А. Д. Дувакинаның шәхси ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
А. Д. Дувакинаның шәхси ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы
А. Д. Дувакинаның шәхси ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы
Ил Рәсәй
Ҡала Новочеркасск, Атаман урамы, 42
Архитектура стиле ампир
Нигеҙләнгән 1880 йылдар
Статус
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6101088000объект № 6101088000

А. Д. Дувакинаның шәхси ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы — төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты. Уҡыу йорто Ростов өлкәһенең Новочеркасск ҡалаһында, Атаман урамы, 42 адресы буйынса төҙөлгән бинала урынлаша. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа ҡыҙҙар өсөн Алексеевск приюты булараҡ теркәлә[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шәхси гимназияны асыу датаһы төрлө сығанаҡтарҙа 1880 йылдан алып[2] 1889 йылға тиклем күрһәтелә[3]. Асыҡ уҡыу йорто булған гимназяла урта хәлле һәм башҡа ҡатлам балалары белем ала. 1921 йылда гимназия беренсе һәм икенсе баҫҡыс уҡыу йорттарын берләштергән икенсе дөйөм асыҡ совет мәктәбе итеп үҙгәртелә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң бында сәнәғәт-иҡтисад, элеватор һәм ветеринар техникумы урынлаша. XXI быуатта гимназия урынлашҡан бинала Рәсәй Федерацияһының Ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министрлығының агробизнес һәм белгестәргә яңы һөнәр биреү институты уҡыусылар ҡабул итә. 1992 йылдан йорт архитектура ҡомартҡыһы һәм мәҙәни әһәмиәтле объект булып һанала.

Һүрәтләнеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ике ҡатлы бинаны төҙөү уҡыу йортон рәсми асҡындан күпкә алдараҡтамамлана. Бина ампир стилендә башҡарыла. Был хаҡта симметрик урынлаштырылған тәҙрәләр, стеналарҙың яҫы пилястралар ярҙамында бүленеүе һөйләй. Төп инеү урыны төҙөлөш барышында үҙктән ситкәрәк күсерелә. Элек күтәрмә урынында япмалы сатыр тора. Йорт фасады ҡәтғи декор һәм элементтарҙы урынлаштырыу рационаллеге менән айырыла. Йорттоң өҫкө ҡатын, беренсе ҡат менән сағыштырғанда, күберәк декоратив элементтар биҙәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]