Аҡ ҡәлғә (Салоники)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҡ ҡәлғә

Аҡ ҡәлғә (грек. Λευκός Πύργος, төр. Beyaz KuleBeyaz Kule) — Грецияның Салоники ҡалаһындағы яр буйы районында архитектура һәйкәле һәм музей. Башня «аҡ» тип аталыуына ҡарамаҫтан, буйвол тиреһе төҫөндә. Ул Эгей диңгеҙенең Термиакос ҡултығы ярындағы Еңеү урамында (οδος Νικις) урынлашҡан. Унда Византия музейы урынлашҡан, ул ҡаланың төп иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. Аҡ башнянан алыҫ түгел Македония Палас отеле урынлашҡан.

Башта төрөктәр тарафынан оборона ҡоролмаһы булураҡ тәҙәлгән Аҡ ҡәлғә төрмә һәм кешеләрҙе күпләп язалау урыны булараҡ билдәле. Ул 1912 йылда ҡала Греция власы ҡулына күскәс кенә реконструкциялана һәм аҡлана. Элекке «Ҡанлы башня» бөгөн беҙ белгән «Аҡ башня»ға әйләнә. Ул ҡаланың ғына түгел, шулай уҡ Македонияның грек суверенитеты символына әүерелә.

Архитектура үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡ ҡәлғә 1912 йылда. Шул уҡ йылда һүтелгән башняны ҡаймалаған камиз күренә. .

Аҡ башня диаметры — 23, бейеклеге 27 метр булған цилиндр формаһына эйә. Башня осонда диаметры — 12, бейеклеге 6 метрлы бәләкәй манара бар. Тышҡы стеналарҙағы ҡайһы бер амбразураларға инең спираль формаһындағы пандустан, башҡаларына һәр алты ҡаттың үҙәк залы аша тормошҡа ашырыла. Үрге башняның ҡыйығында диаметры 10 метр булған майҙан, манара тирәләй киңлеге 5 метр самаһындағы майҙансыҡ бар.

Ваҡыт үткәндән һуң башня тулыһынса реконструкциялана. Элекке һүрәттәр буйынса, уның түбәһе Истанбулдағы Йедикюле һәм Румелихисар ҡәлғәләре кеүек үк, конус формаһында була. 1917 йылға тиклем башня итәгендә ҡәлғә диаметрынан өс тапҡыр ҙурыраҡ майҙанды һәм ауыр ҡоралдарҙы ҡаплап тороусы камиз тора. Уның һигеҙ мөйөшлө манаралары һәм капониорҙары башняға яҡынлаусыларға ут асыу мөмкинлеген бирә. Әммә камиздың баштан уҡ булғнмы, әллә ул һуңынан төҙөлгәнме икәнлеге билдәһеҙ.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Язанан ҡотолоу өсөн башнянан һикереүсе тотҡон

Оҙаҡ ваҡыт ҡала стеналарының көнсығыш флангын ҡаплап тороусы башня венециандар тарафынан төҙөлгән, тип һанала. Византия уларға ҡаланы 1423 йылда бирә. Әммә хәҙер уны 1430 йылда Морат II Салоникиҙы алғандан һуң төрөктәрҙең төҙөгәне билдәле. 1912 йылда тиклем башняла ғосман телендәге яҙыу була, унда бинаның Һижрә буйынса 942 йылда (1535—1536) төҙөлөүе билдәләнә. Тарихсы Франц Бабингер, башня бөйөк Ғосман архитекторы, бик күп билдәле фортификация ҡоролмалары, шул иҫәптән, 1537 йылда Албанияның Валона портындағы шундай уҡ башняны төҙөүсе Синан тарафынан төҙөлгән, тип иҫәпләй. Бәлки, Аҡ ҡәлғә XII быуатта архиепископ Евстафий Солунскийҙың хеҙмәттәрендә телгә алынған һәм византиялылар тарафынан төҙөлгән иҫке башня урын алғандыр.

Аҡ ҡәлғә ғосмандар тарафынан форт, казарма һәм төрмә булараҡ файҙаланыла. 1826 йылда солтан Мәхмүт II указы менән бында тотҡондарҙы язалайҙар. Шунан һуң ул «Ҡанлы башня» тип йәки «Ҡыҙыл башня» тип атала башлай һәм шул атама менән, аҙағына тиклем йөрөй XIX быуат һуңына тиклем йөрөй.

Күп йөҙ йыллыҡтар дауамында башня Салоникиҙың ҡала стенаһы өлөшө булып тора. Ул ҡаланың йәһүд кварталын йәһүд һәм мосолман зыяраттарынан айыра. Ҡаланың диуарҙары 1866 йылда емертелә. Беренсе Балҡан һуғышынан һуң, 1912 йылда башня аҡлана, был уның «таҙарыныуының» символик билдәһе булып тора. Ошо мәлдән алып ул бөгөнгө атамаһы менән йөрөй. 1913 йылдың мартында башняһынан алыҫ түгел Греция короле Георг I үлтерелә.

Галерея[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]