Аҡ манара (Түбәнге Новгород кремле)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 5210024002объект № 5210024002

Аҡ манара Түбәнге Новгород кремле. Тау аҫтындағы Иваново һәм Зачатьевский манаралары араһында урынлашҡан.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Манара XVI быуат менән даталана. 1620 йылда үҙгәртеп ҡорола[1].

XIХ быуатта манара тышҡы аҡ ташлы фасады төҫөнөң исемен ала. XVII—ХVIII быуаттарҙа Кремль эсендәге Симеоновский монастыры исеме буйынса Симеоновский манараһы тип йөрөтөлә, [2].

1889 йылда бында Түбәнге Новгород губерна ғилми архив комиссияһы архивы була. Урта ҡатындағы бойницалар  тура мөйөшлө тәҙрәгә әүерелә[1].

1923 йылда Аҡ манара барлыҡ архив документтары менән бергә эстән яна, шул уҡ ваҡытта манараның конструкция элементтары янғындан етди зыян күрмәй[1].

Тасуирлама[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кремль территорияһынан ҡарағанда Аҡ манараның күренеше

Манара дүрт ҡатлы түңәрәк формалы. Реставрация эштәре барған саҡта элекке реконструкция эҙҙәре табылмай[2].

Манараның ике ишеге бар — ер менән кимәл (икенсе ярус тәңгәлендә) ишек һәм стенаның хәрби майҙансығы  ишеге (ул манараның дүртенсе ҡатына айырым баҫҡыслы)[1].

Кремлдең башҡа түңәрәк манаралары араһында был манара бик күп хәрби бойницалары булыуы менән айырылып тора. Икенсе ярустың эске арауығында манара түңәрәктән квадратҡа әйләндереп төҙөлгән. Квадраттың тышҡы өс яғында бойницалар ҡуйылған. Өсөнсө ҡат түңәрәк формала, уларҙың стенаһындағы тура мөйөшлө уйымдарында тар ғына бойницалар эшләнгән. Манараның өҫөкө ҡатында кремль системаһына ярашлы «тешле» ҙур һәм бәләкәй хәрби тәҙрәләр ҡуйылған[1].

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кирьянов И. А. Нижегородский Кремль. Очерк истории кремля в городе Горьком — Горький: Горьковское книжное издательство, 1956. — 116 б.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • {{{1}}}