А-ба-ба-га-ла-ма-га

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
А-ба-ба-га-ла-ма-га
Тармаҡ издательская деятельность[d]
Нигеҙләү датаһы 20 апрель 1992
Нигеҙләүсе Малкович, Иван Антонович[d]
Дәүләт  Украина
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт[d]
Барлыҡҡа килеү урыны Киев[1]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Киев, Украина
Рәсми сайт ababahalamaha.com.ua

А-ба-ба-га-ла-ма-га — балалар әҙәбиәтен украин, урыҫ һәм инглиз телдәренә тәржемә итеү һәм сығарыу менән шөғөлләнгән украин китап нәшриәте.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1992 йылда яҙыусы һәм этнограф Иван Малкович тарафынан булдырылған һәм иң элекке украин балалар китабы нәшриәте булып тора[2]. Киевта урынлашҡан. Нәшриәт исеме Иван Франконың «Грицева шкільна наука» («Гришаның мәктәптә уҡыуы») хикәйәһенән алынған.

… малай тураһында, ул ҡаҙҙарҙы көткән, һуңынан мәктәпкә уҡырға китә, өйөнә ҡайтҡан һайын атаһы унан: «Нимә өйрәндегеҙ?» тип һораған. Малай: «А-БА-БА-ГА-ЛА-МА-ГА» (йәғни әлифбаны), — тип яуаплаған. Бер йылдан ҡайтҡас, ул тағы ла йәйгеһен ҡаҙҙар көтә башлаған һәм мәктәптә нимәгә өйрәнгәне менән маҡтанырға уйлаған икән, уға ҡаҙ: «А-БА-БА-ГА-ЛА-МА-ГА», — тигән. Бына шунда инде малай, был ҡаҙға уҡырға барырға кәрәк булған, ә миңә түгел, тип уйлаған[3].

1992—2005 йылдарҙа нәшриәт, Малкович раҫлауынса, әлифбанан башлап, 100-гә яҡын китап атамаларын сығара:

Китаптар менән эшем фәрештәнән башланды. Мин гел беренсе битендә «А» хәрефен кәүҙәләндергән фәрештәле әлифбаны баҫтырып сығарырға хыялландым. Әммә совет осоронда быны эшләп булмай ине[4].

Шул уҡ ваҡытта 2004 йылда нәшриәт Украинала үҙ продукцияһының 400 000-дән ашыу дана һата, ә «А-ба-ба-га-ла-ма-га» баҫма продукцияның дөйөм тиражы 15 йыл эсендә 3 миллион данаға етә[5].

Һүҙ украин телендә сыҡҡан баҫмалар тураһында ғына бара: 2001 йылға тиклем «А-ба-ба-га-ла-ма-га» китаптарҙы урыҫ телендә баҫтырмай, ә һуңынан, Мәскәү халыҡ-ара китап күргәҙмә-йәрминкәһендә нәшриәттең уңышлы дебютынан һуң, урыҫ телендәге китаптар «Рәсәй федерацияһы территорияһында ғына һатыу өсөн» билдәһе менән сығарыла башлай[4]. Һуңғы ваҡытта «А-ба-ба-га-ла-ма-га» үҙ китаптарын шулай уҡ башҡа телдәргә тәржемә итә: мәҫәлән, нәшриәттең баш мөхәррире Малковичтың «Әсәй өсөн бал» (укр. Мед для мами, ингл. Mommy for Honey) әкиәте инглиз телендә баҫтырыла, тәржемәне Украина президенты Виктор Ющенконың ҡатыны Катерина эшләй һәм Киевтағы сит ил илселәре ҡатындарына берешәр дана бүләк итә[6].

Авторҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Украин авторҙары әҫәрҙәре менән бер рәттән, «А-ба-ба-га-ла-ма-га» украин теленә күп кенә тәржемәләр баҫтыра — атап әйткәндә, Корреспондент.net, раҫлауынса, бында Гарри Поттер тураһында Джоан Роулингтың романдар циклы украин теленә тәржемә ителә.

Виктор Морозов башҡарған Джоан Роулингтың китаптарының украин тәржемәһе эксперттар тарафынан бик юғары баһаланды. Ул урыҫ тәржәһемәһенә ҡарағанда күпкә дөрөҫөрәк, тип һанала. Иван Малкович арҡаһында Гарри Поттер тураһындағы китап Францияға ҡарағанда Украинаға — бер ай һәм Рәсәйҙән дүрт ай элек килеп етә һәм Европала беренсе милли презентация була[7].

Циклдың аҙаҡҡы романы «Гарри Поттер һәм Үлемдең Бүләктәре» тәржемә әҫәрҙәре араһында тәүгеһе булып шулай уҡ «А-ба-ба-га-ла-ма-га» нәшриәтендә баҫтырыла[8].

«А-ба-ба-га-ла-ма-га» нәшриәтенең халыҡ-ара бәйләнештәре бының менән генә сикләнмәй: нәшриәт сит ил баҙарында әүҙем эшләй, 2007 йылға ҡарата үҙ китаптарын баҫтырыу хоҡуҡтарын 18 илгә һата[9]. Әлеге уңыш, тәү нәүбәттә, рәссамдар һәм дизайнерҙар эше — иң элек, уның тәүге рәссамы Кость Лавро (уның авторлығындағы ҡуян 1992 йылғы «Әлифба» тышлығында баҫтырып сығарыла һәм нәшриәт символдарының береһе булып китә), һәм «А-ба-ба-га-ла-ма-га»ның иң билдәле иллюстраторы Владислав Ерко менән бәйле. Владислав Ярко инглиз телендә ике тапҡыр сыҡҡан һәм һатыу буйынса 2005 йылда Templar инглиз нәшриәте лидеры булған Ганс Христиан Андерсендың «Ҡар батшабикәһе»нең авторы . Нәшриәт менән шулай уҡ билдәле рәссам-иллюстраторҙар Виктория Ковальчук, Катерина Штанко, Евгения Гапчинская хеҙмәттәшлек итәләр[10].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Зубар А.М., різні автори А-БА-БА-ГА-ЛА-МА-ГА // Велика українська енциклопедія (укр.)Київ: Енциклопедичне видавництво, 2016. — ISBN 978-617-7238-39-2
  2. С. Гальченко. Ющенко поспорил с женой за книжку для детей // Газета по-українськи, № 378 (01.06.2007).
  3. Сайт издательства «А-ба-ба-га-ла-ма-га» 2016 йыл 5 март архивланған.
  4. 4,0 4,1 Е. Горелова. Быть Малковичем // «Ведомости» (Москва), 6 февраля 2006.
  5. Віктор Ющенко привітав видавництво дитячої книги «А-БА-БА-ГА-ЛА-МА-ГА» з 15-річним ювілеєм 2010 йыл 28 октябрь архивланған. // Національна радіокомпанія України, 25.04.2007.(недоступная ссылка с 31-03-2018 (2186  дня))
  6. Катерина Ющенко подарила супругам руководителей иностранных дипломатических миссий на Украине книгу «Мед для мамы» в собственном переводе(недоступная ссылка) // Пресс-служба Президента Украины Виктора Ющенко, 14.12.2007.(недоступная ссылка с 31-03-2018 (2186  дня))
  7. Личность года: Иван Малкович 2010 йыл 20 октябрь архивланған. // Корреспондент.net, 2003.(недоступная ссылка с 31-03-2018 (2186  дня))
  8. Украинцы первыми в мире увидят перевод последнего Гарри Поттера // Корреспондент.net, 21 сентября 2007.
  9. Видавництву «А-БА-БА-ГА-ЛА-МА-ГА» — 15 років 2007 йыл 18 октябрь архивланған. // ICTV, 30.04.2007.(недоступная ссылка с 31-03-2018 (2186  дня))
  10. Украинская «А-Ба-Ба-Га-Ла-Ма-Га» собирается покорить мир 2008 йыл 14 июнь архивланған. // Newsru.ua, 14 мая 2007(недоступная ссылка с 31-03-2018 (2186  дня))

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]