның балалары Абдулвәли, Абдулхалиҡ, Абдулмәжит, Ибниәмин була. (Асфандияров А. 3. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4)

1930 йылдан Мораҡ районы Ҡыпсаҡ улусы составында була (БАССР Үҙәк Башҡарма комитетының һәм Халыҡ Комиссарҙары советының 1930 йылдың 20 авгусындағы БАССР-ҙы административ райондарға бүлеү тураһындағы ҡарарына ҡушымта, Башҡортостан Республикаһын административ-территориаль бүленеше тарихы китабында (1708—2001). Документтар һәм материал йыйынтығы. Өфө: Китап, 2003. — 536-сы бит, 98-се бит). Аҡбута ауылы 2006 йылда Башҡортостан Республикаһының 2006 йылдың 21 июнендеге «Тораҡ пункттарҙың барлыҡҡа килеүе, берлешеүе, бөтөрөлөүе һәм статусы үҙгәреүе, административ үҙәктәрҙе күсереү менән бәйле рәүештә Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона үҙгәрештәр индереү тураһындағы " 329-з Законы менән бөтөрөлә »[1]

9. Бөтөрөргә:

7) Мәләүез район Иштуған ауыл Советының Аҡбута ауылын

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алыҫлыҡ:[2]

  • район үҙәгенә тиклем (Мәләүез): 120 км,
  • ауыл советы үҙәгенә (Иштуған) тиклем: 47 км
  • яҡындағы тимер юл станцияһы (Мәләүез): 120 км

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылда утарҙа 113 ихатала 77 кеше, башлыса татарҙар һәм мишәрҙәр йәшәгән (Әсфәндиәров, 2009). 1972 йылда өҫтөнлөк иткән милләт — татарҙар[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]