Бабсаҡ (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Бабсаҡ — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла ҡулланыла.

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бабсаҡ төп башҡорт һүҙе — Күсәкбей эпосында баба һүҙе менән яһалған герой исеме[1]

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бабсаҡ бей — башҡорт халҡының ҡәбилә-ырыу составындағы Ҡыпсаҡ ҡәбиләһенең Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы башлығы. Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады мәғлүмәттәре буйынса, ул XV быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән. Ете ырыу берләшмәһендә хакимлыҡ өсөн көрәш алып барған. Бабсаҡ бей башлыҡ булған осорҙа Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы бөрйәндәрҙең ерҙәренә рөхсәтһеҙ килеп ултыра. «Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһе» буйынса, Бабсаҡ бей Бөрйән ҡәбиләһе башлығы Ҡарағөлөмбәт тарафынан үҙ-ара һуғышта үлтерелә. «Бабсаҡтүбә» башҡорт халыҡ риүәйәтенә ярашлы, Бабсаҡ бей Бөрйән районы Аҡбулат ауылы янында ерләнгән. Хәҙерге көндә унда Бабсаҡ бей мемориаль комплексы асылды. Бабсаҡ бей вариҫтары Бөрйән, Әбйәлил райондарында йәшәй.

Бабсаков К.Ф. — Федераль архив проекты. «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындаНацистар һәм уларҙың ярҙамсыларының тыныс халыҡҡа ҡаршы енәйәте»[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бабсаҡ бей ҡурғаны — Башҡортостан Республикаһы, Бөйән районы Аҡбулат ауылында урынлашҡан ҡурған.[3][4]

Бабсаҡ менән Күсәк — башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыһы, эпос.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ