Аҡбутина Әлфиә Носрат ҡыҙы
Аҡбутина Әлфиә Носрат ҡыҙы | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 9 октябрь 1955 (64 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Ишембай районы, Үрге Этҡол ауылы |
Һөнәр төрө | журналист |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты[1] |
Эш урыны | Йәшлек[1], "Башҡортостан" гәзите[1] һәм Башҡортостан ҡыҙы (журнал)[1] |
Аҡбутина Әлфиә Носрат ҡыҙы (9 октябрь 1955 йыл) — журналист, тәржемәсе. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2005).
Йөкмәткеһе
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әлфиә Носрат ҡыҙы Аҡбутина (ҡыҙ фамилияһы Ҡаҙаҡҡолова) 1955 йылдың 9 октябрендә БАССР-ҙың Маҡар районы[2] Үрге Этҡол ауылында тыуған.
Урта мәктәпте Нуриман районының Иҫке Күл ауылында бөтә.
1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлағандан һуң «Ленинсы» — «Ленинец» гәзите хеҙмәткәре булып эшләй.
1978 йылдан алып (өҙөклөк менән) «Башҡортостан» гәзитендә хеҙмәт итә: хәбәрсе, 1990 йылдан башлап өлкән хәбәрсе, 1993 йылдан — бүлек мөдире, 1995 йылдан — яуаплы секретарь, 1999 йылдан — баш мөхәррир урынбаҫары. 2011 йылдан 2014 йыл аҙағына тиклем «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррир урынбаҫары.
Республика матбуғатында оҙаҡ йылдар уңышлы эшләгән өсөн 1993 йылда Әлфиә Аҡбутина Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә[3]. 1997 йылда уға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә. Ижтимағи-сәйәси темаларға яҙылған аналитик мәҡәләләре һәм ЮНЕСКО линияһы буйынса Европа илдәренә яһаған сәйәхәтенең юл яҙмалары өсөн 2005 йылда журналист Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһына лайыҡ була.
Әлфиә Аҡбутина 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2005).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1997).
- Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Президумының Почёт грамотаһы (1993)[4]
- «За заслуги в проведении Всероссийской переписи населения» миҙалы (2002).
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Башҡорт энциклопедияһы — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
- ↑ Указ Президиума ВС РБ от 11.03.1993 N 6-2/91г "О награждении Почетной грамотой Президиума Верховного Совета Республики Башкортостан работников редакции газеты «Башкортостан»"
- ↑ Равиль Рамазанов. Согревая теплом своей души (к юбилею журналиста Альфии Акбутиной). Информационное агентство «Башинформ», 9 октября 2010 года (рус.) (Тикшерелгән 5 октябрь 2018)
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Аҡбутина Әлфиә Носрат ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2019. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Энциклопедия Башкортостана
- АКБУТИНА Альфия Нусуратовна // Ишимбайская энциклопедия — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — Б. 63. — 656 б. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Равиль Рамазанов. Согревая теплом своей души (к юбилею журналиста Альфии Акбутиной). Информационное агентство «Башинформ», 9 октября 2010 года (рус.) (Тикшерелгән 5 октябрь 2018)
- Равиль РАМАЗАНОВ. Творческий почерк Альфии Акбутиной. «Республика Башкортостан» гәзите, 28 октябрь 2010 года (рус.) (Тикшерелгән 5 октябрь 2018)
- Перевод Библии. Перевод Ветхого Завета на башкирский язык. Религиозная организация «Российское Библейское общество». Официальный сайт (рус.) (Тикшерелгән 5 октябрь 2018)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ишембай районында тыуғандар
- 9 октябрҙә тыуғандар
- 1955 йылда тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаттары
- Башҡортостан журналистары
- «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәрҙәре
- «Башҡортостан» гәзите журналистары
- СССР Журналистар союзы ағзалары
- Башҡорт теленә тәржемә итеүселәр