А. С. Пушкин һәйкәле (Санкт-Петербург, Сәнғәттәр майҙаны)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
А. С. Пушкин һәйкәле
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза[d]
Һүрәтләнгән объект Пушкин Александр Сергеевич һәм ир
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d]
Беренсе яҙма телгә алыу 1957
Commons-logo.svg Сәнғәттәр майҙаны) А. С. Пушкин һәйкәле (Санкт-Петербург, Сәнғәттәр майҙаны) Викимилектә

Александр Сергеевич Пушкин һәйкәле скульптор М.К. Аникушин һәм архитектор В.А.. Петров эше, 1957 йылдың 19 июнендә Ленинградта Сәнғәттәр майҙанында Рус Дәүләт музейы бинаһы алдында ҡуйылған. Һәйкәл Ленинградтың 250 йыллығын байрам итеүгә тура килтерелә[1].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәйкәл Ленинград «Монументскульптура» заводында бронзанан ҡойолған. Бейеклеге 4 метрҙан ашыу, пьедестал менән бергә 7 м 90 см. Пьедесталы Ленинград янындағы Кар-Лахтила табылған ҡыҙғылт граниттан, нигеҙе ҡалай менән көпләнгән граниттан эшләнгән. Пьедесталдың алғы яғында уйып «Пушкин Александр Сергеевич» тип яҙылған

Төҙөлөү тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һәйкәлдең төҙөлөү тарихы 1936 йылға барып тоташа, был саҡта СССР халыҡ комиссарҙары Советы шағирҙың вафат булыуына 100 йыллыҡ уңайынан монумент төҙөү кәрәклеге тураһында ҡарар итә. 1937 йылда иң яҡшы һәйкәл проектына Бөтә Союз конкурсы иғлан ителә. Башта уны Васильев утрауында, Биржа майҙанында ҡуйыу планлаштырыла. Ул Пушкин майҙаны тип үҙгәртелә, монументҡа нигеҙ һалыу тантанаһы үтә. Әммә конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе лә лайыҡлы проект тәҡдим итә алмай һәм һөҙөмтәлә Васильев утрауында һәйкәл ҡуйылмай.

Һуғыштан һуң 1947 йылда Ленинградта А. С. Пушкиндың иң яҡшы һәйкәл проектына Бөтә Союз конкурсы иғлан ителә. Башта проекттарҙы тапшырыу ваҡыты 1947 йылдың 31 июленә тәғәйенләнә[2]. Тәүге өс турҙа еңеүселәр булмай. Скульптор Л.Д. Муравин һәм архитектор И. Каракис икенсе премияны ала[2]. 1949 йылда конкурстың IV асыҡ турына утыҙ ике йәшлек скульптор, Сәнғәт академияһын күптән түгел генә тамамлаған Аникушин Михаил үҙенең эскизын тәҡдим итә[3]. Һөҙөмтәлә комиссия уның эскизын раҫлай. 1949 йылда шағирҙың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы һәйкәлгә тантаналы нигеҙ һалыу үтә.

Һәйкәлдең һуңғы вариантын эшләү процесында М.К. Аникушин А.С. Пушкиндың күп һанлы скульптура һәм график портреттарын, шулай уҡ Мәскәү университеты (1953) һәм Ленинградтағы «Пушкин» метрополитены (1955) өсөн фигура композициялары төҙөй. Аникушин Пушкин һәйкәленең тәүге вариантын етерлек кимәлдә камил тип һанамай һәм үҙ аҡсаһына бөйөк рус шағирының тәрән һәм тамамланған моделен булдыра[4]

1958 йылда А.С. Пушкин һәйкәле өсөн Михаил Аникушин Ленин премияһына лайыҡ була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Из-за смерти И.В.Сталина в 1953 году, мероприятия по празднованию 250-летия Ленинграда были отложены и состоялись только в 1957 году. https://ok-inform.ru/obshchestvo/13938-250-let-leningradu-strannyj-yubilej.html
  2. 2,0 2,1 Unakov, 2016, с. 220
  3. Аникушин Михаил Константинович. Биография и творчество художника
  4. Иогансон Б. Слово к молодым // Художник. 1958, № 2. С.43.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Иогансон Б. Слово к молодым // Художние. 1958, № 2. С.42-43.
  • Ленинград. Путеводитель / Составитель Серпокрыл С. М. — Л.: Лениздат, 1973.
  • <i id="mwKw">Изобразительное искусство Ленинграда. Каталог выставки.</i> — Л: Художник РСФСР, 1976. — с.124.
  • Н. А. Синдаловский Петербург: От дома к дому… От легенды к легенде… Путеводитель. — СПб.: Норинт, 2000.
  • Гдалин А. Д. Памятники А. С. Пушкину: История. Описание. Библиография. Т.I. Россия. Ч.1. Санкт-Петербург, Ленинградская область. — Спб., Академический проект, 2001.
  • Юнаков О. Проект памятника Александру Пушкину у Русского музея (Ленинград) // Архитектор Иосиф Каракис — Нью-Йорк: Алмаз, 2016. — 544 б. — ISBN 978-1-68082-000-3.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]