Бабенко Василий Яковлевич
Бабенко Василий Яковлевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 20 июнь 1950 (74 йәш) |
Тыуған урыны | Верхний Кульчум[d], Йәрмәкәй районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тыуған яҡты өйрәнеүсе |
Эшмәкәрлек төрө | тарих |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре кандидаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Бабенко Василий Яковлевич (1950 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, тарих фәндәре кандидаты (1985), доцент (2006). 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән монографиялар авторы. «Йәрмәкәй районы. Башҡортостан Республикаһы» энциклопедияһы авторҙарының береһе һәм баш мөхәррире[1]. Уның ғилми эшмәкәрлеге «Билдәле Рәсәй ғалимдары» энциклопедияһында яҡтыртылған[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1950 йылдың 20 июнендә Башҡорт АССР-ының Йәрмәкәй районы Үрге Кульчум ауылында[3], украин тамырҙары булған ғаиләлә тыуған, уның ата-бабалары XIX быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанға Черниговщинанан күсеп килә. Бала саҡтан урыҫ, украин, татар һәм башҡорт телдәрен белә.
Йәрмәкәй районының Спартак урта мәктәбен тамамлай (1967) һәм ошо уҡ мәктәптә пионервожатый булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай. Совет армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас (1969—1982), Спартак урта мәктәбендә һәм Өфө ҡалаһының 75-се урта мәктәбендә, шулай уҡ Өфө радиотехника техникумында һәм Өфө медицина училищеһында эшләй. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
1978 йылдан Башҡортостанда украин күскенселәре мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы Рәил Кузеевтың фәнни мәктәбендә аспирантурала уҡый. 1982 йылдан башлап Башҡорт дәүләт педагогия институтының (хәҙер М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты) СССР тарихы кафедраһы ассистенты булып эшләй. 1985 йылда «Материальная культура украинцев Башкирии : историко-этнографическое исследование» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай[4] һәм шул йылдан башлап СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй башлай.
1989—1991 йылдарҙа Василий Бабенко Башҡортостан КПСС өлкә комитетының идеология бүлегендә лектор һәм консультант, 1992—1998 йылдарҙа — Өфө ҡала советы башҡарма комитетында милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса консультант, артабан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе кәңәшсеһе була. 1999 йылда ул М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университеттың (хәҙер — М. А. Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университет) Өфө филиалын ойоштороусы һәм директоры була, унда дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы һәм тарих кафедраһы профессоры итеп һайлана. Бер үк ваҡытта украинистика ғилми үҙәге етәксеһе һәм был университеттың ғилми советы ағзаһы булып тора. Шулай уҡ украинистарҙың Халыҡ-ара ассоциацияһы ағзаһы һәм Рәсәй украинистар ассоциацияһын ойоштороусы булып тора. Башҡортостан менән Украина араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник һәм фәнни-мәҙәни хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эшмәкәрлек алып бара.
Ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Украинаның III дәрәжә «Ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләнгән (2001),
- Рәсәй Федерацияһы мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2003),
- Рәсәй Федерацияһы мәғариф һәм фән министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2008),
- Украина педагогия фәндәре академияһының Маҡтау ҡағыҙы (2005),
- Башҡортостан Республикаһы халыҡ мәғарифы алдынғыһы (2000),
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2006).
- Украина Президенты Л. Д. Кучманың Рәхмәт хатына лайыҡ (1997),
- Украина Министрҙар кабинетының «Башҡортостан һәм Украина араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлекте нығытҡан өсөн» иҫтәлекле түш билдәһе һәм Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә (1999),
- 2015 йылдың 20 июнендә Башҡортостан митрополияһы башлығы, Урыҫ Православие Сиркәүе һәм Мәскәү Патриархаты Өфө епархияһы Идарасыһы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон В. Я. Бабенконы Архиерей грамотаһы менән бүләкләй[5].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Энциклопедия Ермекеевский район. Республика Башкортостан. Уфа: Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Уфимский полиграфкомбинат, 2010.- 200 с., илл.- ISBN 878-5-85051-504-1.
- ↑ К юбилею профессора Василия Бабенко
- ↑ Бабенко Василий Яковлевич 2020 йыл 6 август архивланған.
- ↑ Диссертация кандидата исторических наук
- ↑ Директор УФ МГГУ им. М. А. Шолохова БАБЕНКО В. Я. удостоен архиерейской грамоты
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бабенко Василий Яковлевич
- Василий Яковлевич Бабенко 2019 йыл 15 ноябрь архивланған.
- БАБЕ́НКО Василь Якович (укр.)
- БАБЕНКО Василь Якович (укр.)