Аҡташ районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡташ районы
Нигеҙләү датаһы 1930
Дәүләт  СССР
Административ үҙәк Русский Акташ[d]
Халыҡ һаны 36 944 кеше (1939)[1]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1959
Майҙан 1200 км²[2]
Карта

Аҡташ районы (татар. Акташ районы, рус. Акташский район) — 1930 йылдан 1959 йылға тиклем ғәмәлдә булған Татарстан АССР-ның юҡ ителгән административ-территориаль берәмеге. Әлмәттән Төньяҡ-Көнбайышҡа 20 саҡрым, Татарстандың Көньяҡ-Көнсығышында урынлашҡан. Административ үҙәк — ҡала тибындағы Аҡташ ҡасабаһы.

Тарих[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡташ районы территорияһы 1920 йылға тиклем Өфө губернаһының Минзәлә өйәҙе Аҡташ улусында, 1920 йылдан 1921 йылға тиклем Минзәлә кантоны Аҡташ улусында, 1922 йылдан 1930 йылға Саллы кантоны Аҡташ улусында булған.

1930 йылдың 10 августында үткән Саллы кантоны территорияһында барлыҡҡа килә.

1935 йылдың 10 февралендә ТАССР административ-территориаль бүленеше үҙгәреү сәбәпле, Аҡташ районының бер өлөшө Зәй һәм Шөгөр райондарына бирелә.

1944 йылдың 19 ноябрендә райондың бер өлөшө яңы ойошторолған Ямаш районына бирелә.

1952 йылдың 8 майында Татарстан АССРдың Чистай өлкәһе составына, ә 1953 йылдың 21 февралендә Бөгөлмә өлкәһе составына инә. 1953 йылдың 30 апрелендә өлкәләр бөтөрөүгә бәйле рәүештә Татарстан АССРдың туранан-тура ҡарамағына ҡайтарыла.

1956 йылдың 7 декаберендә Аҡташ районына юҡҡа сығарылған Ямаш районы биләмәһенең бер өлөшө ингән.

1959 йылдың 26 мартында Аҡташ районы тарҡатыла, биләмәһе Әлмәт, Зәй, Сарман һәм Беренсе Май райондарына бүлеп бирелә.

Административ бүленеш[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ойошҡан ваҡытында Акташ районына 47 ауыл советы, 124 ауыл инә.

1934 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Аҡташ районы урыҫ милли районы статусына эйә булған.

1939 йылда майҙаны – 1462 км² тәшкил иткән, составына 30 ауыл советы, 82 торлаҡ пункт кергән.

1948 йылда Аҡташ 19 районы ауыл советына бүленгән. Райондың майҙаны 1083 км² тәшкил иткән.

1956 йылда район 942 км2 ер биләй, уға 16 ауыл советы, 56 торлаҡ пункт инә.

Халыҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1930 1939
52025 36944

Ойошҡан уаҡытында халыҡ һаны 52025 кеше тәшкил иткән, шул иҫәптән урыҫтар - 75,7%, татарҙар - 13,6%, башҡа халыҡтар - 10,7%.

1939 йылда - 36944 кеше, шул иҫәптән урыҫтар - 77,5%, татарҙар - 10%, мордва - 6,4%, сыуаштар - 5,7%.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.webcitation.org/6LMjRU3mE
  2. https://web.archive.org/web/20200308080726/http://istmat.info/node/17633