Аҡ мәсет (Хиуа)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡ мәсет
Нигеҙләү датаһы 1657
Рәсем
Дәүләт  Үҙбәкстан
Административ-территориаль берәмек Хиуа
Мираҫ статусы Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] һәм oбъект материального культурного наследия Узбекистана республиканского значения[d]
Указания, как добраться “Ichan-qal’a” MFY, Polvon Qoriy koʻchasi, 25-uy
Карта
 Аҡ мәсет Викимилектә

Аҡ мәсет (үзб. Oq masjid; рус. Мечеть Ак) — Хиуалағы (Үзбәкстан) мәсет. Эске ҡала (Ичан-Ҡала; ичан — эске тип тәржемә ителә)) ансамбленең бер өлөшө булып тора, Бөтә Донъя мираҫы объекты булған диуар менән уратып алынған. Көнсығыш ҡапҡа янында урынлашҡан (Палван-дарваза).

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1647 йылда Ануш хан мунсаһы менән бергә нигеҙ һалынған. Мәсет ишегендәге яҙыуҙарға ҡарағанда, хәҙерге бина 1838—1842 йылдарға ҡарай.

Яҙмалар шулай уҡ Хиуаның ағас һырлау оҫталары Адин Ҡаландар улы Нурмөхәмәт; Сәйет Мөхәммәт улы Ҡаландар исемдәрен дә телгә ала.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәсет көмбәҙ залынан һәм уға йәнәш торған өс галереянан тора. Көньяҡ стенала Мәккәгә (ҡиблаға) йүнәлткән михраб-нич бар.

Мәсет өс яҡтан айван (портик) менән уратып алынған квадрат көмбәҙ рәүешендәге бинанан (6,35-кә 6,35 м) тора[1]. Мәсеттең дөйөм дәүмәле 25,5-кә 13,5 метр тәшкил итә[2].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Дишан-Ҡала

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Madrasahs, mosques, minarets and mausoleums in Itchan Kala (Khiva’s old town). factsanddetails.com. Дата обращения: 19 февраль 2022. Архивировано 19 февраль 2022 года.
  2. "Оқ масжид", Оқ масжид, <https://n.ziyouz.com/books/uzbekiston_milliy_ensiklopediyasi/O'zbekiston%20Milliy%20Ensiklopediyasi%20-%20O%20harfi.pdf>  2022 йыл 16 август архивланған.