А. С. Макаренко исемендәге Сумы дәүләт педагогия университеты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
А. С. Макаренко исемендәге Сумы дәүләт педагогия университеты
Нигеҙләү датаһы 1924
Логотип
Рәсем
Рәсми атамаһы Сумские высшие трёхлетние учительские курсы, Сумской педагогический техникум, Сумской институт социального воспитания, Сумской педагогический институт, Сумской государственный педагогический институт, Сумской государственный педагогический институт имени А. С. Макаренко, Сумской государственный педагогический университет имени А. С. Макаренко, Сумський державний педагогічний університет ім. А. С. Макаренка һәм Сумський державний педагогічний інститут ім. А. С. Макаренка
Кем хөрмәтенә аталған Макаренко Антон Семёнович
Дәүләт  Украина[1]
Административ-территориаль берәмек Сумы
Рәсми сайт sspu.edu.ua
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Q114458179?
Карта
 А. С. Макаренко исемендәге Сумы дәүләт педагогия университеты Викимилектә

А. С. Макаренко исемендәге Сумы дәүләт педагогия университеты (укр. Сумський державний педагогічний університет імені А. С. Макаренка) — Сумы ҡалаһындағы украин университеты, 1924 йылда нигеҙ һалына. Педагог А. С. Макаренко исемен йөрөтә.

Исемдәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1924 — Сумы юғары өс йыллыҡ уҡытыусылар курсы
  • 1925 — Сумы педагогия техникумы
  • 1930 — Сумы социаль тәрбиә институты
  • 1933 — Сумы педагогия институты
  • 1935 — Сумы дәүләт педагогия институты
  • 1957 — А. С. Макаренко исемендәге Сумы дәүләт педагогия институты
  • 1999 — А. С. Макаренко исемендәге Сумы дәүләт педагогия университеты

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сумы педагогия университеты башта урынлашҡан реаль училище бинаһы

Сумы халыҡ мәғарифы бүлеге 1922 йылдың июлендә белгес-педагогтар әҙерләүсе уҡыу йорттары булдырыу кәрәклеге тураһында иғлан итә. булған юғары 1924 йылдың 28 декабрендә округ уҡытыусылар конференцияһында Сумы өс йыллыҡ уҡытыусылар курсы асыла Курс элекке реаль училище бинаһында (Петропавловская урамы, 79) эшләй башлай. Григорий Приймак беренсе директоры була. 1925 йылдың март айында коллектив Юрий Самросты директор итеп һайлай, ул тиҙҙән эштән бушатыла. 1924 йылға ҡарата курста уҡытыусылар составы 10 кеше тәшкил итә[2].

1925 йылда курс юғары уҡыу йорто статусы бирелгән Сумы педагогия техникумы итеп үҙгәртелә. 1929 йылдың 17 апрелендә Сумы башҡарма комитеты Президиумы республика етәкселеге алдында уҡыу йортон үҙгәртеп ҡороу тураһында үтенесе менән мөрәжәғәт итә, үтенес киләһе йылда уҡ ҡәнәғәтләндерелә һәм уҡыу йорто Сумы социаль тәрбиә институты тип атала башлай[3].

1933 йылда юғары уҡыу йортонда сираттағы үҙгәртеп ҡороу була, Сумы педагогия институтына әйләндерелә. Был ваҡытта уҡытыу дүрт факультетта алып барыла — тарих, химия-биология, математика, тел һәм әҙәбиәт. 1935 йылда юғары уҡыу йорто Сумы дәүләт педагогия институты тип йөрөтөлә. 1937 йылда университеттың ботаника баҡсаһына нигеҙ һалына[3].

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында, 1941 йылдың сентябренән 1943 йылдың ноябренә тиклем, институт ябыла, ҡорамалдарҙың һәм архивтың бер өлөшө Чкалов ҡалаһына эвакуациялана. Һуғыш алдынан институт милегендә 92 бина (дөйөм майҙаны 37 мең квадрат метр), 100 кешелек уҡыу залы һәм 500 кешелек тамаша залы була. Астрономик обсерваторияны төҙөү тамамланған булған. Институты ҡарамағында ауыл хужалығы предприятиеһы (майҙаны — 60 гектар) эшләй. Китапхана фонды 110 мең самаһы атамалы иҫәпләнә. Юғары уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге 1943 йылдың 25 ноябрендә, ҡаланы совет ғәскәрҙәре азат иткәндән һуң, яңынан тергеҙелә[3][4].

Роменская урамындағы университет бинаһы, 2015 йыл

1957 йылда институтҡа педагог Антон Макаренко исеме бирелә. Бынан тыш, ошо йылда тарих факультетын ябыу, ә был факультет студенттарын Харьков дәүләт университетына күсереу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Сумы педагогия институтында тарих факультеты 1981 йылда тергеҙелә. 1972 йылда уҡыу йорто өсөн Роменская урамында яңы уҡыу корпустары төҙөлә. 1977 йылда юғары уҡыу йорто икенсе, ә 1981 йылда — беренсе категория уҡыу йорто статусы ала[3].

Украина премьер-министры Валерий Пустовойтенко бойороғо менән юғары уҡыу йорто Сумы дәүләт педагогия университетына үҙгәртеп ҡорола. 1999 йылдың 6 октябрендә с. макаренко исемендәге тип үҙгәртелә[3]. 1999 йылға ҡарата уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә 3 меңдән ашыу студент һәм ситтән тороп уҡыу бүлегендә 1500-ҙән ашыу студент иҫәпләнә. 296 уҡытыусы уҡытыу процесын тормошҡа ашыра[5].

2018 йылдың майында университет ректоры «туризм» бүлеге студенттары өсөн Ҡырым биләмәһенә поход ойошторған өсөн Украина мәғариф һәм фән министрлығынан выговор ала[6].

Структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2020 йылда уҡыу йорто составына дүрт уҡыу-ғилми институты (педагогика һәм психология; физик культура; тарих, хоҡуҡ һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр; мәҙәниәт һәм сәнғәт) һәм өс факультет (славян һәм сит ил филологияһы, тәбиғи-география һәм физика-математика) инә[7].

Китапхана[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1924 йылда уҡыу йорто эргәһендә китапхана асыла. Китапхана фондында 2003 йыл мәғлүмәттәре буйынса 920 мең китап иҫәпләнә. 1986 йылдан китапхана директоры булып тора[8].

Етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Приймак Григорий Васильевич (1924—1925)[2]
  • Самрос Юрий Филиппович (1925)[2]
  • Рожковский И. (1925)[2]
  • Ведмедер И. (1926)[2]
  • Вовченко П. И. (1926—1929)[2]
  • Прийменко Сергей Иванович 1930—1931)[2]
  • Гудзенко, П. В. (1931—1933)[2]
  • Котко Л. Т. (1933—1934)[2]
  • Семенов Иван Дмитриевич (1934—1936)[2]
  • Шевченко Николай Исаакович (1936—1937)[2]
  • Гаркуша Леонид Ванифатьевич (1937—1940)[2]
  • Нукалов Дмитрий Ефимович (1940—1941, 1944—1948)[2]
  • Зайцев Виталий Иванович (1943—1944)[2]
  • Носко Гавриил Иванович (1948—1955)[2]
  • Гужва Фёдор Кириллович (1956—1959)[2]
  • Яловой Фёдор Михайлович (1959—1968)[2]
  • Овчаренко Александр Поликарпович (1968—1980)[2]
  • Качан Иван Тихонович (1980—1996)[2]
  • Иваний Владимир Степанович (1996—2005)[2]
  • Лиман Фёдор Николаевич (2005—2009)[2]
  • Кудренко Анатолий Иванович (2009—2015)[2]
  • Лянной Юрий Олегович (2015—х. в.)[2]

Тамамлаусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сумы педагогия университетын тамамлаусыларҙың, улар тураһында википедияла мәҡәләләр булғандарының тулы исемлеген, бында ҡарағыҙ.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. (unspecified title) — 2017-05-22 — 2017. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.5032286
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 2,11 2,12 2,13 2,14 2,15 2,16 2,17 2,18 2,19 2,20 2,21 2,22 Осташевський, М. Л. Макаренківська alma mater. — Суми: Університет. кн., 2019. — 372 с. — ISBN 978-966-680-921-9.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Сумський державний педагогічний університет імені А. С. Макаренка на шпальтах періодичних видань (1924—2019). — Суми :: Університетська книга. — С. 2019. — 116 с.
  4. Ящук Інна Виховання нової вчительської інтелігенції в період розвитку педагогічної освіти 1928-1941 рр. (укр.) // Вісник Прикарпатського університету. Педагогіка. — 2009. — № 28—29. — С. 191—201.
  5. Корж-Усенко Лариса Вікторівна Трансформація системи підготовки фахівців у Сумському державному педагогічному університеті імені А. С. Макаренка: спроба історичної рефлексії (укр.) // Педагогічні науки: теорія, історія, інноваційні технології : науковий журнал. — 2019. — № 10. — С. 257–268. — ISSN 2312-5993.
  6. Ректор сумского вуза получил выговор за поездку студентов в Крым. Дата обращения: 30 ноябрь 2020.
  7. Інститути та факультети (укр.). Дата обращения: 30 ноябрь 2020. 2020 йыл 10 декабрь архивланған.
  8. Бібліотека Сумського державного педагогічного університету ім. А. Макаренка | Енциклопедія Сучасної України (укр.). Дата обращения: 30 ноябрь 2020.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Сумський державний педагогічний університет / голов. ред. М. П. Бажан. — Українська радянська енциклопедія. — К., 1959. — Т. 14.
  • Україна: енциклопедичний словник: історія, культура, освіта, політика, економіка, фінанси, право / авт.-упоряд. О. М. Сліпушко. — Київ: Аконіт, 2008. — 768 с. — ISBN 978-966-8001-48-2.</ref>