Аҡсарлаҡ (мюзикл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡсарлаҡ
Нигеҙендә эшләнгән Аҡсарлаҡ
Сәнғәт формаһы мюзикл
Беренсе тапҡыр башҡарыла 7 сентябрь 2017

«Аҡсарлаҡ (Чайка)»  — мюзикл. Көньяҡ Корея режиссёр-ҡуйыусыһы Те Сик Кан урыҫ яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың[1] «Аҡсарлаҡ» пьесаһы нигеҙендә эшләнгән. Уның премьераһы Мәскәүҙең Театр Луны сәхнәһендә 2017 йылдың 7 сентябрендә [2][3] үтә. Мюзиклды шулай уҡ Көньяҡ Кореяла күрһәтеү ҙә планлаштырылған[4].

Сюжет[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Действительный статский кәңәшсеһе, отставкалағы Петр Николаевич Сориндың үҙенең туғаны Константин Гаврилович Треплев менән йәшәгән йортона ҡунаҡтар килеп төшә, улар араһында - уның һеңлеһе, актриса Ирина Николаевна Аркадина, уның һөйәркәһе, беллетрист Борис Алексеевич Тригорин.

Треплев алпауыт ҡыҙы Нинаға ғашиҡ, ә быныһы үҙ сиратында — Тригоринға. Һуңға табан был уртаҡ булмаған яуапһыҙ мөхәббәт Константинды үҙ-үҙенә ҡул һалырға мәжбүр итә.

Ролдәрҙе башҡарыусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Персонаж Исполнители
Ирина Николаевна Аркадина Анастасия Стоцкая[5], Мария Пьянова
Константин Гаврилович Треплев Никита Пресняков[6], Евгений Зайцев
Борис Алексеевич Тригорин Иван Ожогин, Дмитрий Новицкий
Нина Михайловна Заречная Вероника Лысакова, Анфиса Калимуллина
Маша Мария Милешкина, Ольга Ершова
Полина Андреевна Оксана Костецкая, Анастасия Савицкая
Пётр Николаевич Сорин Владимир Халтурин, Грант Каграманян, Евгений Кириллин
Семён Семёнович Медведенко Евгений Кириллин, Александр Космачев, Сергей Сорокин
Илья Афанасьевич Шамраев Михаил Бабичев, Андрей Клюев
Евгений Сергеевич Дорн Игорь Карташев, Владимир Ябчаник
Яков Павел Елисеев

Баһаламалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мюзикл Рәсәй театр тәнҡитселәренең бик күп ыңғай баһаһына лайыҡ була[7][8][9].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Экранизации Антона Чехова