Аҡҡошатҡан (йылға)
Аҡҡошатҡан | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Урын | Силәбе өлкәһе |
Аҡҡошатҡан — рус. Акушаткан — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Арғаяш районындағы йылға
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡҡошатҡан Үҙъйылғаның уң ҡушылдығы, Тинес йылға бассейнына инә[1]Рәсәй дәүләт һыу реестрында Аҡҡошатҡан тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Мәгәр, Үҙъйылға (Зюзелка), Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса, Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Иҫәт йылғаһы Екатеринбург ҡалаһынан Тинес йылғаһы ҡушылғанға тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[2]:.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡҡошатҡан гидронимы килеп сығышы тураһында аныҡ фараз юҡ, әммә уның башҡорт телендәге Аҡҡош+атҡан һүҙҙәренән килеп сыҡҡанлығы бәхәсһеҙ. Шувалов Николай Иванович — Силәбе өлкәһенең күренекле географы, топонимисы күл атамаһының барлыҡҡа килеүе тураһында үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә былай тип яҙа:
Акушаткан, озеро, Аргаяшский район, речка, правый приток Зюзелки, бассейн Течи. В переводе с башкирского — «место, где застрелил лебедя», где аккош — «лебедь», аткан — «застрелил».[3][4].
Тамғаһы аҡҡош булған берәй ырыуҙың фажиғәһе булыуы ихтимал, тип фараз ителә «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области» тигән сайттың «Реки Южного Урала (А_)» тигән бүлегендә[5]
Аҡҡош атыу — башҡорт халҡында ҡаты тыйыу ҡуйылған ғәмәл. Аҡҡош атҡан кеше үҙен бәхетһеҙлеккә дусар итә йәки заты ҡорой тигән инаныс булған.[6]
Шулай уҡ ҡара
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ река Акушаткан
- ↑ РФ һыу реестры: Зюзелка .
- ↑ Шувалов Н. И. Акушаткан// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ река Акушаткан. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Мифологический словарь башкирского языка(недоступная ссылка)
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шувалов Н. И. Акушаткан // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мифологический словарь башкирского языка(недоступная ссылка)