Аҡъюлов Рәхим Вәлиулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡъюлов Рәхим Вәлиулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Мораптал, Мораптал ауыл советы, Рәсәй
Вафат булған көнө 6 июль 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})
Вафат булған урыны Икенсе Тербуны, Тербун районы, Липецк өлкәһе
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы хәбәрһеҙ юғалған[d]

Аҡъюлов Рәхим Вәлиулла улы (рус. Акюлов Рахим Валиуллович; 1906-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында пулемёт эскадроны пулемётсыһы. Ҡыҙылармеец[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәхим Вәлиулла улы Аҡъюлов 1906 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙендә (һуғыш алдынан — БАССР-ҙың Күгәрсен районы, хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Көйөргәҙе районы) Мораптал ауылында тыуған[2].

Күгәрсен районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

1942 йылдың 6 июлендә Курск (хәҙер — Липецк) өлкәһе Икенсе Тербуны ауылы эргәһендә барған һуғыштарҙа хәбәрһеҙ юғала[3].

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡъюлов Рәхим Вәлиулла улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Күгәрсен районы Мораптал ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Шулай итеп, оҙаҡ йылдар дауамында яугир Аҡъюлов Рәхим хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә. 1996 йылда эҙәрмәндәр һуғыш барған урындарҙа ҡыҙылармеецтарҙың һөйәктәрен ҡаҙып сығарҙы. Барлығы 671 яугир исемен белә алдылар. Һәм хәрби хөрмәт күрһәтелеп, һәләк булыусылар исемлегендә ҡыҙылармеец Аҡъюлов Рәхим Вәлиулла улы ла Липецк өлкәһе Тербуны ауылындағы туғандар ҡәберлегендә ерләнде[сығанаҡ 1005  көн күрһәтелмәгән].

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]