Аҫылғужин Рамаҙан Ҡунаҡбай улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Аҫылғужин Рамаҙан Ҡунаҡбай улы
Зат ир-ат
Рәсем
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 май 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (67 йәш)
Тыуған урыны Үрге Нөгөш, Ғәлиәкбәр ауыл советы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө инспектор
Эш урыны Шүлгәнташ ҡурсаулығы

Аҫылғужин Рамаҙан Ҡунаҡбай улы (26 май 1956 йыл) — урмансы, солоҡсо, инспектор. Башҡортостан Республикаһы хайуандар донъяһын һаҡлау фондының «Урман рыцары» исемен йөрөтөүсе.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҫылғужин Рамаҙан Ҡунаҡбай улы[1] 1956 йылдың 26 майында Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Үрге Нөгөш ауылында тыуа. Үрге Нөгөш башланғыс мәктәбендә уҡығанда, Аҫылғужиндар ғаиләһе Ғәлиәкбәр ауылына күсә. Ғәлиәкбәр мәктәбен тамамлағас, 1972 йылдан 1983 йылға тиклем «Башлес»-тың Бөрйән сәнәғәт хужалығында эшләй. 1974—1976 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.

Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҫылғужин Рамаҙан Ҡунаҡбай улының бөтә тормошо Бөрйән урманы менән бәйле. 1983 йылда ул Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы Ағиҙел буйы филиалының 1986 йылда «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығы булып киткән Нөгөш участка урман хужалығында урмансы булып эшкә урынлаша, ә 1996 йылдан ҡурсаулыҡтың өлкән дәүләт инспекторы вазифаһын башҡара.

Р. К. Аҫылғужин ҡурсаулыҡ ойошторолғандан алып эшләүсе нәҫелдән килгән солоҡсолар династияһы вәкиле булып тора. Улар башҡорт халҡының уникаль кәсебе — солоҡсолоҡ, Бөрйән солоҡ ҡортон һаҡлап ҡалыуға һиҙелерлек өлөш индерә. Был йоланы Рамазан Ҡунаҡбай улы — ойоштороусы булараҡ та дауам итә. Компетенцияһын һәм квалификацияһын иҫәпкә алып, ул ҡурсаулыҡ делегацияһы составында, өс тапҡыр Польша Республикаһында милли парктарҙа солоҡсолоҡто тергеҙеү буйынса ғилми-ғәмәли семинарҙарҙа һәм Ярославль өлкәһенең «Вощажников» ауыл хужалығы предприятиеһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте урта рус тоҡомло бал ҡорттарын һаҡлау һәм үрсетеү буйынса үҙәгендә «Солоҡ умартасылығы» халыҡ-ара практик уҡыу семинарында ҡурсаулыҡ исеменән сығыш яһай.

Алыҫтағы бүлексәне етәкләп, Рамаҙан Ҡунаҡбай улы килеп тыуған проблемаларҙы оператив һәм үҙаллы хәл итә, «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығының Нөгөш урман хужалығы ҡеүәтен һөҙөмтәле файҙалана. Кәрәк булғанда урман янғындарын һүндереүҙе ойоштора, урман хужалығы күп һанлы ҡурсаулыҡ режимын, биотехник һәм урман хужалығы сараларын үтәүҙе, беренсел ғилми мәғлүмәттәр йыйыуҙы тәьмин итә, танып белеү туризмы үҫешенә булышлыҡ итә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Коммунистик хеҙмәт ударнигы (18 март 1985 йыл)[2]
  • Рәсәй Федерацияһының Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса дәүләт комитетының Маҡтау ҡағыҙҙары[3]
  • Рәсәй Федерацияһының Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының «Тәбиғәтте һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе
  • Башҡортостан Республикаһы ҡырағай хайуандарҙы яҡлау фондының «Урман рыцары» исеме (2017)
  • «Ҡурсаулыҡ эшендәге ҡаҙаныштары өсөн» билдәһе (сентябрь 2006)[4]

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Өйләнгән, ике ул, өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә.

Оло улы Илдар Иҫке Собханғол ауылында йәшәй.

Ҡыҙы Дилбәр 1999 йылда Башҡорт кооператив техникумында уҡый, 2014 йылда Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институтын тамамлай һәм Бөрйән районы муниципаль районы мәҙәниәт бүлегендә әйҙәүсе бухгалтер булып эшләй.

Улы Ғәзинур 2011 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетының урман хужалығы бүлегендә белем ала. Шул ук йылды «Шүлгәнташ» ҡурсаулығына участка дәүләт инспекторы булып эшкә урынлаша. 2019 йылдан Биосфера биләмәһен үҫтереү һәм тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлау буйынса директор урынбаҫары.

Гөлдәр 2006—2011 йылдарҙа Сибай сәнғәт колледжын, 2011—2014 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын тамамлай.

Кесе ҡыҙы Рузилә Иҫке Собханғол урта мәктәбен алтын миҙалға тамамлап, Өфө дәүләт авиация техник университетында техник системаларҙа идара итеү һөнәрен үҙләштерә.

Балалары үҙҙәре һайлаған һөнәр буйынса белем алып, уңышлы эшләп йөрөй, ғаилә ҡорған.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аҫылғужин Рамаҙан Ҡунаҡбай улы үҙенең төп эшенән тыш киң йәмәғәтселек эшмәкәрлеге алып бара. Ауылда мәҙәни, спорт саралары үткәреүҙә әүҙем ҡатнаша, бағымсылыҡ ярҙамы күрһәтә. Ауылдаштары уны биш тапҡыр рәттән Ғәлиәкбәр ауыл Советы депутаты[5] итеп һайлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]