А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү ҡала халыҡ университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү ҡала халыҡ университеты
Нигеҙләү датаһы 1908
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Шанявский, Альфонс Леонович[d]
Дәүләт  Рәсәй империяһы
 Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Тверской районы[d]
Урын Миусская площадь[d]
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе В. С. Черномырдин исемендәге Мәскәү дәүләт асыҡ университеты[d]
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1920
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27602970?
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться Миусская площадь, 6, строение 7
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Московского городского народного университета[d]
Карта
 А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү ҡала халыҡ университеты Викимилектә

А. Л. Шанявский исемендәге Мәскәү ҡала халыҡ университеты — рус. Московский городской народный университет имени А. Л. Шанявского — Рәсәй империяһының Мәскәүҙә урынлашҡан дәүләткә ҡарамаған (муниципаль) юғары уҡыу йорто.

1912 йылда төҙөлгән университет бинаһы Миус майҙанының мәҙәни үҙәге ансамбленә ингән. Хәҙер был бинала Рәсәй дәүләт гуманитар университеты урынлашҡан

Төҙөлөү тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шанявский исемендәге университет бланкыһы.

Альфонс Леонович Шанявский (1837—1905) — урыҫ армия генералы, Алыҫ Көнсығыш колонизаторы, себер алтын сәнәғәтсеһе, енесенә, диненә һәм сәйәси ышаныслылығына ҡарамаҫтан, барыһы өсөн дә асыҡ университет булдырыуға бар мөлкәтен мираҫ итеп ҡалдыра.

«Главной его мечтой всегда было все свои средства оставить на такое высшее учреждение, где могли бы свободно, без требования аттестатов зрелости и пр. учиться и мужчины и женщины, и русские и нерусские, одним словом, все, кто учиться желает» (Л. А. Шанявская)

Чиновниктарға ҡаршы өс йыл көрәштән һуң, 1908 йылда, тол ҡалған ҡатыны Лидия Алексеевна мираҫ йортта университет астырыуға өлгәшә .

«Денежная сторона отходит совершенно на задний план сравнительно с энергией, затраченной Лидией Алексеевной… если бы не её моральный авторитет, проект университета в июне 1908 г. был бы похоронен ретроградно настроенным Государственным Советом» (письмо Правления Университета в ВЦИК 27 апреля 1920 года)

.

Барлыҡ теләүселәр өсөн асылған университетта уҡырға инеү өсөн шәхес таныҡлығынан тыш бер ниндәй документтар һәм аттестат талап ителмәй, уның төп һәм берҙән-бер маҡсаты — белем биреү. Дөрөҫ, университет үҙен тамамлау тураһында документтар ҙа бирмәй.

Университет попечителдәр советы менән идара ителә, уларҙың яртыһы Ҡала Думаһы тарафынан раҫлана, ә икенсе яртыһын үҙ советы һайлай. Совет составында алты ҡатын (шул иҫәптән мәрхүм генералдың ҡатыны Л. А. Шанявская) була. Айырым академия (ғилми) советы уҡытыу программалары өсөн яуап тота.

Профессура[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университеттың иң алдынғы профессорҙары һәм уҡытыусылары араһында:

Сығарылыш уҡыусылары һәм тыңлаусылар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Студент билеты 1909

Университетты тамамлаған (тыңлаусылар) билдәле шәхестәр :

Миус урамындағы бина[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университетҡа нигеҙ һалыр алдынан доға ҡылыу. Беренсе рәттә һулдан икенсе — Н. И. Гучков, арыраҡ В. Ф. Джунковский, А. А. Адрианов, А. А. Тихомиров и председатель совета университет советы рәйесе Н. В. Давыдов. 1911 йыл.

Күп тә үтмәҫтән, ҡала Миус майҙанында университет өсөн ер участкаһы бүленгән. Унда, элекке ағас келәттәре урынында, ҡала ситендә яңы мәҙәни үҙәк төҙөлә. 1898 йылда Александр II исемендәге реаль училище төҙөлә башлай, унан һуң П. Шелапутин исемендәге һөнәрселек училищеһы (1903), Абрикосов бала табыу йорто (1909) һалына.

1910 йылдың яҙында төҙөлөшкә Л. А. Шанявская 225 мең һум аҡса һала, бөтәһе 500 мең һум ҡаралған була. Попечителлек советы һайлаған төҙөлөш комиссияһына М. В. Сабашников етәкселек итәк[2].

1911 / 1912 йылдың ҡышына бина һөлдәһе әҙер була, ә 1912 йылдың 2 октябрендә ул беренсе тыңлаусыларҙы ҡабул итә; был ваҡытҡа улар 3500-ҙән ашыу булған. Бинала йәмғеһе 23 уҡыу класы булған, шуларҙың өсәүһе — 600, 200 һәм 200 кешелек амфитеатрҙар. Ҙур амфитеатр электр шаршауы менән йыһазландырылған, ул бер нисә минут эсендә яҡты аудиторияны кинозалға әүерелдерә.Бина проекты 1914 йылда уҙғарылған иң яҡшы яңы төҙөлгән бина конкурсының II премияһына һәм көмөш миҙалға лайыҡ була[3].

Университетты үҙгәртеп ҡороу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Университет Бинаһы
1911 йылғы мөһөр

Попечителдәр советының һуңғы башлығы итеп уны ойоштороусыларҙың береһе, П. А. Садырин һайланған[4]. 1918 йылда университет национализацияланған, идара итеү Наркомпросҡа күсә. 1919-20 йылдарҙа университеттың элекке академия бүлеге Мәскәү дәүләт университеты факультеттары менән берләштерелә, ә ғилми-популярлаштырыу бүлексәһе Я. М. Свердлов исемендәге Коммунистик университет составына инә[5], Миус урамындағы бинала артабан КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбе урынлаша. Әлеге ваҡытта бинаны Рәсәй дәүләт гуманитар университеты биләй. 1922 йылда университеттың биологик коллекцияһы яңынан ойошторолған А. А. Тимирязев исемендәге биологик музейға тапшырыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]