А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты
рус. Литературный институт имени А. М. Горького
Нигеҙләү датаһы 1933
Рәсем
Рәсми атамаһы Литературный институт имени А. М. Горького
Кем хөрмәтенә аталған Максим Горький
Эшмәкәрлек төрө әҙәбиәт ғилеме
Ректор Варламов, Алексей Николаевич[d]
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Мәскәү
Урынлашҡан урамы Тверской бульвар[d]
Урын Мәскәү
Баш компания (ойошма, предприятие) Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы[1]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Халыҡтар Дуҫлығы ордены
Рәсми сайт litinstitut.ru
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 12 000 ± 99[2]
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Литературного института имени А. М. Горького[d]
Карта
 А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты Викимилектә

Максим Горький исемендәге әҙәбиәт институты (Литинститут, ЛИ имени А. М. Горького) федераль (СССР осоронда Бөтә Союз) әҙәби хеҙмәткәрҙәр әҙерләү өсөн юғары уҡыу йорто. Мәскәүҙә, Тверь бульварындағы усадьбала урынлашҡан. 1933 йылда нигеҙ һалына, хәҙерге исеме 1936 йылда бирелә. 1992 йылға тиклем ведомство ҡарамағы буйынса СССР Яҙыусылар союзына ҡараған, 1992 йылдан 2014 йылға тиклем Мәғариф һәм фән министрлығы, 2014 йылдан алып — Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы[3] ҡарамағында.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Совет осоро[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Советтар Союзында профессиональ әҙәбиәтселәр әҙерләү өсөн уҡыу йортон булдырыу идеяһы 1932 йылда актуалләшә: СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты властар ҡарарын Максим Горькийҙың ижади эшмәкәрлегенең 40 йыллығына ҡарата асырға ниәтләй, ә М. Горький власть ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнгән. 1933 йылдың ҡышында яҙыусы буласаҡ институттың уҡыу программаһын төҙөп, уны Иосиф Сталинға шәхсән раҫлауға ебәрә[4].

1933 йылдың 6 февралендә «Вечерняя Москва» гәзите Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институты тураһында положениеның проектын баҫтыра. Документҡа ярашлы, институт өс бүлектән торорға тейеш ине: яҙыусылыҡ ижады, юғары уҡыу йортоноң әҙәбиәт белгестәрен һәм әҙәби тәнҡитселәрен әҙерләү, аспирантура менән ғилми-тикшеренеү бүлектәре[4].

РСФСР Халыҡ мәғарифы комиссариаты һәм СССР Үҙәк Башҡарма Комитеты юғары уҡыу йорто бүлексәһен ойоштороу идеяһы менән ризалашманы, һөҙөмтәлә бер юлы ике ойошма — Рәсәй Фәндәр академияһының А. М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтының Ғилми институты һәм белем биреү йорто, тәүҙә — Киске эшселәр әҙәбиәт университеты булдырылды[4]. 1930 йылдар аҙағында Әҙәбиәт институтын үҙгәртеп ҡороу ихтыяжы килеп тыуа. 1939 йылда, Яҙыусылар союзының яңы етәкселеген раҫлағандан һуң, киске уҡыу йортон көндөҙгө уҡыу йортона үҙгәртеп ҡороу идеяһы тыуа. Реформаны әҙерләү менән 1941 йылда директор (1961 йылға тиклем) вазифаһын биләгән Гавриил Федосеев шөғөлләнә[4]. 1942 йылдан алып көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәре эшләй башланы[5].

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, институттың 100-ҙән ашыу студенты һәм хеҙмәткәре фронтҡа һәм ополчениеға китә. Мәскәү өсөн алышта уҡытыусылар Гавриил Федосеев, Сергей Шамбинаго, Лев Галицкий ҡатнашты. Совет әҙәбиәтсеһе Александр Аникст доброволец булып армияға китә. Павел Коган, Михаил Кульчицкий, Николай Майоров, Георгий Эфрон, Елена Ширман фронтта һәләк булды.

Әҙәбиәт институтын һәм Юғары әҙәби курстарҙы тамамлаусылар араһында билдәле яҙыусыға әйләнгән фронтовиктар байтаҡ: Юлия Друнина, Виктор Курочкин, Григорий Бакланов, Григорий Поженян, Советтар Союзы Геройы Сергей Курзенков, Эдуард Асадов, Юрий Бондарев, Яков Белинский, Владимир Бушин, Иван Пантелеев[6][7][8]. Михаил Лобанов.

1983 йылда институт Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградлана. Ғәмәлдә ул күп милләтле совет әҙәбиәте үҙәгенә әүерелде: уны тамамлаусылар араһында 50 милләт вәкиле булды[8].

Әҙәбиәт курстары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

яҙыусы Тулушева вологдала 29 май 2023

1953 йылдан алып институт ҡарамағында студенттарын ижади конкурс ярҙамында ҡабул ителгән Юғары әҙәби курстар эшләй башлай. Төрлө йылдарҙа бөтә Союз һәм донъяла танылыу яулаған яҙыусылар, шағирҙар, публицистар һәм әҙәби тәнҡитселәр: Виктор Астафьев, Сыңғыҙ Айытматов, Николай Тряпкин, Алексей Прасолов, Пётр Проскурин, Валентин Сорокин, Владимир Личутин, Евгений Носов, Юрий Левитанский, Олесь Гончар, Матвеева Новелла курстар тыңлаусылары булдылар[9]. 1955 йылда художестволы тәржемә бүлеге асыла, унда бөтә донъя практикаһында тәүге тапҡыр Яҙыусылар союзы һәм уның төбәк бүлексәләре ҡарамағындағы тәржемә итеү семинарҙары тәжрибәһенә таянып шиғриәт һәм проза әҫәрҙәре тәржемәселәрен профессиональ әҙерләү башлана. Яңы бүлексәне тәржемәсе Лев Озеров етәкләне[10].

Күренекле уҡытыусылары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Билдәле тамамлаусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
  2. (unspecified title)
  3. Общая информация. Литературный институт имени А.М. Горького. Дата обращения: 13 июнь 2018. Архивировано 5 июнь 2018 года.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Вячеслав Огрызко. Без лишних словесных игр. Кто руководил Литинститутом в первые десятилетия его существования. «Литературная Россия» (19 ғинуар 2017). — Статья была опубликована в газете «Литературная Россия» № 2 / 2017, 19.01.2017. Дата обращения: 19 июль 2019. Архивировано 19 июль 2019 года.
  5. Литературный институт имени А. М. Горького. На Пресне. Дата обращения: 13 июнь 2018. Архивировано 18 июнь 2018 года.
  6. Анастасия Чернова. Литературный институт в годы Великой Отечественной Войны. Соты (20 июнь 2015). Дата обращения: 13 июнь 2018. Архивировано 18 июнь 2018 года.
  7. Литературный институт имени А. М. Горького. Энциклопедия «Москва». Дата обращения: 13 июнь 2018. Архивировано 18 июнь 2018 года.
  8. 8,0 8,1 80 лет назад открылся Литературный институт имени Горького. Новости культуры (3 декабрь 2013). Дата обращения: 13 июнь 2018. Архивировано 18 июнь 2018 года. 2018 йыл 18 июнь архивланған.
  9. Высшие литературные курсы (ВЛК) продолжают набор слушателей. Хронос. Дата обращения: 13 июнь 2018. Архивировано 12 июнь 2018 года.
  10. Кафедра художественного перевода. Литературный институт имени А. М. Горького. Дата обращения: 13 июнь 2018. Архивировано 24 июнь 2018 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалып:Вузы Москвы Ҡалып:Максим Горький