Багам Утрауҙары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Багамы битенән йүнәлтелде)
Багамы, Багама Утрауҙар Берлеге (рәсми исем)
Commonwealth of the Bahamas
Багамы гербы
Флаг {{{Герб урынына}}}
Девиз: «Forward Upward Onward Together»
Гимн: «March On, Bahamaland»
Үҙаллылыҡ датаһы 10 июль 1973Бөйөк Британия)
Рәсми тел Инглиз теле
Баш ҡала Нассау
Эре ҡалалар Нассау
Идара итеү төрө Конституция монархия,
Бөйөк Британия башлыһында берлеҡ составында азат ил [1]

Генерал-губернатор]]
Премьер-министр
королева Елизавета II королев,
Артур Фоулкс, Перри Кристи
Территория
• Бөтәһе
• % һыу өҫтө
160
13 939 км²
28 %
Халыҡ
• Һаны (2010)
• Халыҡ тығыҙлығы

353 658[2] чел. (177)
25,37 чел./км²
ЭТП
  • Бөтәһе (2009)
  • Бер кешегә

7,403 млрд[3] долл. (151)
21 727,863[3] долл.
ИЧР (2013) 0,771[4] (высокий) (53 урын)
Валюта Багам доллары
Интернет-домен .bs
Код ISO BS
МОК коды BAH
Телефон коды +1-242
Сәғәт бүлкәте -5

Багам Утрауҙары (ингл. Bahamas) Кариб дингеҙенең төньяк утрауҙарында урынлашҡан дәүләт. Илдә 700 утрау (30-ында ғына йәшәйҙәр) һәм 2000 коралл рифтар.

2009 йылдың 1 апреленән Рәсәй Федерацияһы граждандары өсөн визаһыҙ режим керетелгән.

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Исеменең барлыҡҡа килеүе аныҡ ҡына билдәле түгел, уның килеп сығышы буйынса ике төп фараз бар. Уларҙың береһенә ярашлы, атама хәҙерге осорҙа үле аравак телдәренең береһенең урындағы һөйләшендәге «Taíno ba ha ma» («ҙур үрге урта ер») фразаһынан алынған тиелә;[6] икенсе фаразға ярашлы, ошо районда яңғыраған исп. baja mar («һай һыу»/«һай диңгеҙ» йәки «һыу күтәрелеү (прилив) һәм һыу ҡайтыу (отлив)») һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Шулай уҡ, был атаманың урындағы Гуанахани һөйләшенән алыныуы ихтимал, тигән фекер әйтелә, әйтер кәрәк, уның мәғәнәһе аныҡ ҡына билдәләнмәгән[7].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Багам утрауҙарында тәүге индей күскенселәре яҡынса IX быуатта[8] бында аравактар ҡәбиләһе тармағы — лукаяндар (шунан — Лукай утрауҙары тигән атама сыҡҡан) килеп урынлашҡан. Утрауҙарҙы европалылар, 1492 йылда Христофор Колумб аса. Архипелаг утрауҙарының береһе — Уотлинг утрауы (Сан-Сальвадор) — Яңы Донъяның 1492 йылдың 12 октябрендә асылған тәүге ере. Өс йылдан һуң испан колонистары архипелагта нигеҙ ҡора.

Испандар урындағы халыҡты ҡол сифатында Эспаньолаға (Гаити) күсергән, һәм 25 йылдан һуң бында индейҙар бөтөрөлгән тиерлек, ә испандар тораҡты ҡалдырып киткән.

Тағы ла бер быуат дауамында Англия короле Карл I Стюарт, уларҙы Англия һәм Уэльстың генераль атторняһына (прокурорына) тапшырғанға тиклем, утрау аҙ халыҡлы булып ҡалған һәм ихтыяж менән файҙаланмаған. 1650 йылда бында Бермуд утрауҙарынан инглиз күскенселәре килгән, улар Эльютер утрауында торамалар төҙөгән. Шул осорҙа Багам архипелагының бер нисә утрауында ял итеү һәм караптарҙы ремонтлау өсөн базалар булдырып, пираттар нигеҙләнә башлай. 1718 йылда инглиздәр Багам утрауҙарынан пираттарҙы ҡыуып сығара.

Багамдар 1718 йылда инглиз колонияһына әүерелә, ләкин XVIII быуат аҙағында — бында бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән Америка Ҡушма Штаттарынан (Нью-Йорк, Флорида һәм Төньяҡ һәм Көньяҡ Каролинанан) үҙҙәренең ҡолдары менән бергә 8 мең самаһы лоялист килтерелгәнгә тиклем — утрауҙарҙа халыҡ һаны аҙ булған.

Здесь были построены плантации по американскому образцу, но так как почва была не настолько хорошей, большинство плантаций перестало существовать в первые же годы.

Америка революцион һуғышынан һуң бойондороҡһоҙлоҡ өсөн инглиз лоялистары утрауҙарға меңәрләгән кеше килтерә башлаған, һәм өс йыл эсендә халыҡ һаны күп тапҡырға артҡан. Бынан тыш, улар утрауҙарҙа ҡолдар килтерелеүенә һәм мамыҡ плантациялары барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ иткән, был утрауҙарҙың артабанғы киләсәген формалаштырған. Бында Америка өлгөһө буйынса плантациялар төҙөлгән, әммә тупраҡ ныҡ яҡшы булмағанлыҡтан, плантацияларҙың күбеһе тәүге йылдарҙа уҡ ғәмәлдән сығарылған.

1781 йылда Испания утрауҙарҙы баҫып ала, әммә 1783 йылда Бөйөк Британия уларҙы кире ҡайтара.

1807 йылда Бөйөк Британияла ҡолдар менән сауҙа итеү тыйылғандан һуң, Король Флоты ҡол ташыусы судноларҙы тотҡан һәм Багамдағы ҡолдарҙы азат иткән. Күп лоялистар, ҡоллоҡ бөтөрөлгәндән һуң, йыш ҡына, үҙ ерҙәрен элекке ҡолдарына ҡалдырып, утрауҙан күсеп китакән. Ҡолдар, башлыса балыҡ тотоу һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнеп, осон осҡа ялғап, фәҡирлектә донъя көткән. Тигеҙлек һәм сәйәси хоҡуҡтар шартлы булғанлыҡтан, утрауҙарҙа власть аҡ тәнле аҙсылыҡ ҡулында булған.

XIX быуатта илдең аграр иҡтисадында контрабанда өлөшө барлыҡҡа килде. Шулай уҡ Америк Ҡушма Штаттарында тропик ожмахта ял итеүгә аҡса тотонорға әҙер бай кешеләрҙең барлыҡҡа килеүе лә буласаҡ утрауҙар өсөн бик мөһим әһәмиәткә эйә булды. Быуат аҙағында Флорида туристик төбәккә әүерелә, һәм Баһамдар бер аҙ өҫтәмә килем ала.

Америкалағы тропик ожмахта ял итеүгә аҡса тотонорға әҙер бай кешеләрҙең барлыҡҡа килеүе лә буласаҡ утрауҙар өсөн бик мөһим әһәмиәткә эйә. XIX быуат аҙағында Флорида туристик төбәккә әүерелә, һәм Баһам Утрауҙары ҙур булмаған өҫтәмә килем ала.

1920 йылда илгә аҡса йылға булып аға: Америка Ҡушма Штаттарында «ҡоро закон» ҡабул ителгәс, Нассауҙа контрабандистар әүҙемләшә. Багам АҠШ-ты алкоголле эсемлектәр менән законһыҙ тәьмин итеү өсөн идеаль платформа ине, һәм тиҙҙән Нассау ҙур ром складына әүерелә. Төҙөлөшкә ҡала күп аҡса һала, отелдәр барлыҡҡа килә. 1933 йылда АҠШ-та "ҡоро закон"ды бөтөрөү Багам Утрауҙарын Бөйөк депрессияға килтерә. АҠШ-тағы кеүек, Икенсе бөтә донъя һуғышы иҡтисади көрсөктөң тамамланыуын билдәләй. 1940 йылдың 2 сентябрендә АҠШ, «базаға алмашҡа эсминецтар» килешеүе буйынса үҙенең хәрби-диңгеҙ базаһын 99 йылға урынлаштырыу өсөн, Эксума утрауындағы ерҙе ҡуртымға ала. Һуғыш ваҡытында байтаҡ америка хәрбиҙәре утрауҙарға ял итергә килә ине, был Багам утрауҙарының иҡтисадын һиҙелерлек яҡшырта.

Һуғыштан һуң, Британия губернаторы һәм уның ҡатыны — герцог Эдуард Виндзорский һәм герцогиня Уоллис Симпсон дәртләндергән бай американдар утрауҙарға ял итергә килә башлай. Герцог һәм герцогиня, Багамады һуғыштан һуңғы емереклектән ҡотҡарыуҙың бик шәп ысулы тип иҫәпләгәнлектән, туризм үҫешенә ҙур өлөш индергән, ә 1959 йылғы Куба Революцияһынан һуң, күп көнбайыш сәйәхәтселәре Кубалағы курорттарҙан баш тартырға мәжбүр булғанлыҡтан, был яҡтан утрауҙар отошло хәлдә ҡала. Халыҡ-ара авиарейстарҙы ҡабул итеү өсөн Нассауҙа Америка Хәрби-һауа көстәре базаһы киңәйтелде, порт яңыртылды, һәм әүҙем реклама кампанияһы башланды. Тормошто яҡшыртыу партия сәйәсәте үҫешенә һәм, аҡ элита туризмдан ғәйәт ҙур табыш алғанда, шул уҡ ваҡытта байтаҡ кеше фәҡирлек сигендә ҡалғанлыҡтан, этник ыҙғыштарҙың көсәйеүенә килтерә.

1964 йылда, яңы Конституцияға ярашлы, утрауҙарға эске үҙидара хоҡуғы бирелә (Багам Утрауҙарының беренсе премьер-министры — Роланд Симонетт), 1973 йылдың 10 июленән — бойондороҡһоҙлоҡ иғлан ителә. Линден Пиндлинг бойондороҡһоҙ дәүләттең тәүге премьер-министры булды. Дәүләт башлығы булып элеккесә Британия монархы ҡала.

Афро-америка халҡы хуплаған Прогрессив Либераль партия (ПЛП) власҡа 1967 йылда килә һәм аҡтар хакимлығына сик ҡуя. Ил бойондороҡһоҙлоҡ яулау юлына баҫты. 1973 йылдың 10 июлендә Багам утрауҙары Британия Берҙәмлеге составында бойондороҡһоҙ дәүләт булып китә. ПЛП реформаларын үткәрергә маташыу күсемһеҙ милек хаҡының кәмеүенә һәм иҡтисади үҫештең туҡталыуына килтерҙе. Партия лидерҙары коррупцияға сумды, уларҙың ҡайһы берҙәре халыҡ-ара наркосауҙаға йәлеп ителгән. Америка Ҡушма Штаттарының 1980-се йылдарҙа наркосауҙаны туҡтатыу өсөн күрһәтелгән ярҙамынан һәм эшлекле даирә мәнфәғәттәре яҡлы хакимиәт һайлауынан һуң, 1992 йылда Багам утрауҙары аҡрынлап тергеҙелә башлай. 1999 йылда «Деннис» һәм «Флойд» дауылдары, өйҙәрҙе, юлдарҙы, рифтарҙы һәм курорттарҙы емереп, утрауҙар буйлап үтә. 2001 йылға зыян эҙемтәләре бөтөрөлә, һәм Багам йәнә туристарҙы йәлеп итә башлай.

Сәйәси ҡоролошо[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Багам Парламенты, Нассау ҡалаһы үҙәгендә урынлашҡан

Багам Утрауҙары — сәйәси ҡоролошоноң нигеҙендә вестминстер моделе ятҡан бойондороҡһоҙ дәүләт. Багам Утрауҙары идара итеү формаһы буйынса — конституцион монархия. Бөйөк Британия короле дәүләт башлығы булып тора. Премьер-министр һәм кабинет тәҡдиме буйынса монарх тәғәйенләгән генерал-губернатор Багам Утрауҙарын рәсми рәүештә таныта.

Структура критерийы буйынса Багам Утрауҙары — парламент системаһы. Закондар сығарыу власы ағзалары 38 бер мандатлы округ буйынса биш йылға һайланған Йыйылыш палатаһынан һәм 16 ағзаһы генерал-губернатор тәғәйенләгән (9 — премьер-министр тәҡдиме буйынса, 4 — оппозиция лидеры тәҡдиме буйынса, 3 — премьер-министрҙың һәм оппозиция лидерының дөйөм тәҡдиме буйынса) торған ике палаталы Парламентҡа ҡарай. Йыйылыш палатаһында күпселекте алған партия лидеры премьер-министр һәм башҡарма власть башлығы булып хеҙмәт итә. Премьер-министр Йыйылыш палатаһында үҙе яҡлылар иҫәбенән кабинет ағзаларын тәғәйенләй. Юғары суд рәйесен премьер-министр һәм оппозиция лидеры тәҡдиме буйынса генерал-губернатор тәғәйенләй. Башҡа судьялар судья комиссияһы тәҡдиме менән тәғәйенләнә. Лондондағы Бөйөк Британияның Йәшерен советы апелляция суды булып сығыш яһай[9].

Партия критерийы буйынса Багам Утрауҙары — ул күп партиялы система, унда һул үҙәктәге Прогрессив либераль партия һәм уң үҙәктәге Ирекле милли хәрәкәт өҫтөнлөк итә. 2017 йылдың 10 майында уҙған һуңғы һайлауҙарҙа 38 урындан оппозиция Ирекле милли хәрәкәтенә 7 урын эләкте, Прогрессив либераль партия 32 урын алды. Парламенттың түбәнге палатаһында башҡа фирҡәләр урын ала алманы[10].

Багам Утрауҙары — демократик сәйәси системалы дәүләт. Freedom House ойошмаһы уны ирекле илдәр төркөмөнә индерә[11]. Эшкә һәләтһеҙ дәүләттәр рейтингында Багам утрауҙары 134-се урынды (ныҡлы дәүләттәр төркөмө) биләй[12]. Коррупциянан (ришүәтселек) азат илдәр рейтингында улар 21-се урынды биләй (коррупция кимәле түбән булған илдәр төркөмө)[13].

Төп вазифалы кешеләр: Карл III — Бөйөк Британия короле (2022 йылдың 8 сентябренән), Корнелиус Смит — генерал-губернатор (2019 йылдан), Филип Дэвис — премьер-министр (2021 йылдан).

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Багам Утрауҙары
ингл. Bahamas
Характеристикалар
Утрауҙар һаны~700 
Иң эре уртауАндрос 
Майҙаны10 070 км²
Иң бейек нөктәһе63 м
Халҡы427 673 чел. (2019)
Халыҡ тығыҙлығы42,47 кеше/км²
Урынлашыуы
АкваторияКариб диңгеҙе
 Багам Утрауҙары Викимилектә
Багам утрауҙары

Багам утрауҙары — яҡынса 700 утрауҙан һәм мәрйен рифтарынан торған һәм 250 мең км² ашыу арауыҡты биләгән архипелаг. Ҡоро ерҙең майҙаны — 10 070 км² — Ямайка майҙаны менән сағыштырырлыҡ. Географик яҡтан Багам утрауҙары составына шулай уҡ Бөйөк Британияның ситке территорияһы (Теркс һәм Кайкос) урынлашҡан Теркс утрауҙары һәм Кайкос утрауҙары инә.

Халҡы башлыса дәүләттең баш ҡалаһы Нассау һәм Оло Багам урынлашҡан Нью-Провиденс утрауҙарында тупланған. Иң ҙур утрау — Андрос. Бимини утрауҙары Флориданан көнсығышҡа табан 80 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Оло Багамда ҙурлығы буйынса икенсе архипелаг ҡалаһы — Фрипорт урынлашҡан. Иң көньяҡ-көнсығыш утрауы — Оло Инагуа.

Һары сәскәле Tecoma stans йыл әйләнәһенә Багам утрауҙарында сәскә ата. Шулай уҡ ул милли символ булып тора

Багам утрауҙары башлыса яҡынса 1500 м тәрәнлектә ятҡан мәрйен эзбизташтарынан тора. Һыу аҫты ҡалҡыулыҡтарының һыу баҫҡан урындары мәрйен рифтарына бай (иң ҙуры — Оло Багам ба́нкаһы) киң һай һыу ятҡылыҡтарынан ғибәрәт[14]). Утрауҙарҙың өҫкө йөҙө тигеҙ, рельефтың карст формалары киң таралған. Утрауҙар яр буйҙарында пляждар урынлашҡан. Архипелагтың иң юғары нөктәһе Алверния тауының түбәһендә, диңгеҙ кимәленән 63 метр өҫтәрәк (Кэт утрауында) урынлашҡан.

NASA тарафынан 2009 йылда Багамдың йыһандан төшөрөлгән фотоһы

Багам утрауҙарының климаты тропик, пассатлы, май-июнь һәм сентябрь-октябрҙә айҙарында күпләп яуым-төшөм яуа. Ғинуарҙа уртаса температура — +21 °C, июлдә — +30 °C самаһы. Июнь-октябрь айҙарында утрауҙарға йыш ҡына көслө дауылдар ябырыла.

Бағам утрауҙарында йылғалар бөтөнләй юҡ тиерлек. Диңгеҙ менән тоташҡан тоҙло күлдәр күп

Үҫемлектәр япмаһы сағыштырмаса ярлы. Саванналар йәки мәңге йәшел сәнскеле ҡыуаҡлыҡтар өҫтөнлөк итә; ҡарағай урмандары ҙур майҙанды биләй. Андрос һәм Ҙур Абако утрауҙарында — япраҡ ҡойоусы һәм мәңге йәшел тропик урмандар, яр буйҙарында кокос пальмаһы сауҡалыҡтары үҫә.

Хайуандар донъяһы ярлы һәм башлыса ҡоштарҙан (күпселеге һыуҙа йөҙөүсе күсәр ҡоштар), шулай уҡ игуаналарҙан, агутиҙарҙан һәм ярғанаттарҙан тора. Диңгеҙ һыуҙары балыҡҡа, ҡыҫала һымаҡтарға һәм моллюсктарға бай. Ҙур Инагуа утрауындағы милли паркта — донъяла иң ҙур фламинголар тупланмаһы; утрау 50 000 ашыу йәнлек зат торлаҡ булып тора.

Агава (сизаль), ананас, әфлисун ағасы, банан, томат, шәкәр ҡамышы үҫтерелә.

Багам утрауҙары составына ингән иң ҙур утрауҙар (архипелагтар):

Номер Остров Площадь, (км²) Население
1 Андрос (утрау) 5 957 7 386
2 Абако (утрау) 2 009 17 224
3 Инагуа 1 679 913
4 Ҙур Багама 1 373 51 756
5 Лонг-Айленд 596 3 094
6 Эльютера 457 11 000
7 Кэт (утрау) 389 1 522
8 Аклинс 389 565
9 Маягуана 280 277
10 Эксума 250 6 928
11 Нью-Провиденс 207 274 400
12 Сан-Сальвадор 163 930

Административ бүленеше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлеге ваҡытта дәүләт 31 районға (ингл. districts) бүленә. Был система 1996 йылда булдырылған, әйтер кәрәк, 1999 йылға тиклем 23 район булған.

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Багам утрауҙарында мәктәп
2020 йылға Багам утрауҙары халҡының йәш-енес пирамидаһы

Халыҡ һаны — 399 361 (2021 йылдың майы).

Йыллыҡ үҫеш — 2 301 (2021).

Тыуым: көнөнә уртаса 17 бала (сәғәтенә 0,70).

Үлем: көнөнә уртаса 7 кеше (сәғәтенә 0,27 кеше).

Халыҡтың миграция иҫәбенә үҫеше: көнөнә уртаса 6 кеше (сәғәтенә 0,23).

Ғүмер оҙонлоғо — 71,2 йәш (68,8 ир-егет, 73,6 ҡатын-ҡыҙ).

Ир-егеттәр һаны — 195 313 (48,9 %), ҡатын-ҡыҙҙар һаны — 204 048 (51,1 %) (2021).

Иммун дефициты вирусы менән зарарланыу — 3 % (2007 йылға баһа).

Этно-раса составы: 85 % — ҡара тәнлеләр һәм мулаттар, 12 % — аҡтар, 3 % — азиаттар һәм латин американлылар.

Дәүләт теле — инглиз, Гаитиҙан иммигранттар (француз теле нигеҙендә) гаити креоль телен ҡуллана.

грамоталылыҡ — 95,6 % (2003).

Дине[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Багам Утрауҙары — башлыса христиан иле (92 %)[15]). Атеистар һәм агностиктар халыҡтың 5,7%-н тәшкил итә[15]. 2010 йылда Багамда 6,5 мең спиритсы иҫәпләнә ине[15]. Уларҙың күбеһе — айырыуса көньяҡ һәм көнсығыш утрауҙарҙа — икеһе лә — вудуға оҡшаш динде — обеах динен ғәмәлгә ашыра. Гаитиҙан, Кубанан, Доминикан Республикаһынан һәм Ямайканан иммигранттар ғына вудуҙың үҙе менән шөғөлләнә. Христиан булмаған төркөмдәр араһында шулай уҡ бахаи (1,4 мең), иудаизм (300 кеше), индуизм (100 кеше) диндәрен атарға кәрәк.

Иң эре христиан төркөмдәре булып баптистар (75 мең), католиктар (51 мең), пятидесятниктар һәм харизматтар (43 мең), аенгликандар (27 мең), адвентистар (21 мең) һәм методистар (16 мең) тора.

Иҡтисады[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нассау бухтаһында круиз лайнерҙары

Багам утрауҙары — халыҡ-ара һәм туристик хеҙмәттәргә махсуслашҡан үҫешеүсе дәүләт[16]. Туризм Утрауҙарға эске тулайым продукттың (ВВП) 60%-тан ашыуын бирә. Мәшғүл халыҡтың яҡынса яртыһы туристик бизнес менән туранан-тура йәки бөтөнләй бәйле. Күпселек туристар АҠШ-тан йөҙөп йә осоп килә.

Йән башына эске тулайым продукт (2015 йылда) — 24 394 доллар (донъяла, Испания һәм Бахрейн араһында 30-сы урында).

Ауыл хужалығы (эшләүселәрҙең 5 %) — цитруслылар, йәшелсә, йорт ҡоштары үҫтерә.

Сәнәғәт (эшләүселәрҙең 5 %) — цемент етештереү, нефть ташыу, тоҙ сығарыу, ром етештереү, арагонит сығарыу, фармацевтика производствоһында мәшғүл.

Туристик бизнес һәм банк эше — эшләүселәрҙең 50%-ы, башҡа ҡулланыу өлкәләрендә — эшләүселәрҙең 40%-ы.

Аҡтүбә илдәренең халыҡ-ара ойошмаһына инә.

Африка, Кариб бассейны һәм Тымыҡ океан төбәге (АКТ) халыҡ-ара ойошмаһына инә.

Транспорт системаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нью-Провиденс утрауында 1000 километр самаһы юл (уларҙың бер өлөшө шәхси биләмәлә), Элеутерҙа 209 километр, Ҙур Багамда 156 километр һәм тышҡы утрауҙарҙа 885 километрҙан ашыу юл.

Нассау (Нью-Провиденс), Фрипорт (Ҙур Багам) һәм Мэтью-Таун (Инагуа) — Багам утрауҙарының төп порттары. Тышҡы утрауҙарға аҙнаһына бер нисә тапҡыр Нассауҙан почта судноһы йөрөй.

Дәүләттең төп аэропорттары: Линден Пиндлинг исемендәге Халыҡ-ара аэропорт, Багам утрауҙарының иң эре аэропорты һәм илдең иң ҙур халыҡ-ара аэропорты, Нассауҙан 16 километр алыҫлыҡта Нью-Провиденс утрауының көнбайышында урынлашҡан һәм ҡаланан 5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Фрипорт Халыҡ-ара аэропорты. Бынан тыш, башҡа утрауҙарҙа тағы 60 аэропорт һәм осоу-ултырыу һыҙаты урынлашҡан.

Киң мәғлүмәт саралары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Багамдарҙа матбуғат һәм радио йәки телевизион тапшырыуҙар өлкәһендә дәүләт сикләүҙәре юҡ.

Дәүләт Багамдың теледиотапшырыуҙар корпорацияһы (BCB) финанслаған берҙән-бер ZNS Bahamas телетапшырыуҙар ойошмаһы менән хеҙмәттәшлек итә. Кабель телевидениеһын ҡулланыу мөмкинлеге бар. BCB шулай уҡ төп дәүләт радиостанцияһы — Багам Радиоһы менән идара итә.

Көн һайын донъя күрә торған гәзиттә: «Багама Джорнэл» (The Bahama Journal), «Фрипорт Ньюс» (Freeport News), «Нассау Гардиан» (The Nassau Guardian) һәм «Трибьюн» (The Tribune); «Панч» (The Punch) аҙнаһына 2 тапҡыр баҫыла, йәнә бер нисә аҙналыҡ гәзит. «Багамас Турист Ньюс» (The Bahamas Tourist News) һәм журнал «Уотс Он» (What’s On) журналдары айына бер тапҡыр сыға, шулай уҡ был баҫмаларҙың халыҡ-ара сығарылыштарын ҡарарға була.

2007 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Багамда 1 000 кешегә 362 кеше Интернет ҡулланыусы булған.

Мәғариф системаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Багам Утрауҙарындағы колледж

Багамда мотлаҡ белем алыу 12 йәш менән сикләнә, ә 5 йәштән уҡый башлайҙар. Уҡырға алыу буйынса нисбәт башланғыс мәктәптәр өсөн 88 % һәм урта мәктәптәр өсөн 84 % тәшкил итә (2006). Уҡыусылар һанының уҡытыусыларға ҡарата нисбәте башланғыс мәктәптә яҡынса 15:1 һәм урта мәктәптә — 13:1 (2006). Уҡыу йылы сентябрҙә башлана.

Багам утрауҙары колледжы (The College of The Bahamas) — илдең төп юғары уҡыу йорто. 1998 йылда Вест-Һиндостан Университеты базаһында The Eugene Dupuch Law School асыла. Ошоға оҡшаш уҡытыу пландары һәм программалары Мэнли (Manley Law School) һәм Вудинг (Wooding Law School) хоҡуҡ мәктәптәрендә тәҡдим ителә. Студенттар шулай уҡ Нассауҙа филиалдары һәм Ямайкала, Барбадоста, Тринидадта һәм Тобагола кампустары булған Вест-Һиндостан университетына уҡырға инә ала.

Башҡа юғары техник һәм профессиональ уҡыу йорттары, шәхси колледждар түбәндәге дисциплиналар буйынса: дини тәғлимәт, секретарлыҡ күнекмәләре, бухгалтер иҫәбе һәм информатика белгестәре әҙерләй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Атлас мира. Государства и территории мира. Справочные сведения. — Роскартография, 2010. — С. 14. — ISBN 978-5-85120-295
  2. World Gazetteer 2013 йыл 9 май архивланған.
  3. 3,0 3,1 The Bahamas. International Monetary Fund. Дата обращения: 1 октябрь 2009. Архивировано 11 февраль 2012 года.
  4. Human Development Report 2013. United Nations (2013). Дата обращения: 14 март 2013. 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  5. https://data.iana.org/time-zones/tzdb-2021e/northamerica
  6. Peter Barratt. Bahama Saga: The epic story of The Bahama Islands (инг.). — 2004. — P. 47.
  7. Архивированная копия. Дата обращения: 8 март 2018. Архивировано 8 март 2018 года.
  8. Лукайские острова // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. The Government of the Bahamas. The Constitution of The Commonwealth of The Bahamas, 1973. Дата обращения: 23 август 2012. Архивировано 19 декабрь 2012 года.
  10. Bahamas Election Set for May 10th 2017 йыл 16 октябрь архивланған. The Bahamas Weekly, 11 April 2017
  11. Freedom House (FH). Freedom in the World 2012: The Arab Uprisings and their Global Repercussions. — Washington: FH, 2012. — P. 14. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано 15 июль 2020 года.
  12. The Fund for Peace (FFP). The Failed States Index 2012. — Washington: FFP, 2012. — P. 5. Дата обращения: 29 ноябрь 2019. Архивировано из оригинала 19 октябрь 2016 года.
  13. Transparency International (TI). Corruption Perceptions Index 2011. — Berlin: TI, 2011. — P. 6. Дата обращения: 9 сентябрь 2012. Архивировано 10 август 2012 года.
  14. Ҡалып:СГНЗС
  15. 15,0 15,1 15,2 J. Gordon Melton and Martin Baumann. Bahamas // Religions of the World, Second Edition A Comprehensive Encyclopedia of Beliefs and Practices. — Santa Barbara, California: ABC CLIO, 2010. — P. 268. — 3200 p. — ISBN 978-1-59884-203-6.
  16. Багамские Острова // Энциклопедический географический словарь / отв. редакторы Е. В. Варавина и др. — М.: Рипол-классик, 2011. — С. 62. — (Словари нового века). — 5000 экз. — ISBN 978-5-386-03063-6.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалып:Багамские Острова в темах

Ҡалып:Северная Америка Ҡалып:Вест-Индия

Ҡалып:Движение неприсоединения Ҡалып:Королевства Содружества Ҡалып:ОАГ Ҡалып:КАРИКОМ