Аҡтаныш
Ауыл | |
Аҡтаныш татар. Актаныш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Конфессиональ составы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Телефон коды |
+7 +7 |
Почта индексы |
423740 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
Аҡтаныш (Түбәнге Аҡтанышбаш) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы үҙәге. Аҡтаныш ауыл советы составына керә һәм уның үҙәге булып тора.
Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Крайҙы өйрәнеүсе Фидан Мәрүәров буйынса, ауылдың исеме ике һүҙҙән тора «аҡ» һәм «таныш». Бында Таныш-Тәнеш — антропонимдан барлыҡҡа килгән күл атамаһы[2].
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Аҡтаныш һәм Ағиҙел йылғалары буйында, Башҡортостан Республикаһы сиге янында урынлашҡан[3].
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылға ҡырғыҙ ырыуы ябалаҡ түбәһе башҡорттары нигеҙ һала. Тәүге тапҡыр 1715 йылда телгә алына[4]. Һуңыраҡ ауыл Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә составында була. XIX быуаттың беренсе яртыһында 11-се (1847 йылдан һуң — 12-се) башҡорт кантоны составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҡтаныш улусы составына керә һәм ошо улустың үҙәге була[4].
1848 йылда тимерлек, 1905 йылда — 2 ел тирмәне, 2 мануфактура һәм 3 бакалея кибеттәре; шарап һәм һыра кибеттәре, киптергес теркәлгән. Ауылда баҙар һәм сентябрҙә йәрминкә уҙғарылған. Бында улус идаралағы, почта-телеграф бүлеге урынлашҡан. 1848 йылда мәсет, 1870 йылда уның эргәһендә мәктәп теркәлгән. 1892 йылда мәсеткә яңы бина төҙөлә[4].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Аҡтаныш районы үҙәге, 1963 йылдан — Минзәлә районы составында, 1965 йылдан — йәнә Аҡтаныш районы үҙәге. 1988—1991 йылдарҙа ҡала тибындағы ҡасаба статусында була[3].
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1816 йылда — ир енесле 222 йән башҡорт (улар араһында 2 ҡатынлы 9 йорт хужаһы) һәм 156 йән типтәр; 1834 йылда — ир енесле 329 (улар араһында 2 ҡатынлы 2 йорт хужаһы) башҡорт һәм 191 йән типтәр; 1859 йылда 315 йән керҙәш башҡорт һәм типтәр иҫәпләнгән. 1902 йылда ауылда барлығы 224 ихатала ир енесле 1214 йән иҫәпләнгән. 1912 йылғы Подворный иҫәп алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда 1417 керҙәш-башҡорт йәшәгән[4]. Аҡтаныш ауылы гәрәйҙәрҙең аҫаба ерҙәрендә урынлашҡанға күрә, бында йәшәүсе ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары керҙәшлек хоҡуғы алып типтәр ҡатламында булғандар[2].
1884 | 1897 | 1906 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1965 | 1970 | 1979 | 1989[3] |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
906 | 1243 | 1292 | 1417 | 1739 | 1274 | 1874 | 1699 | 2168 | 2242 | 2842 | 4446 | 6814 |
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1959[5] | 1970[6] | 1979[7] | 1989[8] | 2002[9] | 2010[10] | 2012[11] |
2543 | ↗2884 | ↗5178 | ↗6814 | ↗8148 | ↗8923 | ↗9090 |
2013[12] | 2014[13] | 2015[14] | 2016[1] | |||
↗9172 | ↗9317 | ↗9488 | ↗9563 |
Инфраструктура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауылда һөт эшкәртеү заводы, ауыл хужалығы техникаһы һәм төҙөлөш предприятиелары, типография эшләй. Ауылда һөнәри училище, 2 урта мәктәп, сәнғәт мәктәбе, балалар музыка мәктәбе, музей, 2 мәҙәниәт йорто, 4 китапхана, үҙәк район дауаханаһы, мәсет бар[3].
Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Афзалова Әлфиә Афзал ҡыҙы — йырсы, Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2016 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 11 апрель 2016. 11 апрель 2016 тикшерелгән.
- ↑ 2,0 2,1 История башкирских родов. Кыргыз. Том 10 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Камалов, Ф. С. Марваров, Р. М. Рыскулов, А. Р. Асылгужин, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 114—117. — 808 с. — ISBN 978-5-85051-640-6. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская Энциклопедия. Т. 1. — Казань, 2002. — С. 87.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 256—261. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1959 года
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012. Всесоюзная перепись населения 1970 года
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Тәүге сығанаҡтан архивланған 22 август 2011.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Тәүге сығанаҡтан архивланған 3 февраль 2012.
- ↑ Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2010 года
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 31 май 2014. 31 май 2014 тикшерелгән.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Тәүге сығанаҡтан архивланған 16 ноябрь 2013. 16 ноябрь 2013 тикшерелгән.
- ↑ Численность населения муниципальных образований Республики Татарстан на начало 2014 года. Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Татарстан. Казань, 2014. Тәүге сығанаҡтан архивланған 12 апрель 2014. 12 апрель 2014 тикшерелгән.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Тәүге сығанаҡтан архивланған 6 август 2015. 6 август 2015 тикшерелгән.
![]() |
Был Татарстан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |