Аҡсай хәрби-тарихи музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аҡсай хәрби-тарихи музейы
Таможня заставаһына инеү
Таможня заставаһына инеү
Асылған ваҡыты 1948
Нигеҙләүсе Александр Скрипов
Урынлашыуы Ростов өлкәһе, Аҡсай, Гулаев урамы, 110
Директор Ольга Григоренко
Ростов өлкәһе ещё не имеет позиционной карты.

Аҡсай хәрби-тарихи музейы — Ростов өлкәһе Аҡсай ҡалаһының тарихи музейы. Үҙ эсенә ҡала тарихының төрлө осорҙарына бағышланған дүрт музей комплексы: полководец Александр Суворов торған мул тормошло казак Рудухтың курены, XVIII быуатта Аҡсай таможня заставаһы, XIX быуатта Аҡсай почта станцияһы һәм XX быуаттың икенсе яртыһындағы Н. Д. Гулаев исемендәге Хәрби-тарихи комплекс инә. Музейҙа коллекцияһында 69 497 берәмек әйбер һаҡлана[1]. Ҡаланың алты архитектура һәйкәле музей балансында тора, иң боронғоһо — «Суворов өйө», унда музей администрацияһы урынлашҡан. Музей ҡаланың мәғариф учреждениелары, ойошмалары һәм предприятиелары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Музейға килеүселәргә ҡала һәм Дон крайы тарихы буйынса лекциялар уҡыла, экскурсиялар, төрлө саралар ойошторола[2].

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡсай хәрби-тарихи музейы 1948 йылдың 28 октябрендә 1-се һанлы Аҡсай урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, һуңғараҡ СССР Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Александр Николаевич Скрипов тарафынан асылған. Уҡытыусы һәм уҡыусылар Кобяково ҡаласығында тапҡан археологик предметтар музейҙың тәүге экспонаттары булған. Боронғо казак Аҡсай станицаһы халҡы музейға көнкүреш әйберҙәре, боронғо монеталар һәм банкноталар, ҡорал, иҫкергән фотографиялы документтар, керамик эшләнмәләр (изделие), быяла, ағас, иконалар, наградалар килтергән[3]. Былар барыһы ла музей фондының нигеҙен тәшкил иткән. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар көсө менән мәктәптең айырым бер бүлмәһендә экспозиция төҙөлгән[1].

Экспозицияны айырым предметтар һәм тулайым коллекциялар менән даими тулыландырып торғанлыҡтан, музейҙа яңынан-яңы күргәҙмәләр асыу мөмкин булған. Уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың Бөйөк Ватан һуғышы, станицаны немец-фашист баҫҡынсыларынан йолоп алыу тарихын өйрәнеү йүнәлешендә зҙләнеү эштәрен алып барыуы экспозицияларҙа Аҡсайҙы азат итеүселәр һәм яҡташ Советтар Союзы Геройҙары тураһында мәғлүмәт еткергән бүлек формалаштырырға мөмкинлек биргән.

1984 йылда тарихсы-крайҙы өйрәнеүсе Владимир Дмитриевич Гладченко етәкселегендәге мәктәп музейына почётлы «Халыҡ музейы» исеме бирелгән. 1987 йылдың 30 мартында ул Старочеркасск тарихи-архитектура музей-ҡурсаулығы филиалы тип иғлан ителгән. 1992 йылдың октябрендә үҙ аллы «Аҡсай ҡалаһы тарихы музейы» учреждениеһы булдырылған[2].

1996 йылдан музейҙың бөтөн йыйылмаһы төрлө коллекцияларҙан торған төп һәм ғилми-ярҙамсы фондҡа, улары, үҙ сиратында, төрлө коллекцияларға бүленгән: «Археология», «Геология-минералогия», «Грампластинкиалар», «Ағас», «Документтар», «Живопись (Һынлы сәнғәт), графика», «Карталар, пландар», «Керамика, быяла», «Китаптар, гәзиттәр, журналдар», «Металл», «Нумизматика», «Ҡорал», «Асылмалар (открыткалар)», «Плакаттар, листовкалар», «Приборҙар», «Төрлөһө», «Туҡымалар, күн, көнкүреш», «Фотографиялар», «Этикеткалар, маркалар», «Ҡиммәтле металдар»[3].

Составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Суворов өйө»[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Суворов өйө»

Мул тормошло казак Рудуханың XVIII быуат башындағы курены Аҡсайҙың бөгөнгө көнгә саҡлы һаҡланып ҡалған иң боронғо ҡоролмаларының береһе булған. Рус полководецы Александр Суворов 1783-1784 йылдарҙа бында йәшәгән. Ике ҡатлы бина казак стилендә төҙөлгән: аҫҡы ҡаты таштан, өҫкө ҡаты — ағастан. Төньяҡ фасады колонналар менән биҙәлгән[4]..

Таможня заставаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Таможня заставаһы XVIII быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән ер ҡәлғәне биләгән. Коллекцияла элекке осорҙарҙың һалҡын һәм атыу ҡоралдарынан, карталар, документтары һәм таможня хеҙмәткәрҙәре предметтары бар[4]. Фортификацион ҡоролма майҙаны 350 м²-ға яҡын күп һанлы ер аҫты юлдарынан һәм залдарҙан тора[2].

Почта станцияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Почта станцияһындағы саҡырым бағанаһы

Почта станцияһы — XIX быуаттағы типик почта станцияһының тышҡы күренешен тергеҙеүсе тораҡ һәм хужалыҡ төҙөлмәләренән торған архитектура комплексы. Территорияла почта ҡарауылсыһы (смотритель) өйө, ҡунаҡхана бинаһы, ҡойо, карета һарайы һәм ял итеү беседка урынлашҡан. Станция Рәсәйҙең мәҙәни мираҫы объекты булып һанала[5]. Аҡсай почта станцияһы аша төрлө йылдарҙа Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Александр Грибоедов, Лев Толстой, Пётр Чайковский, Николай Николаевич Раевский, һөргөнгә оҙатылған декабристар юл тотҡан[6]. Станция 1992 йылдан халыҡ килеп күрер өсөн асылған . Уның территорияһында ике даими күргәҙмә эшләй:

  • «Аҡсайҙың боронғо йылъяҙмаһы» күргәҙмәһендә боронғо үҫемлектәр һәм хайуандарҙың таш булып ҡатҡан ҡалдыҡтары, шулай уҡ Аҡсай йылғаһы бассейнында (йылға еңе) Таш быуат, Ҡула (Бронза), Тимер быуаттарына ҡараған археологик табылдыҡтар ҡуйылған.
  • карета һарайы бинаһында һәм ихатала (подворье) XIX быуат аҙағындағы - XX быуат башындағы ат егеп йөрөгән (гужевой) транспорт төрҙәренең уникаль коллекцияһы экспонаттары — пролёткалар, саналар, кареталар, кузовлы фаэтондар һәм бричкалар ҡуйылған[4]. Йыл һайын, июндең тәүге шәмбеһендә Аҡсай почта станцияһында 1820 һәм 1829 йылдарҙа бөйөк А. С. Пушкин булыу иҫтәлегенә арнап «Пушкин байрамы» ойошторола[1].

Хәрби-тарихи комплекс[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Асыҡ һауа аҫтында хәрби техника күргәҙмәһе

Ике тапҡыр Героя Советтар Союзы Геройы Николай Дмитриевич Гулаев исемендәге хәрби-тарихи комплекс Мухин йырыны (Мухина балка) тәбиғәт һаҡлау ҡурсаулығы территорияһында урынлашҡан. Уның составына 1960 йылда ядро һуғышы ҡурҡынысына әҙер булыу маҡсатынан сығып төҙөлгән Төньяҡ Ҡаф тауы элекке ер аҫты штабы инә. Ике яруслы бункер күп һанлы бүлмәләр һәм иркен залдарҙан, герметик ишектәр ҡуйылған тармаҡлы коридорҙар системаһынан тора. Үҙгәртеп ҡороу (перестройка) йылдарында ҡоролма ташландыҡ хәлгә килгән. Усилиями Музей хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән объектта экспозиция ойошторолған. 1998 йылда стратегик комплекс үҙенең тәүге килеп күреүселәрен (экскурсанттарын) ҡабул иткән[7]. Музей территоияһында XX быуат рәсәй һәм совет хәрби техникаһы күргәҙмәһе ҡуйылған: танктар, бронетранспортёрҙар, пехота һуғыш машинаһы (БМП), самолёттар: МиГ-23 һәм Ан-2, шул иҫәптән зенит һәм артиллерия ҡоралы, 1909 йылғы пушка-гаубица, танктарға ҡаршы тороусы пушкалар: 1942 йыл өлгөлө 76-мм дивизион пушка (ЗИС-3)[4]. Бөйөк Ватан һуғышы йылдары осороноң атыу ҡоралдары һәм обмундированиеһы ҡуйылған «Еңеү ҡоралы» күргәҙмәһе[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Аксайский военно-исторический музей  (урыҫ.). Министерство культуры Ростовской области. 24 декабрь 2016 тикшерелгән.
  2. 2,0 2,1 2,2 История аксайского военно-исторического музея  (урыҫ.). Аксайский военно-исторический музей. 24 декабрь 2016 тикшерелгән.
  3. 3,0 3,1 Коллеция  (урыҫ.). Аксайский военно-исторический музей. 24 декабрь 2016 тикшерелгән.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Ҡалып:Cite video
  5. Почтовая станция. Исторический центр города  (урыҫ.). ФГУП ГИВЦ Минкультуры России. 24 декабрь 2016 тикшерелгән.
  6. Достопримечательности Аксайского района  (урыҫ.). Аҡсай районы Администрацияһы. 25 декабрь 2016 тикшерелгән.
  7. Аксайский военно-исторический музей (Аксай)  (урыҫ.). Vetert.ru. 25 декабрь 2016 тикшерелгән.