Эстәлеккә күсергә

Аҡса Ҡуйған

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡса Ҡуйған
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе һәм Ҡыуандыҡ районы

Аҡса Ҡуйған (рус. Акса-Куйган) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы (хәҙерге Ҡыуандыҡ ҡала округы) Һарыбай ауылы эргәһендәге тау.

Аҡса Ҡуйған тауы Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы, Ҡыуандыҡ ҡала округы үҙәгенән туранан яҡынса 10 километр алыҫлыҡта көн иткән Һарыбай ауылынан 3 км алыҫлыҡта көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан.

Аҡса Ҡуйған тауы урынлашҡан Ҡыуандыҡ районы Ырымбур ерҙәренең тәпәш таулы ҡалҡыу тигеҙлегендәге иң ҡалҡыу өлөшө булып тора. Был урындар губернаның үҙәк һәм көнсығыш тарафтары араһында үҙенсәлекле, киң булмаған «муйын» рәүешлерәк булып ята. Географик яҡтан ул Яйыҡ бассейнының һәм уның төп ҡушылдығы Һаҡмар йылғаһының урта өлөшөндә урын биләй.

Аҡса Ҡуйған тауына иң яҡын Һарыбай ауылы 1871 йылда телгә алына. Ауылдың атамаһы Һарыбай тигән антропонимдан алынған[1]. 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Беренсе Май ауыл советына ҡарай, ә инде муниципаль берәмектәрҙең реорганизацияһынан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составына индерелә.

Ауыл халҡының телендә йөрөгән риүәйәттәр буйынса, тауҙа аҡса тултырылған ҡомған табылған. Һөйләүҙәренсә, унды алтын тултырылған кәмә менән затлы һауыт-һаба ла йәшерелгән булырға тейеш, ти. Ырымбур өлкәһенең топонимикаһын өйрәнгән С. М. Стрельников «Географические названия Оренбургской области» тигән китабында тауҙың атамаһын башҡорт телендәге аҡса һәм ҡуйған һүҙҙәренән килеп сыҡҡан, тип яҙа[2] Ырымбур өлкәһендәге География институтының Социаль-иҡтисади география бүлегенең «Ырымбур өлкәһе тәбиғәте» фәнни-популяр порталында килтерелгән мәғлүмәт тә ошо фаразды раҫлай[3].

  1. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М . Стрельникова, 1994.
  2. С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..
  3. Природа Оренбургской области 2021 йыл 10 апрель архивланған.
  • Матвеев А. К. Географические названия Урала: Топонимический словарь. — Екатеринбург: ИД «Сократ», 2008. — 352 с. С. 237.
  • С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географ ических названиях. — Златоуст, 1994. — ISBN ISBN 5-900802-02-7..