Аҡһаҡал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Аҡһаҡал — башҡорттарҙа һәм башҡа төрки халыҡтарҙа оло йәштәге иң абруйлы кеше, ырыу-ҡәбилә башлығы. Аҡһаҡалдар кәңәшсе һәм хөкөмдәр булараҡ йәмғиәттә мөһим урын алып тора. Урындағы үҙидара ойошма бурыстарын Аҡһаҡалдар ҡоро үтәй.

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡһаҡал һүҙе башҡа күпселек төрки телдәрҙәге кеүек үк аҡ һәм һаҡал тигән һүҙҙәрҙән яһалған. Халыҡ ғәҙәттә абруй яулаған оло йәштәге кешене йә ырыу башында торған хөрмәтле оло кешене шулай атаған йә иһә күпте күргән, берәй өлкәлә ҙур тәжрибә туплап, белемлелеге менән абруй ҡаҙанған кешене атаған.[1]

Баҫма сығанаҡтарҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡһаҡал илде афәттән ҡотҡарыу тураһында көнө-төнө уйланып, ырыуҙағы ир-егеттәрҙе йыя. Ә. Вахитов.[2]

Йырсыны хаҡлы рәүештә «башҡорт йыры аҡһаҡалы» тип йөрөтәләр. Мәүлетбай Ғәйнетдинов башҡорт музыка сәнғәтен республиканан ситтә лә лайыҡлы таныта. -[3]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге, 1-се том. — М., 1993, 43 бит
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге, 1-се том. — М., 1993, 43, 676 биттәр
  3. «Башҡортостан», 2014, 11 июнь

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]