Эстәлеккә күсергә

Аҡман-тоҡман (фольклорҙа)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡман-тоҡман
Рәсем

Аҡман-тоҡман (Нәси-буран, Мөхәмәҙи-буран, Бишҡунаҡ) — ҡыштың һуңғы бураны. Мифологияһы ваҡыт арауығы менән бәйле. Март айында ҡояш ҡыштан йәйгә әйләнә, иҫке йыл тамамлана һәм яңыһы башлана. Был мәл башҡорттар тарафынан хәүефле тип һанала. Ҡыш тәңреһе менән Йәй тәңреһенең алышын, яман, ҡара көстәрҙең ҡотороноуын символлаштыра[1].

Аҡман-тоҡман төшөнсәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Этнограф-ғалим Әминев Зәкирйән Ғәлимйән улы яҙ башында ҡырыҫ буранға дусар булған башҡа халыҡтар менән башҡорт материалының оҡшашлығы уның Урта Азия һәм көнсығыш Каспий төбәге менән бәйле булыуын һәм тап ошо ерҙә этнографтар, сәйәхәтселәр төрлө яҡын фонетик варианттарҙа «аҡман-токман» төшөнсәләрен теркәлеүен күрһәтә. Февраль ҡаҙаҡ халыҡ календарында «аҡпан» тип атала, һәм был ай 20 февралдән 20 мартҡа тиклемге осорҙо үҙ эсенә ала. Ҡаҙаҡ тикшеренеүсеһе Х. Ш. Илиуф фекеренсә, ҡаҙаҡ "аҡпан"ы, һис шикһеҙ, «аҡман-токман» — «март башында буран» климат күренешенең башҡортса билдәләнеше менән бәйле[2].

Татар тикшеренеүсеһе Әхмәтйәнов Рифҡәт Ғәзизйән улы «аҡман-токман» сығышы буйынса төрки телле, һәм ҡыпсаҡ тамырлы, тип иҫәпләй. Сөнки ул башҡорттарға бәйле ҡайһы бер татар диалекттарында, шулай уҡ ҡаҙаҡтарҙа «аҡпан-токпан» формаһында теркәлгән.

«Р. Ғ. Әхмәтйәновтың был тәбиғәт күренешен „март аҙағында иң йонсоу көндәрҙе аңлата“, тигән фекере дөрөҫ түгел. „Аҡман-токман“ төшөнсәһе башҡорттарҙа ла, Урта Азия халыҡтарында ла ул ҡыш аҙағына — яҙ башына бәйле теркәлгән, ләкин март аҙағы менән түгел», — тип яҙа этнограф З. Әминев[2].


Харәзм календарының һуңғы ике айы «ахман» һәм «дахман» тип йөрөтөлгән. Башҡортса «аҡман-токман»ға яҡын һәм тәбиғәт-климат күренеше менән бәйле төшөнсә тажик мәҙәниәтендә лә теркәлгән. Тажиктарҙа ҡыш аҙағында, төлкө менән бүре уйындары башланғанда ун көн «ахман» тип атала, ә киләһе ун көн, бесәй туйҙары башланғас, — «дахман». Улар шунан һуң ғына яҙ башлана тип иҫәпләй.

Батша заманында уҡ В. П. Наливкин[3] хәҙерге Үзбәкстандың Наманган өйәҙе халҡының ҡыш аҙағы (февраль) — яҙ башы (март) осорона ҡарата ваҡыт арауығына «ахман» һәм «дахман» атамаларын ҡулланыуы тураһында яҙа.

Ғалим-этнограф Н. А. Кисляков[4] буйынса, иран телле Памир халҡы, уны «бахман» термины менән атай, йәғни боронғо иран ҡояш календарының һуңғы айы исемен ҡулланғандар, ул әле лә Иранда һаҡланып ҡалған. Үҙ календарын төҙөгәндә, боронғо иран телле халыҡ ҡыштың һуңғы айына ауыр ҡыштан ҡотолоу шатлығының бер өлөшө итеп «бахман/ахман» исемен биргән[2].

«Акман-токман»ға ҡағылышлы материалдарҙан күренеүенсә, был тәбиғи-климатик төшөнсә Каспий диңгеҙе өҫтөндә көньяҡ циклондар барлыҡҡа килгән Урал-Урта Азия төбәгенең географик һәм тәбиғи үҙенсәлектәре йоғонтоһо аҫтында барлыҡҡа килә. Климат характеристикаһы йоғонтоһо аҫтында был төбәктә йәшәгән күп һанлы ҡәбиләләр, көнсығыш иран диалекттарында һөйләшә, үҙ календарын булдыра, унда ҡыш аҙағы менән бәйле ике ай сиге — яҙ башы «ахман» һәм «дахман» тип атала.

… «Аҡман-токман» һүҙбәйләнеше боронғо замандан иран телле ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ булып тора[2].

Буранайҙың һуңғы бүлеме — ҡыштың һуңғы бураны. Ул йылына ҡарап, март аҙағына, апрель башына тура килә. Өҫтән һыҡы, рашҡы яуа, кейемгә тейеү менән, йәбешә, ирей, һеңә. Атҡа ла, әҙәмгә лә атлау ауыр: тығыҙланған еүеш ҡар ни күтәрмәй, ни батырмай. Ундай саҡта юлға сыҡҡан әҙәм буранда аҙашып үлеү осраҡтары йыш була. Кемдең шундай саҡта юлда әжәл табыуынан сығып, ул буранды төрлө яҡта төрлөсә атап йөрөтәләр: Нәси-буран, Мөхәмәҙи-буран, Бишҡунаҡ, Аҡман-Тоҡман бураны. Дөйөм исеме — һырттыҡ. Уңған кеше ул мәлдә юлға сыҡмаҫ булған. Йылы аласығында һырттыҡ бау әҙерләй[5].

Аҙна буйы, урамға сыға алмай, зар булған бала-саға тәҙрә аша һырттыҡ буранын үсекләй[5]:

һырттыҡ-бырттыҡ!

Аҡ балаҫты йырттыҡ! һыртыҡҡа — һыртым!

Сусҡаға — шыртым!

һырттыҡ — тоҙҙоҡ,

Аҡ бишмәтте боҙҙоҡ,

Буҙ өҫтөнә буҙҙыҡ,

Ҡыштың ыштыр ыштаныйа

Ут төртмәгә туҙҙыҡ,

Өргөмәгә ҡуҙҙыҡ,

Ҡыш артына тоҙҙоҡ!

һырттыҡ, һинән ҡурҡмайбыҙ,

һине һанға һуҡмайбыҙ.

Легендалар буйынса, был тәбиғәт күренешенең атамаһы ике ир-ат исеменән сыҡҡан. Легендаларҙың береһендә: Аҡман менән Тоҡман исемле ике ағалы-ҡустылы йәшәгән. Улар бик иртә етем ҡалған, ата-әсәһе уларға бер ҡасан да айырылмаҫҡа һәм бөтә нәмәлә бер-береһенә ярҙам итешеп йәшәргә ҡушҡан. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар ата-әсәһенең васыятын тотмай. Аҡман яңғыҙы утынға китә, ә икенсеһе тәүҙә уға ярҙам итергә теләмәй, буран күтәрелә, Тоҡман эҙҙәр буйлап ағаһын эҙләп китә, икеһе лә урмандан әйләнеп ҡайтмай. Легенданың башҡа версияларында: ағай-эне һунарға киткән, буранға эләккән һәм һәләк булған.

Боронғо версияла, буранда Аҡман менән Тоҡман етәкселек иткән бер төркөм яугирҙарҙың һәләк булыуы тасуирлана. Бөтә был легендаларҙа һәләк булыу сәбәбе булып март айындағы, яҙ алдынан һуңғы көслө буран тора.

Аҡман-тоҡман бураны

Борон Баймаҡ йортона ҡайҙандыр Аҡман менән Тоҡман исемле ағалы-энеле ике кеше күсеп барып ултырған. Улар Талҡаҫ күле буйына утар һалып, шунда донъя көтә башлағандар. Бер ваҡыт Аҡман менән Тоҡман бишенсе февраль көн кис Иҫәнғол 1 ауылынан ҡайтырға сыҡҡандар. Улар яртылыҡ юлға еткәс, күҙ асҡыһыҙ бурап сыҡҡан. Аҡман менән Тоҡман юлда аҙашып, арманһыҙ булып, бер кәбән төбөнә хәл алырға ултырғандар. Ун икенсе февралдә буран туҡтаған. Буран баҫылған көндө Табын йортонан килгән бер ҡарт иленә ҡайтып барышлай шул кәбән төбөнә барып сыҡҡан. Ҡараһа — ике әҙәм ҡосаҡлашып ултырған көйө өшөп үлгән. Ҡарт тиҙ генэ Иҫәнғол ауылына барып хәлде һөйләгән: шулай-шулай, фәлән ерҙә кәбән төбөндә ике кеше өшөп үлгән. Шунан аҙаҡ ил халҡы был буранды белһен өсөн Аҡман-Тоҡман бураны тип атағандар. Ә Табын йортонда ул буранды Шиһаҡа бураны тин йөрөтәләр. Ни өсөн тиһәң, теге Табын йортонан килгән ҡарт Шиһап исемле булған, уны кәмһетеп, Шиһаҡа тип йөрөтөр булғандар. Табып яҡтары ул буранды әле лә Шиһаҡа бураны тип йөрөтәләр[6].

Аҡман-тоҡман (вариант)

Ағалы-ҡустылы Аҡман менән Тоҡман март айында юлға сыҡҡандар. Юлда хәтәр буранға осрайҙар былар, шул буранда аҙашып үләләр… Алты көн үтеп киткәс кенә, аталары уларҙы табып ала. Ағайэнеһе, илай-илай, быулыға -быулыға: — Аҡман-Тоҡман, алты көн, Алтыһы ла ҡаты көн — - Ун ике көнгә бәйгеле, — тип һамаҡлай икән. Хәҙер мартта була торған алты көнлөк буранға «Аҡман-Тоҡ' ман» бураны тип йөрөтәләр[6].

Бишҡунаҡ бураны

Элгәре заманда Иҫәнғол ауылының биш кешеһе Муллаҡай} ауылына ҡунаҡҡа барғандар. Бер нисә көн ҡунаҡ булғас, ҡайтырға сыҡҡандар. Юлда бик ҡаты буран күтәрелгән. Былар аҙашып, саҡ-саҡ үлмәй тороп ҡалғандар. Шунан аҙаҡ ошо мартта була торған буранды Иҫәнғол ауылдары Бишҡунаҡ бураны тип атағандар[6].

Аҡман-тоҡман – алты көн, алты айҙан да ҡаты көн.

Башҡорт әҙәбиәтендә

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хамматов Яныбай. Аҡман-тоҡман. Роман.Башҡортостан китап нәшриәте. 1977 йыл. 416 бит.[1]

  1. Хисамитдинова Ф. Г. «Словарь башкирской мифологии». — Өфө: «Китап», 2019 й.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 З. Аминев «О буране "акман-токман" и древнем башкирском календаре» «Ватандаш» журналы № 3, 2020 йыл, 130-134-се б. б.
  3. Рус офицеры, Урта Азия походтарында ҡатнашыусы, рус этнографы һәм Урта Азияны өйрәнеүсе, тәүге рус- үзбәк һүҙлектәре авторы һәм дәүләт эшмәкәре
  4. Урта Азия һәм Ҡаҙағстан халыҡтарының этнография мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе
  5. 5,0 5,1 Башҡорт халыҡ ижады. «Йола фольклоры» I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 179-180.
  6. 6,0 6,1 6,2 / «Башҡорт халыҡ ижады» «Риүәйәттәр һәм легендалар» 2-се том, Өфө, «Китап» 59-60-сы б. Б.