Аҡҡулов Миңлеғәли Ҡотләхмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡҡулов Миңлеғәли Ҡотләхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1906
Тыуған урыны Стәрлебаш районы
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание рядовой һәм ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы

Аҡҡулов Миңлеғәли Ҡотләхмәт улы (рус. Аккулов Минигалей Кутлахметович; 1906 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 101-се айырым ат-артиллерия паркының ездовойы. Гвардия ҡыҙылармеецы. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалына лайыҡ була[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Миңлеғәли Ҡотләхмәт улы Аҡҡулов 1906 йылда Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙендә (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы) тыуған.

1942 йылдың февралендә Стәрлебаш районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла.

112-се Башҡорт (дүрт орденлы 16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының 101-се айырым ат-артиллерия паркында ездовой (йөрөтөүсе, ташыусы) булып хеҙмәт итә[2].

1942 йылдың 26 ноябрендә күрһәткән батырлығы өсөн 1943 йылдың 28 мартында «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә:

« Иптәш Аҡҡулов Миңлеғәли аттарын яҡшы ҡарай, йөк арбаһын (санаһын) тәртиптә тота һәм башҡа ездовойҙарға өлгө булып тора. Һуғыш хәрәкәте ваҡытында алғы һыҙыҡҡа боеприпастар ташып, ике бик мөһим бурысты өлгөлө үтәне.

1942 йылдың 26 ноябрендә, Краснояровка утарында аттарға дошман уты айырыуса янаған мәлдә, ул иҫ киткес ҡыйын хәл булыуға ҡарамҫтан, үҙенең һәм башҡа аттарҙы ут ҡойононан һаҡлап алып сыҡты. Отделение менән командалыҡ итеү яуаплығын үҙ өҫтөнә алды.[2]

»

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡҡулов Миңлеғәли Ҡотләхмәт улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[3] һәм БР-ҙың Стәрлебаш районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 686044. Единица хранения 1584.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]